Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап эҙләйек.

 

Сәфәр айы – ул Һижри йыл иҫәбендә икенсе ай иҫәпләнә. Ул Мөхәррәм айынан һуң килә. Быйыл сәфәр айының беренсе көнө 15 июлгә тура килде.

«Сәфәр» һүҙенең бер мәғәнәһе – һарғайыу тигәнде аңлата. Был һүҙҙең тамыры бушлыҡты аңлатҡан «исфар» һүҙенән алынған тигән ҡараш та бар. Исламға тиклем был осор япраҡтар һарғайған көҙгө ай булған һәм ғәрәптәр был айҙа сәфәргә сыға торған булған.

Был айҙың «сәфәр әл-мозаффар», «сәфәр әл-хәйр» тигән атамалары ла бар. Һуңғыһы «уңышлылыҡ», «алдынғылыҡ», «хәйерлелек» мәғәнәһенә тап килә. Һанап үтелгән атамалар, ислам дине ҡабул ителгәс, был айға бәйле төрлө хөрәфәттәрҙән арыныу өсөн ҡуланылған.

Хәҡиҡәт нуры менән кешеләрҙең йөрәген яҡтыртҡан Аллаһ Илсеһе ﷺ төрлө ырым-ышаныуҙарға, шул иҫәптән, сәфәр айына ҡағылышлы хөрәфәттәргә лә сик ҡуйған. Имам Бохари аша килтерелгән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә: «Исламда тәшәүмгә (аҡылһыҙ хөрәфәттәргә, насар юрау-ышаныуҙарға) урын юҡ, иң һәйбәте – тәфәүл (бар нәмәнең хәйерле булыуына ышаныу)», – тиелә. Икенсе бер хәҙисендә Аллаһ Илсеһе ﷺ ауырыу кешеләр, ҡоштар, өкө һәм сәфәр айына бәйле хөрәфәттәргә ышаныуҙан тыя. Был айға ҡарата бер ниндәй ҙә насар билдә булмауын әйтә. Өкө тауышының да бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазаға алып килмәүен иҫкәртә.

«Бар айҙар ҙа – Аллаһ айы, бар көндәр ҙә – Аллаһ көнө», – ти Ул ﷺ. Был айҙа сәфәргә сығырға ярамай, тигән фекерҙе Имам әл-Бохари аша килтерелгән түбәндәге хәҙис инҡар итә: «Ғөмрә ҡылыу теләгән ваҡытта рөхсәт ителә».

Шулай итеп, хәҙистәр сәфәр айының хәүефле ай булыуы тураһындағы фекергә ҡаршы килә. Исламда бындай яңылышлыҡтарға урын булмаҫҡа тейеш. Сәфәр айы бәхетһеҙлектәр айы түгел. Был айҙа никахҡа инеүҙе, сәфәргә сығыуҙы һәм башҡа мөһим эштәрҙе кисектереү – аҡылһыҙлыҡ!

Улай ғына ла түгел, сәфәр айының башҡа айҙарҙыҡы кеүек фазиләттәре бар. Был айҙа башҡарылған изге эштәр, намаҙҙар, ураҙалар, хәйер-саҙаҡалар – улар, һәр ваҡыттағыса, Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡабул ителәсәк. Үҙенән-үҙе бәхетһеҙ тип нарыҡланған бер генә көн дә, ай ҙа юҡ икәнлеген аңлау фарыз. Бәхетһеҙлеккә ниндәйҙер көндәр йәки айҙар түгел, ә Аллаһтың асыуына юлыҡтырған гонаһлы эштәр килтерә. Бына шулар өсөн ысын күңелдән тәүбә итеү урынлы, сөнки гонаһ ҡылған көндәребеҙ – ул беҙҙең иң бәхетһеҙ көндәребеҙ. Мәҫәлән, Изге Китапта әйтелә (мәғәнәһе): «Бәлә намаҙ уҡығанда намаҙына иғтибарһыҙ булғандарға» («Әл-Мәғүн» сүрәһе, 4-5-се аяттар).

Шул уҡ ваҡытта күп изгелек эшләгән, Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирештерерҙәй гүзәл ғәмәлдәр ҡылған көндәребеҙ – беҙҙең иң бәхетле көндәребеҙ булыр.

Раббыбыҙ барыбыҙға ла хаҡты – хаҡ, ялғанды ялған итеп таный алыу мөмкинлеген бирһен, Исламға ҡаршы килеүсе төрлө хөрәфәттәрҙән, аҙашыуҙарҙан ҡурсалап, барыбыҙҙы ла иман юлында нығытһын! Амин.

 

(Интернет селтәрҙәренән)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...