Бала – Аллаһ ﷻ бүләге

Бала – Аллаһ ﷻ бүләге

Өләсәйем Әлфирә Хажихәйҙәр ҡыҙы Ғәзизованың яҡты иҫтәлегенә арнайым

«Һеҙ ғибәҙәт ҡылырға те-йешле булған зат – Аллаһ. Әҙәмде тупраҡтан бар итте, һуңынан нәҫелегеҙҙе үрсетер өсөн һеҙҙе бер тамсынан, шунан ойошҡан ҡандан яратты, шунан һуң һеҙ яйлап быуынға ултырһын, яйлап ҡартайһын өсөн, сабый хәлегеҙҙә донъяға килтерҙе...» («Әл-Ғафир» сүрәһе, 67-се аят, мәғәнәһе).

 

Кеше Аллаһу Тәғәләнең бар иткән йән эйәләренең араһында иң һөйгәне, иң ҡатмарлыһы, иң хөрмәтлеһе: «Әҙәм балаларын башҡа йән эйәләренән ҡарағанда өҫтөн һәм хөрмәтле ҡылдыҡ...» («Әл-Исра» сүрәһе, 70-се аят, мәғәнәһе). Аҡыллы кешегә, Аллаһу Тәғәләнең көс-ҡеүәтен, мөғжизәһен күреү өсөн, башын ерҙән күккә күтәреп ҡарауы ла етә: бар нәмәне йылытып тороусы йыраҡтағы ҡояш, әллә нисә тонналыҡ болоттар, төндә яҡтыртыусы ай, һибелгән кеүек йымылдашҡан йондоҙҙар... Ә ергә ҡараһаң: алыҫ араларға осоп кире үҙ умарталарына әйләнеп ҡайтыусы бал ҡорттары, сөсө һәм әсе һыулы бер-береһе менән ҡушылмаусы диңгеҙҙәр, йомортҡаны ярып сыҡҡан себеш, микроскоп аша ғына күреп була торған бактерия-микробтар.

Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Ер һәм күк төҙөлөшөндә, төн менән көндөң бер-береһенә ҡаршы булыуҙарында, кешеләргә кәрәк әйберҙәрҙе күтәреп диңгеҙҙәрҙә караптарҙың йөҙөүендә, күктән ямғыр яуҙырып, Аллаһу Тәғәләнең үлгән ерҙе тергеҙеүендә, ер өҫтөндә һәр төрлө хайуандарҙы бар итеүендә, әлбиттә, Аллаһтың барлығына һәм берлегенә иман килтереү өсөн шикһеҙ асыҡ дәлилдәр бар» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 164-се аят). Уң яғыбыҙға ҡараһаҡ та, һул яғыбыҙға ҡараһаҡ та, тирә-яғыбыҙ тулы мөғжизә! Әммә кемдер һаман Аллаһтың барлығын, берлеген таныу өсөн тағы ла ниндәйҙер мөғжизә көтә. Күп кеше күҙ алдында булған мөғжизәне күрһә лә, Аллаһу Тәғәләне танымай, Уға буйһонмай, үҙенең «хаҡлығын» иҫбат итеп маташа. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «...Әгәр улар мөғжизәләрҙе күрһәләр, ышанмаҫтар...» («Әл-Әғраф» сүрәһе, 146-сы аят).

Ә кеше бер генә секундҡа туҡтап үҙенә ҡараһа, бәлки, үҙен Аллаһу Тәғәлә бар иткән мөғжизәләренең береһе икәнен күрер ине: «...һәм һеҙҙең һын-һүрәттәрегеҙҙе төҙөнө, ҡиәфәт-рәүештәрегеҙҙе күркәм ҡылды...» («Әт-Тәғабүн» сүрәһе, 3-сө аят, мәғәнәһе).

Сабый баланың тыуыуы үҙе үк мөғжизә түгелме ни? Үҙен аҡыллымын тип һанаған кеше Аллаһу Тәғәләнең ошо мөғжизәһе хаҡында уйлағаны булдымы икән? Сабый бала Аллаһу Тәғәләнең ир менән ҡатынға ебәргән иң ҙур бүләге, аманаты1. Аманатты ата-әсә нисек ҡабул итә, үҫтерә, тәрбиәләй һәм шул аманат өсөн Аллаһу Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә һорау аласаҡ. Әгәр ата-әсә, сабыйҙары тыуғас, Аллаһу Тәғәләнең бойорған эштәрен, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәттәрен үтәп, балаларын мосолман итеп тәрбиәләп үҫтерһә, уларға сауап яҙыла һәм Ҡиәмәт көнө Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә ирешеүҙәрен насип итер, иншәАллаһ.

Иң яҡшы өлгө булырлыҡ ғаилә – ул дини ғаилә. Бала бәләкәйҙән Аллаһу Тәғәлә исемен ишетеп үҫергә тейеш, был − баланың хоҡуғы, сөнки «һәр бер бала фитри2 иман менән тыуа», хатта ул бала христиан, йәһүҙи йәки мәжүси ғаиләһендә тыуһа ла», һуңынан ата-әсәһе балаһын йә мосолман, йә нәсрани3, йә йәһүҙи4, йә мәжүси5 итеп тәрбиәләй»,6 тиелгән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә. «Бөтә кеше лә фитри иман менән тыуа» тигән баш аҫтында, инглиз ғалимдары быны фәнни яҡтан иҫбатлағандар, һәм ғалимдарҙың был асышы сенсация тыуҙырған! Образлы әйткәндә, һәр кемдең күңеленең компьютер хәтерендә Аллаһу Тәғәләгә ышаныу исемле файл яҙылған. Кемдер был файлды шунда уҡ аса һәм мосолман була, кемдер бөтөнләй асмай, ә кемдеңдер билдәле бер ваҡытта ғына асыла. Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре буйынса, Аллаһу Тәғәләгә ышанған халыҡ әхлаҡле, һәм уларҙа цивилизация үҫеше юғары булған. Ә Аллаһу Тәғәләгә ышанмаған ҡәүем, үҙҙәренән һуң бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмайынса, һәләк булғандар, ти ғалимдар.

Баланы тәрбиәләү әсә ҡарынында уҡ башланырға тейеш. Бының өсөн әсә кешегә һәр ваҡыт Ҡөрьән сүрә-аяттарын уҡырға, тыңларға, зекер һүҙҙәрен күберәк әйтергә, матур һүҙҙәр һөйләргә, тыныс булырға кәрәк, сөнки ғалимдарҙың ғилми асышы буйынса, сабый баланың ишетеү ағзаһы әсәнең ҡарынында үк үҫешә башлай һәм әсәһенән ишеткәндәрен хәтерендә ҡалдырырға һәләтле. Әсәнең йөклө ваҡыттағы халәте, бала тыуып, үҫә төшкәс беленә башлай. Тимәк, балаларҙың «гиперактив» булыуы ла күп осраҡта әсәһенең ауырлы саҡтағы хәл-торошона бәйле. Ҡыҫҡаса әйткәндә, баланың иманлы, имен-һау, тәрбиәле, бәхетле үҫеүендә, беренсе сиратта, ғаилә, айырыуса, ҡатын – әсә кеше мөһим роль уйнай.

 

(Дауамы бар)

 

 

______________________________________

 

1 Әл-Бохари; Мөслим.

2 Тыумыштан булған.

3 Христиан динендәге кеше.

4 Йәһүд (иудаизм) динендәге кеше.

5 Утҡа табыныусы кеше

6 Әл-Бохари; Мөслим

 

 

Әминә Ноғоманова,

Сибай ҡалаһы

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...