Сөннәткә тап килгән йола ул – Ҡөрьән ашы

Сөннәткә тап килгән йола ул – Ҡөрьән ашы

Сөннәткә тап килгән йола ул – Ҡөрьән ашы

Бөтәһе менән бер өҫтәл артында Ҡөрьән уҡып һәм тыңлап мәжлес үткәреү йолаһын ҡай берәүҙәр ҡабул итмәй, был яңылыҡ, мосолмандар өсөн ғәҙәти түгел, тигән булалар. Ашығыс һығымта яһап, ҡыҙыу уттан һауыт төбө ҡатып ҡуймағайы! Ҡунаҡсыллыҡ һәм Аллаһ Һүҙен яратыу әлмисаҡтан булған халҡыбыҙҙа! Был башҡа конфессия йолаларына һуҡыр рәүештә эйәреү түгел. Бер табын артына йыйылыуыбыҙҙың ниәте изге, йәғни, Аллаһ Ризалығы өсөн булһа, бәрәкәте һанап бөткөһөҙ күп, әжере лә бихисап була.

 

Динебеҙ тыйылған йылдарҙа бындай сара һирәк-һаяҡ үтһә лә, күп һорауҙарыбыҙға яуапты шунда ишетеп, тынысланып ҡайта инек түгелме һуң? Рухи танһығыбыҙҙы ҡандырырҙай берҙән-бер сара булманымы икән ошондай осрашыуҙар? Һис шикһеҙ, беҙ ишеткән бер аят та эҙһеҙ үтмәгәндер.

Бөгөн инде дин ҡанундары буйынса йәшәү, ғилем алыу өсөн бер кәртә лә юҡ, Әлхәмдүлилләһ! Ҡөрьән аяттары уҡылған табындар бөгөн бик һирәк күрешкән туған-тыумасаның осрашыуына бер матур сәбәп булып тора. Йәшерен-батырыны юҡ, донъя мәшәҡәтенә сумып, яҡындарыбыҙға шылтыратып, хәл-әхүәлен белешергә лә ваҡыт таба алмай, ауыр хәлгә эләккәнен дә белмәй ҡалабыҙ, был хаҡта күп саҡта беҙгә сит-яттар еткерә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аят ашынан иһә баш тартыу килешмәгән эш, тип, олоһо ла, кесеһе лә, бар эшен Аллаһҡа тапшырып, Рәсүлебеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сөннәтен ғәмәлгә ашыра, матур табын артына йыйыла. «Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған һәр кем туғанлыҡ ептәрен нығытһын», тигән хәҙисте күптәр белә. Шулай уҡ ғүмерҙе оҙайтыу, ризыҡты арттырыу тураһындағы хәҙистәрҙе лә иҫкә төшөрһәк, бындай осрашыуҙың әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ төшөнә башлайһың.

Шулай уҡ бәрәкәтле кисәлә кесе быуындың – балаларҙың тағы ла нығыраҡ дуҫлашып, артабан да татыу мөхиттә бер-береһе менән аралашып йәшәүҙәренә ныҡлы нигеҙ һалына. Бала-саға шифалы Ҡөрьән тыңлай, ҡулдарын күтәреп, бөтәһе менән бергә доға ҡыла, тәм-томдоң, милли ризыҡтарыбыҙҙың күп төрлө булыуына хайран ҡала, әҙерләргә өйрәнә, туғандарының шәфҡәтле һөйөү-иғтибарына ҡойоноп, ҙур ғаиләнең мөһим, бик кәрәкле ағзаһы итеп тойоп үҫә! Туғандар ғынамы, күршеләр, бөтә мосолмандар араһында бер-береңә һөйөү, ер йөҙөндә яҡшылыҡ арта.

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...