Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.

 

Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар, нисек кенә балаларымды аяҡҡа баҫтырып йәшәрмен инде, тип йоҡоһоҙ үткәргән төндәр Аллаһу Тәғәләнең биргән һынауҙары булғандыр, күрәһең. Күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ татырға, бала ҡайғыһын да күтәрергә тура килде. Аяғымдан йығылыр сиккә еткән саҡтарҙа ла, йәшәр өсөн шундай көс-ғәйрәт биргәнгә Раббыма рәхмәтлемен! Күҙ йәшемде күрһәтеп иламаным, кемгәлер берәүгә үпкәләмәнем, эш менән, йыр менән баҫтым күңелемде. Бер генә бөртөк, күҙ ҡараһы кеүек күргән балам хаҡына йәшәнем, бирешмәнем, һынманым, бөгөлмәнем, берәүгә лә баш эймәнем, Аллаһтың Биргәненә мең шөкөр.

Был донъяла матур, тыныс йәшәр өсөн күп көрәшергә тура килде. Ҡыйырһытыуҙар, кәмһетеп көлөүҙәр, нахаҡ, бысраҡ һүҙҙәр – былар барыһы ла йөрәк аша үтһә лә, күңелемдә кемгәлер берәүгә асыу һаҡламаным, үс тотманым. Киреһенсә, яҡты йөҙ менән кисерергә, оноторға тырыштым. Кешегә, ауыҙымдан ҡара ҡан килгәндә лә, белгертергә, күрһәтергә тырышманым, үҙемдең һайлап алған яҙмышыма күндем. Бик ауыр булған саҡтарҙа ла Аллаһу Тәғәләмә ышандым һәм Уның мине ярлыҡауын, кисереүен һораным. Әсәйем мәрхүмәнең: «Түҙ, балам, түҙһәң, килер һиңә лә берәй ваҡыт яҡты, матур көндәр. Кеше хурлауға хур булмаҫһың, Аллаһу Тәғәлә хурламаһын», — тигән һүҙҙәрен һәр ваҡыт күңелем түрендә һаҡланым.

Яңғыҙ ҡалған саҡтарҙа ла Аллаһҡа һыйындым, доғалар ятланым, шуның менән күңелемә еңеллек таптым.

Аллаһтың Ҡөҙрәте киң, мине ҡурсаланы, аҙашырға ирек бирмәне, күҙ нурындай ғына бер бөртөк бәпкәм менән икебеҙҙе

үҙ ҡанаты аҫтына алды. Йә Раббым, мәңге ризамын, мең-мең рәхмәтлемен, юлыбыҙҙа шундай бәхет ҡошо ебәреп осраштырғаныңа!

Әсе яҙмыш һурпаһы эскәндән

һуң да бәхетле иткәнеңә күҙҙәр тейә күрмәһен, әлхәмдүлилләһ! Бер михнәттең бер еңеллеге лә булыр, тигән әйтем дә бар бит. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә сабырлыны яратып, ярлыҡар, — ти торғайны боронғолар. Яҙмышыңды яулау өсөн түҙемлек, насар ғәҙәттәрҙән ары тороу, тормошто яратыу, үҙеңдән башҡа кешене әүлиә тип күреү, юҡ-бар һүҙгә асыу тотмау, ауыр һүҙҙе кисерә белеү, нахаҡ һүҙҙәрҙән йыраҡ булыу, Аллаһты зекер итеү беҙгә ныҡ кәрәк, үлемде лә оноторға тейеш түгелбеҙ. Тормошобоҙға риза булып, юғына сабыр ҡылып, барына шөкөр итеп йәшәргә яҙһын! Ауыр ҡайғылы саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, татыу йәшәйек. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Һәр иртәбеҙҙе, һәр эшебеҙҙе бисмилланан башлаһаҡ, һаулығыбыҙ ныҡ, ғүмеребеҙ оҙон, эшебеҙ уң булыр, бәхетебеҙ ташып торор. Ғүмер тигәнең күҙ асып йомған арала үтә лә китә икән! Барына ҡәнәғәт булып, донъяның ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә! Илаһи әмин.

 

 

Нәйлә Сөләймәнова,

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...