орбан ғәйете мөбәрәк булһын!

орбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Дағстан Республикаһы мөфтөйө, шәйех Әхмәт хажи Абдулаев Ҡорбан байрамы айҡанлы барлыҡ мосолмандарға үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһү!

Һеҙгә Аллаһу Тәғәләнең шәфҡәте һәм именлеге булһын, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!

Мосолмандарҙың яҡынлашып килгән иң төп байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән һеҙҙе ихлас күңелдән тәбрикләйем!

Был мәртәбәле байрам шулай уҡ изге ерҙәргә сәфәр сыҡҡан мосафирҙар өсөн оло хаждың тамамланыуын билдәләй.

Хаж юлдары асылған өсөн Аллаһу Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәттәр әйтәбеҙ, ә бит бер нисә йыл дауамында, пандемия шарттарында, беҙ ошо оло бәрәкәттән мәхрүм ҡала килдек. Раббыбыҙ беҙҙе киләсәктә ундай афәттәрҙән Үҙе һаҡлаһын, Үҙе ҡурсалаһын!

Аллаһтың рәхимлеге менән быйыл бик күп мосолмандар хаж ҡылыу мөмкинлегенә иреште. Ғаләмдәр хужаһы хаж ҡылыусылар үтәгән барлыҡ йола-ғибәҙәттәрҙе, уларҙың һәм беҙҙең салған ҡорбандарыбыҙҙы һәм изге эштәребеҙҙе ҡабул итһен. Әмин.

Әлбиттә, ошо көндәрҙә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла һаулыҡтары сикләнгән инсандарға, етем, яңғыҙаҡ, ярлы һәм мохтаж кешеләргә ярҙам йөҙөнән ойошторолған масштаблы хәйриә акцияларының күпләп үтеүе ҡыуандырмай ҡалмай. Аллаһу Тәғәлә ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәргә – өлкәндәр булһынмы ул, балалармы – барыһына ла меңдәрсә сауаптарын яуҙырһын һәм киләсәктә беҙгә хәйриә эштәрендә тағы ла әүҙемерәк ҡатнашырға мөмкинлек тыуҙырһын.

Хаҡ Тәғәлә беҙҙең ихлас доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, ниәттәребеҙҙе сафландырһын һәм дөрөҫләһен! Баш особоҙҙа – тыныс күк йөҙө, һәммәбеҙгә – сәләмәтлек, бәхет, бәрәкәт ирештерһен!

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...