Һәр айҙың үҙ фазиләте!

Һәр айҙың үҙ фазиләте!

29 апрелдә мосолман календары буйынса Зөлҡағиҙә айы башланды. Ул − Ҡөрьәндә телгә алынған дүрт хәрәм айҙарҙың береһе.

 

Был ай исламға тиклемге замандарҙа уҡ хәрәм (тыйылған) ай булып иҫәпләнгән, йәғни был айҙа һуғышыу, бәхәстәр алып барыу, әрләшеү тыйылған. Зөлҡағиҙә айында ҡылынған гонаһтың үлсәме башҡа айҙарҙағы гонаһтарға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ тарта. Был хаҡта Ҡөрьәндә әйтелә: «Ысынында, Аллаһ айҙарының һаны − күктәр менән ерҙе яратҡан көнөндәге Китабында − ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе (мөхәррәм, рәжәп, зөлҡағиҙә һәм зөлхиҙә) − хәрәм айҙар. Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ (хәрәмдән тыйылмайса, гонаһ эшләмәгеҙ, уның ауырлығы бүтән айҙарҙыҡынан ауырыраҡ)...» («Тәүбә»сүрәһе, 36-сы аят).

Шулай уҡ был айҙа ҡылынған яҡшы ғәмәлдәрҙең сауабы ла күберәк.

Зөлҡағиҙәнән һуң исламдың биш бағанаһының береһе − хаж ҡылыу һәм ике ҙур байрамдың береһе − Ҡорбан ғәйетен эсенә алған Зөлхиҙә айы килә. Хажға һәм байрамға физик һәм рухи әҙерлек Зөлҡағиҙә айында башлана, тап шуның өсөн дә был айҙа һуғыш, иреш-талаш тыйыла.

Зөлҡағиҙә айы ғәмәлдәренә килгәндә, хәҙистәргә ярашлы, был айҙа ураҙа тотоу хәйерле.

 

Әлфиә Батталова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...