Миғраж бүләге

Миғраж бүләге

Күптән түгел, 21 декабрҙә, Аллаһу Тәғәләнең үҙ ҡолдарына киң Рәхмәтен күрһәткән өс изге айҙың (Рәжәб, Шәғбән, Рамаҙан) беренсеһе – Рәжәб айы башланды.

 

Изге айҙарҙа Аллаһﷻ яҡшы эштәребеҙ, ғибәҙәтебеҙ өсөн сауаптарын арттырып бирә, оло ниғмәттәре менән бүләкләй, ысын күңелдән тәүбә иткәндәрҙе ғәфү итә. Шулай итеп, Хөкөм көнөндә Мизанда үлсәнәсәк яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе ишәйтеү өсөн бәрәкәтле ваҡыт хәҙер. Ошо матур форсат менән файҙаланмаһаҡ, аҙаҡ үкенеүебеҙ ихтимал.

Хәҙистә әйтелә: «Рәжәб – Аллаһу Тәғәләнең айы. Был айҙа, бер көн булһа ла, ураҙа тотоусынан Аллаһ риза булыр». Изге ай Мөхәммәдтең ﷺ ата-әсәһе Абдуллаһ менән Әминәнең никахлашҡан көнө – Рәғәиб һәм, Аллаһ Рәсүленең ﷺ Мәккәнән Әл-Ҡудсиға күсеп, Әл-Аҡса мәсетенән күккә олғашҡан Миғраж кисәләре менән биҙәкләнгән. Миғраж кисәһе быйыл 15 ғинуарға тура килә.

Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе, ҙур мөғжизәһе ул Миғраж кисәһе. Рәжәптең 27-се төнөндә Рәсүлебеҙ ﷺ Аллаһтың Ҡөҙрәте менән хикмәтле үә бәрәкәтле сәфәр ҡыла. Мосолмандың иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе – намаҙ индерелгән төн!

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Миғраж ваҡытында Аллаһу Тәғәлә менән туранан-тура һөйләшеү бәхетенә ирешә. Аллаһ хозурына барыуҙы, Рәсүлебеҙ ﷺ: «Оло Раббым кәмселектәрҙән Паҡ, мин Уны күҙҙәрем менән түгел, йөрәгем менән күрҙем», – тип һүрәтләй аҙаҡ. Ғаләмдәр Хужаһының Мөхәммәд ﷺ менән осрашыуы нисек үтә, һөйөклө ҡолона нимәләр әйтә Раббыбыҙ?

Ҡәҙерле Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһты шундай һүҙҙәр менән сәләмләне: «Әт-тәхиййәәтү лилләәһи үәс-саләүәәтү үәт-таййибәәт» (Бөтөн ғибәҙәттәр (тел ғибәҙәттәре лә, тән ғибәҙәттәре лә, мал ғибәҙәттәре лә) Аллаһу Тәғәлә өсөн).

Аллаһ яуап бирә: «Әссәләмү ғәләйкә әййүһән-нәбиййү үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ» (Эй Пәйғәмбәр, һиңә Аллаһу Тәғәләнең сәләме булһын, рәхмәт һәм бәрәкәттәре ирешһен).

Ер йөҙөндәге бөтә тереклекте ҡайғыртҡан, һәр беребеҙ тураһында хәстәрлек күргән Мөхәммәд ﷺ: «Әссәләмү ғәләйнәә үә ғәләә ғибәдил-ләәһис-саалихиин» (Беҙгә һәм Аллаһу Тәғәләнең барлыҡ изге бәндәләренә сәләм булһын)! − ти.

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеп тороусы Ябраил менән башҡа фәрештәләр: «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүүлүһ» (Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ икәнлегенә геүаһлыҡ бирәмен, йәнә Мөхәммәт Уның ҡоло һәм илсеһе икәнлегенә геүаһлыҡ бирәмен)! – тип, «Шәһәҙәт кәлимәһе»н әйтәләр. (әл-Бохари, Мөслим)

Ниндәй оло бәхет – Миғраж бүләге һәр ваҡыт та беҙҙең менән! Был изге һүҙҙәрҙе беҙ һәр намаҙҙа – «Әт-тәхийәт»кә ултырғас әйтәбеҙ. Шуға күрә хәҙис-шәрифтә: «Намаҙ – мөьминдең миғражы», – тип әйтелгән.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғәрешкә килеп еткәс, аяҡ кейемен сисергә уйлай, әммә Аллаһ: «Сисмә! Ғәреш һәм Көрси һинең аяҡтарың аҫтында булыу хөрмәтенә лайыҡ булһын», – тип бойора уға. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Муса пәйғәмбәргә сисергә ҡушҡайның бит», – тигән һүҙҙәренә Аллаһ: «Һин минең ҡаршымда Муса кеүек түгелһең. Ул Минең әңгәмәсем булды, ә һин – һөйөклө бәндәм».

Аллаһ яратҡан ҡолона Ҡәләм, Ғәреш тәхетен, Ләүхүл Мәхфүҙ, Йәннәт бүләк итергә вәғәҙә итә. Ләкин Пәйғәмбәребеҙ ﷺ берҙән-бер теләген белдерә – өммәтен, беҙҙе, ҡайғырта.

Аллаһу Тәғәлә Хәбибенә ﷺ: «Эй Мөхәммәд, һине һәм өммәтеңде Ожмах менән бүләкләнем һәм һеҙҙе унан сығармаясаҡмын. Һинең хөрмәтеңә бөтә ерҙе мәсет ҡылдым. Ҡайҙа теләйһең, шунда ғибәҙәт ҡыл. Өммәтең менән Сират күперен имен үтәсәкһегеҙ. Өммәтең өсөн йәһәннәм утын һалҡын ҡылдым. Ожмахта һине Кәүҫәр һыуҙары көтә. Ҡәберҙә, Хисап көнөндә, Сират күперен үткән саҡта, өммәтеңде ҡараңғынан һаҡлармын. Эй, Минең Хәбибем! Һин Миңә бөтә пәйғәмбәрҙәрҙән ҡәҙерлерәк, һәм өммәтең Минең алдымда ҙур дәрәжәгә эйә. Шуға күрә ғибәҙәт ҡылыуҙың бөтә йолаларын бергә йыйып, уны намаҙ тип атаным. Был һинең өммәтеңдең ғибәҙәте. Минең Ризалығым өсөн намаҙ уҡыған кеше ғибәҙәт ҡылыуҙың бөтә төрҙәре менән Миңә табына».

Изге көндәрҙе, мөбәрәк айҙарҙы ҡәҙерләп, Аллаһ Ҡушҡанса, матур итеп үткәрергә насип булһын барыбыҙға ла, ин шәә Аллаһ Рахмән!

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...