Салауат хаҡында һүҙ

Салауат хаҡында һүҙ

Салауат хаҡында һүҙ

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы азаматы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙ халҡына бик матур бүләк – «Салауат хаҡында һүҙ» исемле яңы китап донъя күрҙе.

 

Был кескәй энциклопедияға ғалимдар һәм әҙиптәрҙең милли батырыбыҙҙың шәхесе һәм эшмәкәрлеге тураһындағы тәрән мәғәнәле фекерҙәре, ҡаһарманыбыҙға ҡағылышлы халыҡ ижады өлгөләре – тарихи йырҙар, ҡобайырҙар, риүәйәттәр, бәйеттәр, мөнәжәттәрҙән өҙөктәр тупланған, шулай уҡ, сәсән телле Салауаттың үҙ әҫәрҙәре лә урын алған.

Йыйынтыҡты туплаусы автор, яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың ныҡышмалы эҙләнеүҙәре аша бөртөкләп йыйылған алтын фекерҙәргә күҙ һалайыҡ:

***

«Ул – ғилем эйәһе һәм шағир. Ул Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте белә, үҫмер алдында ҡарттар хөрмәт күрһәтеп баш эйә, уның исеме һәр кемдең телендә, уның уҡымышлылығынан муллалар ғына түгел, хатта ахундар үҙҙәре лә ғәжәпкә ҡала. Салауат бөйөк кеше булыр, тип юрай сал сәсле аҡһаҡалдар» (Ф.Д. Нефедов, яҙыусы, археолог, этнограф).

***

«Салауат поэзияһының төп темаһы тәбиғәткә һоҡланыу, мөхәббәтте данлау ғына түгел, шағир Салауат өсөн, иң беренсе сиратта, Ватанына һөйөү, халыҡҡа тоғролоҡ характерлы» (В.В. Сидоров, тарихсы).

***

«Салауат хәрби кеше генә түгел, ә үҙ халҡының рухи юлбашсыһы ла булды» (Н.Н. Фирсов, тарихсы)

***

«Салауаттың исеме ысынлап та башҡорт халҡының йөрәгендә булырға хаҡлы» (П.С. Потемкин, генерал-майор, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусыларҙы эҙәрләү һәм тикшереү буйынса төҙөлгән махсус йәшерен комиссия башлығы)

***

«Ҡурайсылар араһында иң данлыҡлыһы – Салауат» (Ишмулла Дилмөхәмәтов, актер, ҡурайсы, йырсы, композитор)

***

«Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» (Миңлеғәли Шайморатов, генерал-майор, Рәсәй Федерацияһы Геройы)

***

«Әгәр ҙә беҙ йәшәйбеҙ икән, – тимәк, Салауат тере!» (Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры)

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...