Мәрхәбә, йә мәрхәбә!..

Мәрхәбә, йә мәрхәбә!..

Мәрхәбә, йә мәрхәбә!..

Аллаһу Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм донъяға килгән мөбәрәк Рәбиғел-әүүәл айы үтеп тә китте. Мосолмандар ошо айҙы Рәсүлебеҙҙең тәрбиә дәресе итеп күрергә күнеккән − быйыл да республикабыҙҙың күп мәсеттәрендә, мәҙәниәт йорттарында күркәм саралар ойошторолдо, шуларҙың береһе изге айҙың беренсе көнөндә «Башҡортостан» концерт залында үтте. Күркәм Мәүлит кисәһен Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Башҡортостандағы Дағстан милли-мәҙәни үҙәге һәм шулай уҡ «Әс-сәләм» дин-мәғрифәт гәзите, ойошторҙо. Һоҡланғыс мәжлес Ҡөрьән-Кәримдән аят уҡыуҙан һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының бүлек етәксеһе, баш мөфтөй ярҙамсыһы Мөхәммәт Миңлеғәлиевтың сығышынан башланды.

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылындағы Мәүлит

Аллаһтың Рәхмәте менән киң, матур байрамға ҡот өҫтөнә ҡот өҫтәп, Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тоҡомон дауам итеүсе бүләһе, Болғар Ислам Академияһы һәм Иордания Халыҡ-ара Ислам университеты профессоры Ғабдурраззак Ғабдрахман Ассади килеп етте. Мәртәбәле ҡунаҡ үҙенең сығышында бындай осрашыуҙарҙың бәрәкәтле булыуына айырым ишара яһап, Аллаһ Рәсүле − Мөхәммәд ﷺ тормошонан бер нисә хәҙис һөйләп үтте.

Учалы районы Сәфәр ауылындағы Мәүлит
Дыуан районы ағинәйҙәре

Зал һәм фойе туп-тулы ине, тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре менән танышып, аралаша башлағас, уларҙың Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килеүе асыҡланды. Йыраҡ тип тормай, хатта Хәйбулланан, Учалынан, Сибайҙан, Күгәрсендән килеп еткәндәр, Аллаһтың мең сауабы һәм рәхмәте яуһын уларға! Матур байрамды күрергә килгән ҡәрҙәштәребеҙгә дин әһелдәре, ғалимдарҙың эстәлекле сығыштарын, шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ данлаған һәм маҡтаған шиғырҙар һәм мөнәжәттәрҙе тыңлау мөмкинлеге бирелде. Философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова тамашасыларға истиғфар әйтеүҙең әһәмиәтен һөйләп биргәндән һуң, байрам алдынан фойела һәр береһенә үҙ ҡулдары менән таратҡан ҡағыҙҙағы яҙыуҙы − истиғфарҙың иң көслө төрөн − һәм шулай уҡ «Фатиха» салауатын дөрөҫ итеп уҡырға өйрәтте. Дағстан Республикаһынан килеп еткән дин белгесе Әхмәт Абдуррәшитовтың, Рәсәй ислам университеты уҡытыусыһы, Өфөләге “Хәмзә” мәсете имам-хатибы Тулҡын Кәримбирҙиевтың тәрән йөкмәткеле сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Сығыш яһаусы ғалимдар һәм дин әһелдәре мосолмандарҙың иғтибарын ихлас ғибәҙәткә, игелекле ғәмәлдәр ҡылып, холоҡто ыңғай яҡҡа үҙгәртеп, Аллаһ Рәсүле ﷺ өйрәткәнсә йәшәргә өндәне.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов, «Ауаз» башҡорт фольклор коллективы (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова), республика конкурстары лауреаты Әхмәт Бәширов, Мөхәммәт Ғасанов, Рәсәй ислам университеты студенттары башҡарыуындағы мөнәжәттәр (етәксеһе Абдуррахман Олгун) был байрамды тағы ла нурландырып ебәрҙе.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тураһында бик матур шиғырҙар ятлап килгән, мөнәжәттәр башҡарған бәләкәй балаларҙың ихлас сығыштары иманлы киләсәгебеҙгә яҡты өмөт уятты.

Күркәм сараға килгән һәр тамашасы был кистә бөйөк Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормош юлы менән танышты. Рәсүлебеҙгә ﷺ салауаттар уҡып-бағышлауҙың, Мәүлит байрамын үткәреүҙең әһәмиәтен күңеленә һеңдерҙе.

Мәүлит кисәһенә килгән һәр бер кеше бөйөк башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған күргәҙмә менән таныша алды. Уны Зәйнулла ишандың яҡташтары, учалылар әҙерләп килтергәйне (етәксеһе Әҡлимә Сафина) Башҡорт биҙәүестәре күргәҙмәһе лә (етәкселәре Әлфиә һәм Гөлфиә Хаматовалар, Сәрүәр Аслаева) байрамға милли колорит өҫтәне. Бәрәкәтле байрам ахырында яратҡан Рәсүлебеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең 42-се быуын бүләһе шәйех Ғабдурраззаҡ үҙе, ихлас доға ҡылып, бар мөьминдәргә ҡеүәтле иман, ныҡлыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ һораны.

Аллаһу Тәғәлә бәрәкәтле Рәбиғел әүүәл айында ҡылынған һәр изге доға-теләкте ҡабул итеп, яратҡан Рәсүлебеҙҙең ﷺ оло шәфәғәтенә ирештерһә ине!

Светлана Ғәлиуллина

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...