Шәүүәл айы

Шәүүәл айы

Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана. Рамаҙанда иһә һәр хаҡ мосолман күберәк изегелектәр эшләп ҡалырға ашыҡһа, тырышһа, Шәүүәл айы ла беҙгә ошо яҡшылыҡтарыбыҙҙы тағы ла арттырырға, байытырға мөмкинлек бирә. Бәлки, тотҡан ураҙаларҙа хата-кәмселектәр булғандыр, йә ҡайһы бер көндәре тороп ҡалғандыр, Шәүүәлдә шуларҙы төҙәтергә була. Шуға ла был айҙың тәүге алты көнөндә ураҙа тотоу бик сауаплы ғәмәл. Рамаҙанда сәскән изгелектәрҙе Шәүүәлдә тәрбиәләп үҫтереүгә тиң ул.

 

Һәр кем мәктәптә уҡыған. Дәрестә алған белемде онотмаҫ өсөн, уҡыусыға гел ҡабатлап, нығытып торорға кәрәк. Шәүүәл айы ла шулай: Рамаҙанда алған белемдәрҙе үҫтерергә, изге ғәмәлдәрҙе дауам итергә, бәрәкәт-ниғмәтте һаҡларға кәрәклеген белдерә. Әгәр ҙә инде, Рамаҙан бөттө тип, изге ғәмәлдәрҙе лә туҡтатһаҡ, ниндәй үҫеш, алға китеү була инде?

Шәүүәл беҙгә «Рамаҙанда эшлә-гән изгелектәр ысын йөрәктән булдымы икән?» тигән һорау ҙа биргән кеүек. Әгәр ҙә мосолман, ураҙалар тотоп, йәнен, тәнен таҙартып, бер тамсылай ғына булһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәрә алһа, быны, һис шикһеҙ, башҡа айҙарҙа ла, йылдарҙа ла дауам итәсәк. Әҙәм балаһы фәрештә түгел, хаталар ҙа, кәмселектәр ҙә була шул. Хаҡ мосолмандың маҡсаты ла бит, үҙеңдең кәмселектәреңде күреп, аңлап, уны төҙәтеү, гонаһтарҙан ҡотолоу. Ә быны беҙ көн һайын, ай һайын, йыл һайын эшләргә тейеш.

Әгәр ҙә быйыл Шәүүәл айына аяҡ баҫҡанбыҙ икән, Аллаһҡа биргән ғүмер, ризыҡ өсөн ҙур рәхмәтле булайыҡ. Тик Раббыбыҙҙың рәхмәтенә ирешер өсөн беҙгә бирелгән ай, йыл, тип ҡабул итәйек ошо мәлде, ваҡытты. Һәм киләһе йыл Шәүүәл айҙарын беҙгә тағы ла яҡшырып, таҙарынып, сафланып ҡаршыларға, үткәрергә насип итһен Аллаһ!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...