«Тоғро атлы, яҡшы затлы күс булайыҡ!..»

«Тоғро атлы, яҡшы затлы күс булайыҡ!..»

Һуңғы ваҡыт әллә нишләп юҡҡа ғына ығы-зығы ҡуптарып, бер-береһе менән бәхәскә керешеп китеүселәр йышайҙы... Шундай саҡта миңә һәр ваҡыт өләсәйем менән әсәйем мәрхүмәләрҙең һүҙҙәре иҫемә төшә.

 

Өләсәйем, Вәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, 1915 йылғы, күпте күргән, күпте кисергән ҡәҙерле кешебеҙ 2003 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Ул әйтер ине: «Ҡуйһаңсы, балам, хәҙерге кешегә бер нимә тип тә әйтергә ярамай бит, ҡурҡыныс заман», – тип. Ә әсәйем 1937 йылда тыуған, баҡыйлыҡҡа күсеүе – 2010 йыл. Ул әйтер ине: «Хәҙерге көндә нимуй ғына булып ултырһаң, яратырҙар ине инде, кешегә ауыҙ асып, һүҙ әйтеү ҙә оҡшамай», – тип.

Эйе, шул тиклем Интернеттың көслө заманы бөгөн. Әҙәм балаһы бөтә аҡылды уның аша ғына өйрәнә. Кеше балаһына түгел, хатта үҙ балаңа ла аҡыл өйрәтеп булмаған бер заман булды был...

Һинең һүҙең һис кенә лә дөрөҫ түгел: «Һеҙ дөрөҫ йәшәмәйһегеҙ!» «Аҡыл һорамағанға өйрәтмә!». «Интернетта бөтөнләй икенсе төрлө яҙылған!» һәм башҡа...

Ә бөгөн яҙып һалған шиғри юлдарым һүҙ сарлау ғына түгел, күңелем ярһыуы, йәнем әрнеүе ул! Сөнки ҡайһы бер уҙамандар олоно оло итеү, тигән төшөнсәне бөтөнләй танымайҙар... Ҡыҫҡаһы, был минең йөрәк әрнеүем:

 

Ғәзиз халҡым, туған халҡым, аңлы халҡым!

Һеҙгә әйтер ябай ғына бер һүҙем бар:

Ҡуйыртмайыҡ юҡҡа ғына ҡара болот!

Сурытмайыҡ буш хәбәрҙе, ташла, онот!

 

Бер-береңде нигә шулай отҡоторға?

Яман һүҙҙе ишетмәйек, һөйләмәйек!

Боронғолар һүҙен һис бер онотмайыҡ:

Бер олоно, бер кесене беҙ тыңлайыҡ!

 

Оло һөйләр күргәндәрен, белгәндәрен...

Тормош менән алыш-биреш булғандарын...

Тыңла килен, һиңә әйткән булһам, улым...

Беҙ ҙә оло, бөгөн барбыҙ, мәңге түгел...

 

Атаныҡын бер тыңлағыҙ, мең һөйләгеҙ!

Күршенекен үлсәп кенә исемләгеҙ!

Сит-ят бауыр яҡын итмәҫ хәбәреңде,

Бил ысҡынһа, бирер әле кәрәгеңде!

 

Өләсәңдең тәсбихенең һәр төймәһе –

Шатлыҡ менән ҡайғыһының өйөлмәһе...

Хаҡһыҙ әйткән, һаҡһыҙ ғына бер һүҙеңдән

Ҡартинәңдең күҙ йәштәре түгелмәһен!

 

Ҡартинәңдең доғалары өҙөлмәһен!

Олатаңдың сыбыртҡыһы үрелмәһен!

Туғаныңа, яҡыныңа инсафлы бул!

Хаталарҙан, нахаҡтарҙан бер үк һаҡ бул!

 

Ыҙғыш-бәхәс ҡуптармағыҙ юҡҡа-барға!

Шул әмәлде көтөп тора ала ҡарға...

Һатылмағыҙ алтын күреп, арзан тингә,

Ваҡланмағыҙ бер бөтөндән мең телемгә!

 

Тарымағыҙ яман юлдан барғандарға!

Ҡағылмағыҙ самаһыҙҙан ағайҙарға!

Атта барған һәр икенең аты булыр!

Арҡаланыр һәр уландың заты булыр!

 

Ағай-эне, әйтер һүҙем ошо минең!

Яҡшылыҡты һис ҡасан да онотмайыҡ!

Әйткән һүҙең – атҡан уҡ бит – иҫендә тот!

Тоғро атлы, яҡшы затлы күс булайыҡ!

 

Күс булайыҡ, бал ҡортолай ойошайыҡ!

Ҡуш булайыҡ, ишле быуын тыуҙырайыҡ!

Ишле булып, эшле булып, көслө булып

Йәнтөйәккә йәйғор нурын тултырайыҡ!

 

Йәнтөйәккә ырыҫ, бәхет тултырайыҡ!

Иман, тәүфиҡ, аҡыл менән булдырайыҡ!

Кеше һөйләр, күрше тыңлар, дошман белер...

Яман һүҙҙән, яман күҙҙән һаҡ булайыҡ!

 

Ғәзиз халҡым, ошо булыр әйтер һүҙем!

Ырыу атың ҡыумай барсы, юлың оҙон...

Дилбегәһе һинең ҡулда Аҡбуҙаттың...

Киләсәккә етһен яҡшы аманатың!

 

Киләсәкте алдан уйлап, туйҙар туйла!

Баталы туй булыр, улың доға ҡылһа...

Асылыр күк көмбәҙҙәре ҡәҙер төндә!

Етмеш ете ырыу тыуыр шул дәүерҙә!

 

Ии, ғәзиз дә, иманлы ла рухлы халҡым!

Боронғонан күсеп килгән исем-атың!

Ҡул бирешеп, дәүер-дәүер йәшәйек беҙ!

Рәнйетмәйек ҡан-бабалар исем-затын!!!

 

Ҡул бирешеп, дәүер-дәүер йәшәйек беҙ!

Рәнйетмәйек ата-баба исем-затын!!!

 

Мәрйәм Закирйәнова,

Өфө ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...