Хуш киләһең, Рамаҙан!

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Беҙ рамаҙан айын ниндәйҙер бер тулҡынланыу менән көтөп алабыҙ.

Рамаҙан айы − айҙарҙың айы, бөтә айҙарҙың солтаны, тип әйтәләр. Был айҙа Аллаһу Тәғәләнең рәхмәттәре күктән ямғыр яуған һымаҡ яуыр, тиелә.

 

Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, рамаҙан айында күк һәм Йәннәт ишектәре асыла, Йәһәннәм ишектәре ябыла, ә шайтандар сылбырға бәйләнеп ҡуйыла.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Рамаҙан айында күберәк доғалар ҡылып, Аллаһу Тәғәләнән һорағыҙ, тигән.

Һәммәбеҙгә лә: «Рамаҙан айында асылған Йәннәт ишектәре мәңге асыҡ булһын, ябылған Йәһәннәм ишектәре беҙҙең өсөн мәңге ябыҡ булһын. Беҙҙе ут ғазаптарынан һаҡла», − тип һорарға кәрәктер.

Рәжәп айы − орлоҡ сәсеү, шәғбан һыу һибеү айы булһа, Рамаҙан айы инде уңыш йыйып алыу айылыр.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Рәжәп айы − Раббымдың айы, шәғбан айы − минең айым, рамаҙан айы − өммәтемдең айылыр», − тип әйткән. Әйтәйек, рәжәп айында уҡ айҙың башында, уртаһында һәм аҙағында ураҙалар тотоп, төрлө булған насар ғәҙәттәрҙән һаҡланабыҙ. Шәғбан айында ла шулай тырышһаҡ, рамаҙан айында уңышты йыйып алыуы күпкә еңел булыр. Был айҙарҙа һәр ҡылған изгелектең сауабы бермә-бер артыр

Рамаҙан айы иһә− сикһеҙ сауаптар айы. Мәҫәлән, фарыз намаҙы өсөн 70 сауап булһа, нәфел һәм башҡа өҫтәмә намаҙҙар өсөн бер фарыз намаҙы сауабы яҙылыр.

Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндә беҙгә шундай бурыс ҡуя: һәр бер бәлиғ булған, аңлы кешегә рамаҙан айында ураҙа тотоу − фарыз, йәғни, мотлаҡ.

Ислам диненең бер нигеҙе − рамаҙан айында ураҙа тотоу.

Фарыз ғәмәлдәр мотлаҡ үтәлергә тейеш, ул барыбыҙ өсөн дә бирелгән бурыс. Ураҙа тураһында бик күп хәҙистәр бар.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әгәр кеше, һау-сәләмәт булып та, рамаҙанға еткәс, ураҙа тотоп, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенә, ғәфү итеүенә, шәфҡәтенә ирешмәһә, ул кешенең хәле үкенесле, тигән.

Икенсе бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әгәр кемдер Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн, рамаҙан айында ураҙаһын тотоп, ғибәҙәттәрен ҡылып, Раббыбыҙҙың ғәфү итеүенә өлгәшергә тырыша икән, ул кеше рамаҙан айының аҙағына хәтлем гонаһтарынан ҡотолор, тигән.

Рамаҙан айы тағы ни өсөн ҡәҙерле?

Был айҙа бар халыҡтарға Ғаләмдәр Раббыһының изге китаптары индерелгән.

Мусаға Тәүрат индерелгән.

Даудҡа − Зәбур.

Ғайсаға − Инжил.

Мөхәммәдкә ﷺ рамаҙан айының 27-се кисендә Ҡөрьән башлап индерелгән һәм ул 23 йыл буйы дауам иткән.

Рамаҙан айы, беренсенән, ураҙа айы булһа, икенсенән, Ҡөрьән айы, изге китаптар айы. Рамаҙан айында күберәк Ҡөрьән уҡырға кәрәк.

Бындай көндәрҙә бер хәрефкә 10 сауап яҙылһа, ә инде рамаҙан айында Ҡөрьәндең һәр бер хәрефенә 1000 сауап яҙылыр, тиелә.

Рамаҙан айында мең айҙан да хәйерлерәк “Ләйләтүл-ҡәҙер” – Ҡәҙер кисәһе бар. Аллаһу Тәғәлә ул төндә йыл әйләнәһенә буласаҡ ваҡиғаларҙы билдәләй.

Ураҙа айы дауамында гонаһта-рыбыҙҙың юйылыуына сәбәпсе булған тәрәүих намаҙҙары уҡыла.

Был изге айҙа ҡылынған ғөмрә өсөн кешегә хаж ҡылған шикелле әжер-сауап яҙыла. Ләкин был Зөлхизә айында ҡылына торған фарыз хажды өҫтән төшөрмәй.

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Рамаҙан айының һәр көнөн бәрәкәтле итеп үткәреп, мең-мең сауаптарға ирешергә яҙһын! Ил-йортобоҙ бәлә-ҡазаларҙан имен, донъялар тыныс булһын!

 

Сәйфулла Ғайсин, Әбйәлил районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...