Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.

 

Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике айҙан дүртеһе һуғыш хәрәм булған айҙар (Зөлҡағиҙә, Зөлхизә, Мөхәррәм, Рәжәб айҙары). Был – хаҡ дин, ошо дүрт айҙа үҙегеҙгә золомлоҡ ҡылмағыҙ» («Әт-Тәүбә» сүрәһе, 36-сы аят). Ибне Ғәббәс әйткән: «Аллаһ бөтөн айҙарҙа золомлоҡ эшләүҙе тыйҙы, әммә Аллаһ дүрт ай тураһында айырымлап әйтте, насар ғәмәл ҡылһаң, гонаһтар арттырылып яҙыла, изгелек ҡылһаң, әжер-сауап арттырылып бирелә».

Усман әл-Һинди әйтеүенсә, тәҡүәле сәләфтәр өс айҙың ун көнөн айырыуса хөрмәтләгәндәр: Рамаҙан айының – һуңғы, Зөлхизә һәм Мөхәррәм айҙарының тәүге ун көнөн.

Бөгөнгө көндә лә мосолмандар Мөхәррәм айын мөмкин тиклем күберәк ураҙа тотоп, изге эштәр ҡылып үткәрергә тырыша. «Рамаҙан айынан һуң иң фазиләтле ураҙа Аллаһу Тәғәләнең айы булған Мөхәррәм айында тотолған ураҙалыр», – тиелә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә.

Был айҙа бик оло бер көн бар – Ғәшүрә көнө. Ул мөхәррәм айының унынсы көнөнә тура килә. Хәҙистәрҙә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙаның йыл дауамында ҡылынған гонаһтарҙы юйыуы тураһында әйтелә.

Мосолман календарындғы сираттағы йылды ихлас ғибәҙәттәр, изге ғәмәлдәр менән ҡаршы алып, иманыбыҙҙы нығытырға һәм Хаҡ Тәғәләнең ризалығына ирешергә насип булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...