Тәҡдир

Тәҡдир

Аллаһу Тәғәлә, кемдең ниндәй юлдан барырын белгәс, ни өсөн һуң гонаһтарыбыҙ өсөн яуапҡа тарттыра, тигән һорауҙар тыуа. Кемдәрҙер, Аллаһу Тәғәлә әгәр мине тамуҡҡа билдәләгән икән, мин нишләп, тырышып, уның ҡушҡандарын үтәргә тейешмен, тигән хәбәрҙе һөйләй. Ә кемдәрҙер, ожмахҡа эләкһәм, тип, үҙенсә йәшәй бирә.

Әлбиттә, бындай һорау күптәрҙе уйландыра. Эйе, Аллаһу Тәғәлә үҙенең белеме менән алдан билдәләгән беҙҙең ниндәй юлдан барырыбыҙҙы. Әммә, беренсенән, Ул беҙгә ваҡыт бирә. Икенсенән, ниндәй юлды һайлар өсөн мөмкинлек бирә. Юҡҡамы ни, изге китапта бәндәне хайуан менән бер рәттән яралттым, әммә бәндәгә аҡыл бирҙем тиелә.

Быны, бәндә насар менән яҡшыны айырһын өсөн, тип аңларға кәрәктер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡөрьәндә яҙылғандарҙы үҙҙәренең ыңғайына һөйләп йөрөүселәр ҙә түгел. Аллаһ кемде эйәртә – шул хаҡ юлдан бара. Ә кемде яҙлыҡтыра – шул зыян күрә тиелә 7-се сүрәнең 178-се аятында. Әгәр бберәйһе, Аллаһ ҡушҡан тура юлдан барһа, Аллаһтың рәхмәтендә булыр, башҡарған эшенең бәрәкәтен табыр. Ә инде кемде яҙлыҡтыра, кем насар, Аллаһ ҡушмаған юлдан бара – һис шикһеҙ, зыянын да күрер. Фани донъя менән хушлашҡас, тәүге теләгенән кире ҡайтып, изге ғәмәлдәр башҡарырға теләһә лә, инде юл ябыҡ булыр. Шуның өсөн, бер-береңден ҡәҙерен белеп, Аллаһ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылыу кәрәктер.

Аллаһу Тәғәлә берәүгә лә тамуҡты йә ожмахты билдәләмәй. Кеше үҙе һайлай юлын. Алда әйтеп кителгәнсә, ваҡыт һәм мөмкинлек бирә. Әгәр Ул гонаһтарыбыҙ өсөн шунда уҡ яуапҡа тарттыра башлаһа, ерҙә бер тереклек тә ҡалмаҫ ине. Бәндә тәүбәгә килһен өсөн күпмелер ваҡыт бирелгән икән, йәшәйешебеҙҙең һуңғы тын алышына тиклем Аллаһу Тәғәләнән ғәфү һорап, өмөтөбөҙҙө өҙмәй, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға тырышып йәшәргә кәрәктер. Тамуҡ утынан алыҫыраҡ булыу өсөн. Өмөтһөҙ шайтан ғына була, тиҙәр. “Раббың теләһә, Ер йөҙөндәге тотош халыҡ иман килтерер ине. Кешене көсләп мөьмин итә алаһыңмы ни?” (10-сы сүрә, 99-сы аят).

Бында аңларға кәрәктер, Аллаһу Тәғәлә берәүҙе лә нисек йәшәргә һайлауҙан тыймаған, киреһенсә, аҡыл биргән. Пәйғәмбәрҙәр һәм китаптар ебәргән. Изге ғәмәлдәр менән йәшәһендәр өсөн. Бер кем дә Раббыға һылтанырға тейеш түгел: “ Аллаһ билдәләгән, шуға ошондай тормошта йәшәйем”, – тип. Аллаһу Тәғәләнең ни билдәләгәнен бер кем дә белә алмай. Һәр кемдең гонаһ ҡылыр алдынан уны эшләмәҫкә мөмкинлеге бар. Әхирәткә ышанған мосолман осраған һәр уңышына, шулай уҡ ауырлыҡтарына аңлы ҡарашта булырға тейеш. Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнән. Бер ниҙең дә тиккә түгеллеген, иман ғына кеше йәнен тыныслыҡҡа алып килеүен, уның өсөн ихласлыҡ менән тоғро һәм хәләл тормош алып барырға күп көс түгер кәрәк икәнен беҙ белергә тейеш. Әҙерҙе көтөп ултырып, бәхетле тормошҡа өлгәшеп булмай.

СӘЙФУЛЛА ҒАЙСИН

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...