Шәүүәл айының бәрәкәте

Шәүүәл айының бәрәкәте

Шәүүәл айының бәрәкәте

Интернетты ашлы һыу менән сағыштырып, яман нәмә, яуызлыҡ сығанағы, тип хурларға яратһаҡ та, ҡыҙыҡ һәм файҙалы яҡтары ла етерлек. Мәҫәлән, берәй боронғо датаны йә тыуған көнөңдө яҙып, һижри календарының ҡайһы мәленә тап килеүен асыҡларға мөмкин. Мин дә тыуған көнөм ҡайһы мәлгә тура килә икән, тип ҡыҙыҡһындым.

 

Интернет Рәбиғел әүүәл айының 26- сы көнө, тип күрһәтте. Ныҡ һөйөндөм был яңылыҡҡа, шатлығымдан күктең етенсе ҡатына күтәрелгәндәй хис иттем үҙемде! Һәм улымды һөйөнсөләнем, ҡара әле, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән бер айҙа тыуғанбыҙ, тип. Рияҙ ҙа һижри календарь менән ҡыҙыҡһынып алып китте. Уның тыуған көнөн дә яҙып, Шәүүәл айының ун өсөнсө көнөндә тыуғанын белеп ҡалдыҡ.

– Ул көндө ниндәй пәйғәмбәр тыуған икән? – тип, һораулы ҡарашын төбәне миңә улым.

– Бер ҙә белмәйем, беҙгә Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙеке ﷺ генә билдәле бит, –тигән яуабымды ишеткәс, кикреге шиңде шикелле. – Кәйефеңде төшөрмә, балам! Ҡара әле, һин бит илаһи мәлдә – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм ихлас мосолмандар ураҙа тотҡан «аҡ көндәр»ҙең береһендә донъяға килгәнһең!

Был һүҙҙәр Рияҙҙың күңелен күтәрҙе, әле генә балауыҙ һығырға торған улымдың йөҙө нурланып, балҡып китте. Һәм мин уға дин белгесе Ғәҙел Ибраһимовтың мәҡәләһен уҡып күрһәттем. Уны баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарына ла тәҡдим итәбеҙ.

Шәүүәл айының алты көнөн ураҙала үткәреүҙең дә хикмәте Аллаһтан. Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: « Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотоусыға йыл дауамында ураҙа тотҡан кеүек сауап булыр. Шулай уҡ был кешенең тәнен тамуҡҡа хәрәм ҡылыр». «Ураҙаның һәр көнө өсөн ҡырҡ шәһиттең сауабын бирер». Әлеге хәҙистәрҙән күренеүенсә, Шәүүәл айында ураҙа тотоу фарыз, вәжиб ғәмәл булмаһа ла, иманыбыҙҙы тағы ла ҡеүәтләп ебәреү өсөн ҙур мөмкинлек бирә. Алты көнлөк ураҙаның әһәмиәтен Аллаһ ҡына белә. Дин әһелдәре был айҙың бәрәкәтле булыуына гел ишара яһай, ихлас ғибәҙәткә, ураҙа тоторға кәңәш итә. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьән- Кәримдә әйткән (мәғәнәһе) : «Аллаһ хозурына кем изгелектәр менән килә, уның изгелектәре ун тапҡыр арттырылыр».

Тимәк, Рамаҙан айында, утыҙ көн ураҙа тотоп, өс йөҙ көнлөк сауап алаһың! Шәүүәл айындағы алты көнлөк ураҙаның әжере алтмыш көн буйына ураҙа тотҡандағы кеүек! Шулай итеп, изге Рамаҙанда ай буйына һәм унан һуң Шәүүәл айында тотолған алты көнлөк ураҙа өсөн беҙгә бер йыллыҡ ғибәҙәттең сауабы яҙылыр, ин шәә Аллаһ! Иң мөһиме – ғәмәлебеҙҙе ихлас йөрәктән Аллаһ Ризалығы өсөн башҡарайыҡ!

Әр- Рәмли иһә үҙенең «Ниһәйәт әл- Мохтаж» китабында: «Рәсүлебеҙ ﷺ: «Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотҡан кеше, ғүмере буйына тотҡан фарыз ураҙаның әжер- сауабына ирешер,– тип әйткәнгә күрә, Шәүүәл айындағы алты көн ураҙа беҙҙең өсөн сөннәт», – тип яҙған.

Үрҙә әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, Әш- Шәбрамәллиси: «Ошондай сауапҡа был ғәмәлде йыл һайын – Рамаҙан айындағыһын йомғаҡлап, Шәүүәл айында ла алты көн ураҙа тотоп килгән кеше ирешер», – тигән аңлатма биргән.

Рамаҙан айында төрлө сәбәп арҡаһында тота алмаған көндәребеҙҙе лә Шәүүәл айында тотоп ҡуйыу хәйерле. Ураҙаны Ғәйет байрамынан һуң уҡ тота башларға мөмкин. Артабан әр- Рәмли шулай тип яҙа: «Алты көнлөк ураҙаны бер- бер артлы тотмаһаң да, сөннәт үтәлде тигән һүҙ. Әммә байрам көнөнән һуң бер өҙлөкһөҙ алты көн эсендә башҡарылған ғәмәлдең әжере күберәк».

Башҡа нәфел ғәмәлдәрҙеке кеүек үк, Шәүүәл айында алты көн дауамында тотҡан ураҙаның да хикмәте бар. Фарыз намаҙҙарыбыҙҙың етешһеҙ-лектәрен сөннәтттәре ҡаплаған һымаҡ, Шәүүәл ураҙаһы Рамаҙан айында булған кәмсе- лектәрҙе юя, ҡылған яңылышлыҡ-хатала-рыбыҙҙы төҙәтә.

Изгелектәрҙең сауабын Аллаһу Тәғәләнән башҡа һис кем бирмәҫ. Барыбыҙға ла Уның рәхмәтенә һәм бәрәкәтенә ирешергә яҙһын!

 

Светлана Ғәлиуллина әҙерләне

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...