Мөбәрәк көн

Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә

Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар.

Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре,

Булһын ине беҙгә мең сауаптар.

 

Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн,

Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған.

Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр

Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.

 

Һанһыҙ фәрештәләр сәждә ҡылған,

Сөннәтләнеп, йөҙлөк менән тыуған.

Йөҙө нурлы, керпектәре оҙон,

Тешкәйҙәре ынйылай аҡ булған.

 

Ҡашҡайҙары – яңы тыуған айҙай,

Бармаҡтары күркәм, нәфис булған.

Күҙҙәренә Ай үә Ҡояш менән

Сикһеҙ олуғ ғаләм үҙе һыйған.

 

Кеселекле, ихлас, йомарт булған,

Һоҡланырлыҡ булған Уның ﷺ холоҡ.

Һүҙҙәренән яҡты нур бөркөлгән,

Өнһөҙ ҡалған тыңлап барса халыҡ.

 

Хаҡ юлына бағышлаған ғүмерен,

Ҡөрьән сүрәләрен таратҡан Ул ﷺ.

Ислам дине өсөн түккән көсөн,

«Аллаһуға, – тигән, – мин тоғро ҡол...»

 

Дилә Булгакова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...