“Изге ҡомартҡыларҙы барып күрҙек!..”

“Изге ҡомартҡыларҙы барып күрҙек!..”

“Изге ҡомартҡыларҙы барып күрҙек!..”

 

Татарстандың Булғар ҡалаһында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләлааһу ғәләйһи үә сәлләмгә бәйле аҫарҙар күргәҙмәһе ойошторолдо.

 

Реликвиялар Махачкала ҡалаһынан Ҡазанға махсус рейс менән килтерелде. “Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙгә Дағстан Республикаһы мөфтөйө Әхмәт хажи Абдулаевтың ҡайнар сәләмдәрен тапшырырға рөхсәт итегеҙ! Пәйғәмбәребеҙгә (салләлааһу ғәләйһи үә сәлләм), Уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә ҡағылышлы әйберҙәр — бар мосолман донъяһында ҡәҙерләп һаҡлай торған изге ҡомартҡы. Әлеге реликвиялар Ер шарының төрлө мөйөштәренән йыйып алынған, улар Дағстандағы Ғайса пәйғәмбәр исемендәге руханиәт үҙәгендә урынлашҡан музейҙа һаҡланасаҡ”, – тине мөфтөй урынбаҫары Мөхәммәтрәсүл Саадуев.

Был иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы ваҡиғанан Башҡортостан мосолмандары ла ситтә ҡалманы. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы барып күреү өсөн күрше республикаға юлланды.

Сәфәрҙәштәремдең тәьҫорат-тары менән уртаҡлашам:

Ләйсән Бәхтиева, Өфө ҡалаһы: “Донъялағы иң яҡшы кешенең тотҡан әйберҙәрен – тәгәсен, ҡылысын күрермен, тип бер ҡасан да уйламағайным. Ысынында, был күргәҙмәнән һуң мин үҙемде Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәм уның яҡындары янында ҡунаҡта булып ҡайтҡан кеүек тойҙом. Ошонан да олораҡ бәхет бармы һуң мосолман өсөн?!”

Алһыу Зиннәтуллина, Балтас районы: “Әлхәмдүлилләһ, тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә дин юлындабыҙ. Изге ҡомартҡыларҙың Болғар ҡалаһына килтерелгәнен ишеткәс, бөтә эштәрҙе ташлап, юлға сыҡтыҡ. Күргәҙмәне ҡарап йөрөгәндә, әйтеп бөткөһөҙ бәхет кисерҙем. Ғәйшә, Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәгә ҡағылышлы ҡомартҡылар эргәһендә: “Йә Раббым, миңә лә, минең ҡыҙҙарыма ла ошо күренекле ҡатындарға хас күркәм холоҡ бир. Ҡиәмәт көнөндә Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм) шәфәғәтен насип ит!” – тип теләктәр теләнем”.

 

Әлфиә Батталова, Өфө ҡалаһы: “Тәьҫораттарҙы әйтеп аңлатыуы ҡыйын. Бер уйлағанда, ябай йәнһеҙ кейемдәр. Ләкин улар тере йәндәр кеүек беҙҙең менән һөйләшә. Эйе, улар ябай кешеләрҙеке түгел. Эйе, улар беҙҙе мең йыл ярым элек ислам донъяһының нигеҙен ҡорған Бөйөк Аллаһтың иң һөйөклө заттары менән осраштырҙы.

Бына Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һөйөклө ҡыҙы Фатиманың тирмән ташы. Ауыр ташты әйләндереүҙән сөйәлләнеп, ҡанап бөткән ҡулдары күҙ алдына килә. Бына ул эргәлә генә. Ошо тойғонан күҙ йәштәрен тыйып булмай.

Бына бер яуҙа ла еңелмәгән батыр сәхәбә Хәлидтең ҡылысы, тимер кейеме... Ул да эргәлә генә.

Бына күкрәгенә таш һалып язалағанда ла: “Аллаһ бер!” – тип бармағын күтәрә алған, Исламдағы тәүге мәзин Билалдың ҡылысы...

Һәр бер ҡомартҡы янында ҡуҙғалмай оҙаҡ баҫып торғо, уларҙы ҡулға алып һыпырғы, яратҡым килде. Һәр бер ҡомартҡы эргәһендә кинокадрҙар кеүек тарихи ваҡиғалар күҙ алдынан үтә. Ләкин улай ғына ла түгел. Был әйберҙәрҙән көслө энергия килә. Улар тере зат һымаҡ. Уларҙың энергетикаһы туп-тура йөрәккә килеп инә һәм илата башлай. Юҡ, быны аңлатып булмай...”

 

Альбина Тапаҡова, Сибай ҡалаһы: “Шундай ҙа бәхетте Аллаһу Тәғәлә миңә ниндәй ҡаҙаныштарым өсөн бирҙе икән, тинем дә иланым. Мөхәммәд Мостафа салләлааһу ғәләйһи үә сәлләмдең үҙен күрергә ингән кеүек...

Бер нисек тә аңлата алмаҫлыҡ, рухи йөрәгемдә мөхәббәт нуры менән тулы тәьҫораттар булды. Хәҙер мин бер генә хыял менән йәшәйем. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Үҙенә зыярат ҡылырға, хаж ғәмәлен үтәп, изге Ҡәғбәтулланы урап сығырға, Ғәрәфәт тауына күтәрелеп, илай-илай гонаһтарым өсөн тәүбә итеп, Аллаһу Тәғәләгә ялбарырға...”

 

Светлана Ғәлиуллина, Өфө ҡалаһы: “Юлда йөрөгәндә иптәшең үҙеңдән яҡшы булһын, тигән боронғолар. Аллаһҡа шөкөр, беҙ ҙур төркөм булып йөрөп ҡайттыҡ. Изге сәфәр беҙҙе тағы ла нығыраҡ татыулаштырҙы. Юлдаштарым менән аралашҡанда шул асыҡланды: уларҙың һәр береһенең йөрәгендә ҡасан да булһа Аллаһ Илсеһе Мөхәммәт салләлааһу ғәләйһи үә сәлләмгә бәйле ҡомартҡыларҙы барып күреү теләге булған икән. Яҡшы нимә уйлаһаң, ул алдыңа килә тигәндәре раҫтыр. Илаһи тулҡынландырғыс мәлде көтөп алдыҡ. Шатлығыбыҙ эсебеҙгә һыймай, ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы илай-илай ҡараныҡ.

Шундай оло бәхеткә ирештергән Аллаһыбыҙға рәхмәттәр уҡып, илебеҙ тыныслығын һорап, доғалар ҡылып ҡайттыҡ”.

 

 

Зөлфиә Ханнанова

 

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...