Шәғбән айында изгелек ҡыл!

Шәғбән айында изгелек ҡыл!

Шәғбән айында изгелек ҡыл!

«Шәғбән айының башҡа айҙарҙан өҫтөнлөгө минең башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән өҫтөнлөгөм кеүек», – тигән Рәсүлебеҙ Мөхәммәд .

 

Барлыҡ пәйғәмбәрҙәр араһында иң яҡшыһы булыуы ғына түгел, бөтә ғаләмде юҡтан бар итеүсе Раббыбыҙ яҡты донъяны тап уның өсөн Яратыуы ла Рәсүлебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ дәрәжәһен, ҡиммәтен һәм күркәм баһаһын билдәләй. Ә хәҙер инде, әйҙәгеҙ, Шәғбән айының өҫтөнлөгөн асыҡлап алайыҡ. Барлыҡ мосолмандар өсөн изге был айҙа эшләнгән яҡшылыҡтың сауабы күп тапҡырға арта һәм бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ күккә күтәрелә.

Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтеүенсә, Шәғбән айының исеме «тәшәәбә» һүҙенән килеп сыҡҡан, беҙҙеңсә «таратылыу» тигәнде аңлата – был айҙа изгелек таралыуға ишара. Һәм был осорҙа сөннәт ғәмәлдәрҙән иң яҡшыһы – ураҙа тотоу. Шуға күрә Рәсүлебеҙ ﷺ Шәғбән айында ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Әсәмәт ибне Зәйд унан ошо хаҡта һораған. Мөхәммәд ﷺ сәхәбәһенә былай тип яуап биргән: «Рәжәп менән Рамаҙан араһындағы был айҙа күбеһе ғәмһеҙ. Ундағы бөтә ғәмәлдәрҙе лә Аллаһ ҡабул итә, шуға ла мин ошо мәлдә ураҙала булырға теләйем». Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хаҡ: аллы-артлы килгән өс изге айға беҙ бөтәбеҙ ҙә тиерлек илһамланып килеп инәбеҙ. Рәжәбтең тәүге көнөнән ихлас ураҙа тота башлайбыҙ, яҡшылыҡ күрһәтергә тырышабыҙ. Әммә күңел күтәренкелеге, көндән-көн кәмей барып, кәмей барып, ай аҙағында һүрелә. Һәм Шәғбән айы башланыуға илһамыбыҙҙы һыпырып алғандай була ла, күп нәмәгә моңһоҙ, битарафыраҡ ҡарай башлайбыҙ. Шуға күрә беҙгә был айҙа Аллаһ Ризалығы өсөн айырыуса ныҡ тырышырға кәрәк. Ауырыуҙар йәки башҡа сәбәп арҡаһында ураҙала була алмағандар иһә ай башында, уртаһында (13-сө, 14-се һәм 15-се көнөндә) һәм аҙағында тотһон.      Айырыуса Шәғбәндең 15-се көнөн ураҙала үткәреү хәйерле.

Аллаһ Рәсүле салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм былай ти: “Шәғбән айы уртаһындағы Бәрағәт кисен сәждә ҡылып, көндөҙ ураҙа тотоп үткәрегеҙ. Сөнки Аллаһу Тәғәлә ҡояш байыу менән был төндә ергә Үҙенең Мәрхәмәтен ебәрә һәм бойора: “Миңә тәүбә итеүселәр юҡмы – Мин уларҙы кисерермен. Бәрәкәт һораусылар бармы – Мин уны уларға бүләк итермен. Сырхағандары бармы? Мин уларҙы һауыҡтырырмын...” Һәм шулай иртәнгә ҡәҙәр дауам итә” (Ибне Мәджәх). Шулай итеп, Шәғбән айының иң әһәмиәтле ваҡиғаһы – 15-се көнөнән 16-һына, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса – 14-нән 15-се көнгә ҡараған Ләйләтүл-Бәрағәт тип аталған төн.

Шулай уҡ бер хәҙистә: «Өсәр көн Шәғбән айының башында, уртаһында һәм аҙағында ураҙа тотоусыны Аллаһ ﷻ етмеш пәйғәмбәрҙең әжеренә, 70 йыл ғибәҙәттә булған ҡолдоң дәрәжәһенә ирештерер. Һәм быйыл үлһә, шәһит үлемен бирер», – тиелгән. Шулай уҡ айҙың тәүге һәм һуңғы кесаҙнаһын да ураҙа менән үткәреү маҡтаулы. Был турала ла: «Аллаһ ﷻ Үҙе Шәғбән айының башындағы һәм аҙағындағы кесе йомала ураҙа тотоусыны Йәннәткә индерәм, тип әйткән», – тигән хәҙис бар. Был айҙа күп итеп салауат әйтеү ҙә күркәм ғәмәл. Аллаһуммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әли Мүхәммәдин үә сәллим! Барыбыҙға ла Рабыбыҙҙың рәхмәтле һәм тәҡүәле ҡолдары булып йәшәргә яҙһын! Әмин!

 

Ансар Рамазанов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...