Таҙалыҡҡа илткән 5 ҡағиҙә

Таҙалыҡҡа илткән 5 ҡағиҙә

Туҙған өйҙө нисек йыйыштырып алырға һәм нисек итеп артабан йортта тәртип һаҡларға? Был һорау хужабикәләр өсөн һәр саҡ актуаль. Һеҙгә өйҙө һәр саҡ йыйнаҡ тоторға булышлыҡ иткән биш ҡағиҙә тәҡдим итәбеҙ.

 

Шулай итеп, беренсе ҡағиҙә – өйҙәге барлыҡ горизонталь яҫылыҡтарҙы ла буш тоторға. Был ҡағиҙә ысынлап та шәп эшләй! Тәҙрә төптәренән, тумбочкаларҙан, һыуытҡыс өҫтөнән һәм башҡа асыҡ урындарҙан артыҡ әйберҙәрҙе алып ҡуйыу менән өйҙә таҙалыҡ урынлашҡандай була.

Килешәһегеҙҙер, һәр йортта ҡайҙа ҡуйырға белмәгән әйберҙәрҙе үҙенә йыйнап торған шундай “утрауҙар” барлыҡҡа килгеләй. Әгәр ҙә инде үрҙә әйтелгән ҡағиҙәгә таянып, һәр әйберҙең баштан уҡ үҙ урыны билдәләнеп ҡуйылһа, улар туҙып ятмаясаҡ. Шуның өсөн дә иң тәүҙә файҙаһы теймәгән, берәүгә лә кәрәк булмаған бар артыҡ әйберҙәрҙән арыныу фарыз.

Бынан тыш, ысынлап та, буш яҫылыҡтар өй йыйыштырыуҙы ла шаҡтай еңеләйтә. Күп предметтар күҙгә ташланып тормағас, өйҙә тәртип урынлашҡандай була. Әлбиттә, көн эсендә өйҙәгеләр әле ул, әле был мөйөштә үҙ “эҙҙәрен” ҡалдырасаҡ һәм тумбочка, өҫтәл, ултырғыс өҫтәрендә ниндәйҙер предметтар пәйҙә буласаҡ. Был кисектергеһеҙ күренеш, ләкин бында инде иң мөһиме – үҙ ваҡытында әйберҙәрҙе кире урындарына урынлаштыра һалыу.

Икенсе ҡағиҙә – бер ҡат ҡына ҡағылыу ҡағиҙәһе. Бының асылы шунда: ҡулыңа килеп эләккән әйбергә шунда уҡ урын табыу. Мәҫәлән, урамдан өйгә ингәс, өҫ кейемдәрен йәки сумканы теләһә ҡайҙа ырғытмаҫҡа, ә шунда уҡ үҙ урынына элеп ҡуйырға. Әгәр быны шунда уҡ эшләмәһәң, барыбер күпмелер ваҡыттан уларҙы алып ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Был инде үҙеңә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыу һәм артыҡ ваҡытты сарыф итеү. Кибеттән алып ҡайтылған аҙыҡ-түлек менән дә шулай эш итеү уңайлы. Ярма, шәкәр, он кеүек әйберҙәрҙе мәҫәлән, контейнерҙарға бушатып, кәштәгә урынлаштырыу ҙа йортҡа тәртип өҫтәй.

Был ҡағиҙә шкафтағы әйберҙәргә лә ҡағыла. Балалар әйберҙәре һаҡланған комодты алайыҡ. Ундағы әйберҙәр системалы рәүештә урынлаштырылһа, әсәй-атайға ғына түгел, өлкән балаларға ла әйберҙәрҙе кире урынына һалыу ҡыйын булмаясаҡ, сөнки улар һәр әйберҙең урынын күреп торасаҡ: был рәттә күлдәктәр урын алған, икенсе кәштәлә эске кейемдәр һ.б. Был осраҡта өйҙә тәртип тә һаҡлана, ваҡыт та экономиялана.

Өсөнсө ҡағиҙә – бөгөн эшләй торған эште иртәгәгә ҡалдырмау. Иртәнсәк, ғәҙәттә, барыбыҙ ҙа ашығабыҙ. Кемдер – эшкә, кемдер – мәктәпкә, кемдер – балалар баҡсаһына. Шуның өсөн кистән эшләй алырлыҡ эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырмау хәйерлерәк.

