Сәфәр айын нисек үткәрергә?

Сәфәр айын нисек үткәрергә?

Сәфәр айында мосолман байрамдары билдәләнмәй, әммә был айҙа ислам донъяһы өсөн бер нисә әһәмиәтле ваҡиға теркәлгән.

 

Шуларҙың береһе: Һижрәнең тәүге йылында Мәҙинә ҡалаһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәсетенә нигеҙ һалыныуы. Был айҙа Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Мәҙинә мосолмандарына тынғы бирмәгән йәһүҙиләргә ҡаршы Хайбәр һуғышына күтәрелә. Ҡыҫҡа бәрелештәрҙән һуң Хайбәр ҡәлғәһе мосолмандар ҡулына күсә. Аллаһ Илсеһенең ﷺ һөйөклө ҡыҙы Фатима менән кейәүе Ғәли ибне Әбү Талиптың туйы ла сәфәр айына тура килгән. Ҡайһы берәүҙәрҙең, сәфәр айында никахлашырға ярамай, тигән яңылышлығын юҡҡа сығарыусы күркәм миҫал был.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар дауамында сәфәр айын – бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәгән, яман ай булараҡ күҙ алына баҫтырырға тырышыусылар булды. Был халыҡтың араһында ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем булған ырым-хөрәфәтенә бәйле. Был айҙа туй үткәреү генә түгел, хатта сәфәргә сығырға, ғөмрә ҡылырға ярмай, тигән фекер йәшәп килгән. Улай ғына ла түгел, сәфәр айына тура килгән мөһим сараларҙы, тантаналарҙы, осрашыуҙарҙы ла кисектерергә тырышҡандар.

Календарға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәргә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, барлыҡ айҙар һәм көндәр ҙә – Аллаһу Тәғәләнеке, тип сик ҡуйған һәм уларҙы яманлауҙан тыйған.

Сәфәр айын нисек файҙалы итеп үткәрергә һуң? Ил-йортобоҙға, яҡындарыбыҙға доғалар ҡылыу, сирлеләрҙең хәлен белеү, мохтаждарға ярҙам итеү кеүек матур эштәр иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер, ин шәә Аллаһ. Был ай рухи яҡтан үҫеш, фекерләү ҡеүәһен арттырыу өсөн бик уңайлы ваҡыт. Намаҙҙарыбыҙҙы еренә еткереп уҡып, зекер-салауаттарыбыҙҙы әйтеп, имандарыбыҙҙы күркәм-ләндереп, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тыуған Рабиғел-әүүәл айына имен-аман аяҡ баҫырға насип итһен!

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...