Мәүлит мөнәжәте

Мәүлит мөнәжәте
Аллаһуның дуҫы һин,
Эй Мостафа Мөхәммәд. 
Беҙгә шәфәғәтсе һин,
Эй Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Ете ҡат күкте кистең һин,
Ғәршенән дә аштың һин.
Аллаһ менән серләштең һин,
Эй Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Шәриғәтте һүҙләнең,
Тәриҡәтте эҙләнең,
Хәҡиҡәтте күҙләнең һин,
Эй Мостафа Мөхәммәд 
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд. 
Төндәр ятып туйманың,
Туйғансы аш йыйманың,
Хаҡ ҡоллоғоң ҡуйманың,
Һин, Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Тәҡдир булған әжәлдән
Йәтим ҡалған атанан
Һәм шәфҡәтле әсәнән,
Ул Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Атам-анам, тимәгән,
Балам-сағам, тимәгән,
Аһ-аһ өммәтем, тигән
Ул Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд,
Бик күп хәсрәттәр күргән,
Бик күп михнәттәр сиккән,
Өммәте өсөн ҡайғырған
Ул Мостафа Мөхәммәд 
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Көндөҙ ураҙа тотҡан,
Төндәрҙә уяу булған,
Өммәте өсөн ҡайғырған
Ул Мостафа Мөхәммәд 
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд
Аслыҡҡа сабыр иткән, 
Нәфсегә йәбер иткән, 
Өммәт өсөн йыһат иткән
Ул Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.
Күп рәхмәт булһын һиңә,
Күп сәләм булһын һиңә,
Шәфәғәт әйлә беҙгә, 
Эй, Мостафа Мөхәммәд
Салләллаһу ғәләйһи, йә Мостафа Мөхәммәд.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...