Мәҫәлән, иртәгә кейеләсәк кейемде үтекләп, әҙерләп ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ. Юғиһә үтекте урынына ҡуймай, кер үтекләү таҡтаһын тейешле ергә урынлаштырмай, өйҙө йыйыштырмай сығып йүгерәсәкһегеҙ. Балаларығыҙҙы ла аяҡ кейемен, мәктәп биштәрен (рюкзак) кистән әҙерләп ятырға өйрәтегеҙ.

Иртәнсәк үтекләнгән таҙа кейемдә үҙ эштәрең буйынса йүнәлеүе шул тиклем күңелле бит. Иртәнге ашты әҙерләү өсөн ингредиенттарҙы ла кистән әҙерләп, һыуытҡысҡа урынлаштырыу бик уңайлы. Кистән үк максимум рәүештә башҡарылып ҡуйылған эштәр иртәнге таҙалыҡҡа юл аса.

Дүртенсе ҡағиҙә – даими рәүештә артыҡ әйберҙәрҙән арыныу. Иртәме, һуңмы хатта иң йыйнаҡ йортта ла кәрәкмәгән әйберҙәр йыйылып китә. Шуның өсөн айына бер тапҡыр булһа ла кәрәкмәгән әйберҙәрҙән арыныу һәйбәт. Физик һәм мораль яҡтан иҫкергән артыҡ әйберҙәрҙән ҡотолоу өсөн өс айға бер тапҡыр гардеробығыҙға ла күҙ һалырға онотмағыҙ.

Шулай уҡ һыуытҡыс, кухня шкафтары, аптечкаларҙы ла даими рәүештә таҙалап торорға кәрәк. Бигерәк тә аптечкаларҙа срогы сыҡҡан әйберҙәрҙең тулып ятыуы кәрәкле препаратты йәһәт кенә эҙләп табыуҙы тотҡарлауы мөмкин. Өйҙә бер генә кәштәне артыҡ әйберҙәрҙән таҙалап алһаң да һулыш алыуы иркенәйә, еңеллек һәм тәртип тойғоһо һиңә энергия өҫтәй, артабан да ошондай таҙалыҡты һаҡлау теләге уяна.

Өйҙә ни тиклем аҙыраҡ әйбер булһа, шул тиклем күберәк тәртип булыр. Кәрәкмәгән әйберҙәр менән йәлләмәйенсә хушлашығыҙ: хәйриә фондтарына тапшырығыҙ йәки шул әйбергә мохтаж кешеләргә таратығыҙ. Мәңгелек тәртиптең сере – минимализм.

Иң һуңғы, бишенсе ҡағиҙә – бер нисә эште бер юлы башҡарыу. Өй йыйыштырыр алдынан бер ыңғай тағы ниндәй эш эшләү мөмкинлеген күҙаллағыҙ.

Мәҫәлән, кер йыуыу машинаһын тоҡандырғандан һуң, йыһаз өҫтөндәге саңдарҙы һөртәһең йәки иҙән йыуып алаһың. Параллель рәүештә унитазға, раковиналарға, газ плитәһенә гель йәки таҙартыусы порошок һибеп сығырға мөмкин. Бысраҡ ебегән арала көҙгөләрҙе таҙартып алырға була. Саң һурҙыртыусы робот сүп йыйған арала тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙе тәрбиәләйһең. Кер йыуылған арала аш-һыу яраштыраһың.

Йорттағы бөтә “хужалыҡ ярҙамсыларын” эшкә еккәндә беҙ бик күп эш эшләп өлгөрәбеҙ һәм ваҡытты ла экономиялайбыҙ.

Тәмле аш еҫтәре бөрккән таҙа йортҡа өйҙәгеләрҙең эштән һуң да, уҡыуҙан һуң да ҡайтаһы ғына килеп торасаҡ. Аллаһу Тәғәләнең был оло бәрәкәтенә ирешеү ҡыйын түгел, ни бары мөхәббәт һәм бер аҙ тырышлыҡ һалыу ғына кәрәк.

 

Әминә Евпатова

 

Зөлфиә Ханнанова тәржемә итте

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...