Экстремизм ауы

Экстремизм ауы

Экстремизм ауы

Радикал, экстремист, террорист һүҙҙәре һуңғы ун йылда бар мәғлүмәт донъяһында бик йыш яңғырай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблемалар беҙҙең йәмғиәттә киҫкен мәсьәлә булып һанала башланы. Уны хәл итеүҙә бар дәүләттәр көс һала. Даими рәүештә төрлө хоҡуҡи саралар уйлап сығарыла. Әммә был афәтте алдан танып белер өсөн, уны барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәрҙе яҡшы өйрәнергә кәрәк.

Кешенең экстремист группаһына эләгеүен киләһе билдәләр буйынса асыҡларға була.

1. Дини ҡараштары буйынса инаныуынан;

2. Сәйәси яҡтан уй-фекерҙәре буйынса;

3. Иҡтисади ҡараштар буйынса теләктәшлек;

4. Туғанлыҡ ептәре арҡаһында берҙәмлектән (кемгәлер ярҙам итеү, йәшерергә тырышыуҙан енәйәт эшләй).

5. Милләт буйынса теләктәшлектән (ойошҡан-лыҡ)

6. Ҡурҡыу һәм янау арҡаһында.

7. Ғашиҡ булыу, яҡын күреү һәм мөхәббәт эҙләү арҡаһында.

Йәш ҡыҙҙар, егеттәр йыш ҡына уларҙы әйҙәүсе кешеләргә ғашиҡ булып, арттарынан эйәрәләр.

Нимәһе мөһим, эксперттар фекеренсә, террористарҙың 80 проценты интернет селтәре аша саҡырып алынған. Был ҡурҡыныс сигнал. Сөнки хәҙерге йәштәр иң күп ваҡытын бөтә донъяны баҫып алған шул ау селтәренең эсендә үткәрә. Ауға эләккән балыҡ хәлендә икәнен үҙе лә аңламай. Шуға күрә хәҙерге ваҡытта, дәүләт етәкселеге, власть органдары менән граждандар йәмғиәте институттарына берләшеп, интернет донъяһында терроризм идеологияһына ҡаршы етди саралар күреү кисектергеһеҙ мәсьәлә булып тора.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

«Экстремизм» латин теленән “сиктәрҙән сығыу” тип тәржемә ителә. Сәйәсәт ҡанундарын, дин тәғлимәттәрен тормошҡа ашырыуҙа ғына тугел ябай көндәлек тормошта ла ниндәй ҙә булһа эште саманан, сиктән ашып атҡарған осраҡта, ундай эштең бәрәкәте булмай, киреһенсә зыян ғына килә. Дин өлкәһендә “сиктән ашыусылар” (йәки экстермистар) тоҙағына, ғәҙәттә, дингә яңы ғына килеп торған йәштәр ҡаба. Бының төп сәбәптәре:

1) наҙанлыҡ (дини һәм тарихи белемдәрҙең һай, өҙөк-өҙөк булыуы),

2) донъяны тиҙ арала “яҡшыртырға”, “үҙгәртергә” теләү,

3) тик үҙеңдең милләтеңде генә башҡа миләттәрҙән өҫтөн, яҡшыраҡ тип һанау,

3) рухи өлкәлә Остаз (наставник) булмауы,

4) йәки Остаз тип “һайлаған” кешененең үҙенең экстремистик юлда булыуы,

5) ғаиләһендә аңлау тапмай, яҡындары яғынан ҡәтғи тәнҡиткә дусар ителеү.

Хәҙерге көндә кешелек мәғлүмәт океанына сумған осорҙа, таҙа, саф, Хаҡиҡәтте боҙмаған, дөрөҫ ғилемде табыуы еңелдән түгел. Сөнки күп кенә үҙен рухи лидер тип иғлан иткән кешеләрҙең киң мәғлүмәт саралары (интернет селтәре) аша алып барылған эшмәкәрлеге, һөйләгән һүҙҙәренә, алып барған тормошона, ғибәҙәтенә тап килмәүе мөмкин. Экстемистар тоҙағына ҡапмауҙың төп ысулдарының береһе: ағасты емешенә ҡарап белгәндәй, кеше лә рухи “емешенә” – ғаиләһенә, балаларына, уҡытҡан уҡыусыларына, яҙған эштәренә, йәмғиәттә алып барған эшенә ҡарап белергә була.

Шулай уҡ, экстремистар юлына эләкмәүҙең иң төп ҡоралы – ихласлыҡ. Кеше дин өлкөһендә бөтөнләй бер нимә лә белмәй икән, әммә ул илай-илай ихлас күңел менән тәүбә ҡылып, уны тура юлға сығарып, шул юлда йөрәген нығытыуҙы, ошо юлда юғары дәрәжәләргә өлгәшкән кешеләр менән дуҫ булыуҙы һорай икән, мотлаҡ Аллаһы Тәғәлә ундай кешенең юлын аса. Кеше йөрәгендәге пәрҙәне бары тик Аллаһы Тәғәлә генә аса йә яба ала.

Йә, Аллам, беҙҙе тура юлдан алып бар, йөрәктәребеҙҙе Хаҡикәттә нығыт, яҡшыны ямандан айырырға теүәл аҡыл, зирәк зиһен бир!

Гүзәл Вилданова, Өфө фән һәм технология университеты профессоры

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...