Ғаиләлә атайҙың роле

Ғаиләлә атайҙың роле

Ғаиләлә атайҙың роле

Бала сағыбыҙҙан әсәй тормошобоҙҙа төп урын биләй, һәм беҙ шуға күнеккәнбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә арнап яҙылған йырҙарҙы, әҙәби әҫәрҙәрҙе һанап сығарырмын тимә! Һәр әсә – балаһының йөрәгендә, һәм, киреһенсә, һәр сабый яҡын кешеһе күңелендә. Ҡәҙерлеңә йылылыҡ – Аллаһтан бирелгән ниғмәт ул. Был хаҡта оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Әммә был юлы иғтибарҙы атайҙарға йүнәлтмәксебеҙ. Атайҙың роле баһалап бөткөһөҙ, уның йылы һүҙе, беҙҙең менән дуҫ булыуы, хуплауы барыбыҙ өсөн ныҡ кәрәк. Әйҙәгеҙ, яҡын кешебеҙ тураһында һөйләшеп алайыҡ.

 

Ғаиләһен яҡлаусы, уның именлеге һағында тороусы һәм бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итеүсе лә ул атай кеше. Һанап үтелгәндең барыһы ла уның бурысы. Ул үҙ өлгөһөндә кесе быуынға ир-аттың ниндәй булырға тейешлеген, башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеү кәрәклеген күрһәтә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән ғаилә башлығына, оло бурыстар иңендә, шуның менән дә ихтирамыбыҙға лайыҡ ул. Олоғайып барғанда ла ир уҙаманы ҡәҙер-хөрмәтебеҙгә мохтаж. Өлкән кешенең, кәре китеп, хәле мөшкөлләнгәндә генә яҡындарының уға ҡарата ысын мөнәсәбәте, тойғолары күренә башлай. Ниндәйҙер бер мәлдә һуңғы сәғәте килеп етеп, үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙҙе әйтеп өлгөрмәүебеҙ бар бит!

Өлкән кеше, үткәнгә ҡараш ташлап, бала һәм йәш сағын һағынып иҫкә алырға ярата. Атайға бәхетле мәлдәренә киренән ҡайтыу мөмкинлеген йышыраҡ бирә алабыҙ. Быға тиклем уның хикәйәттәрен ҡат-ҡат тыңлап ятлап бөтһәк тә, күҙгә-күҙ ҡарашып, уның хәтирәләренә йәнә бер ирек биреп, иғтибар бүлеүебеҙ ваҡытыбыҙға бер нисек тә хилафлыҡ килтермәйәсәк. Беҙ уны иң ҡәҙерле кешебеҙгә арнайбыҙ бит!

Хәҙер инде атай кешенең тормошобоҙҙағы әһәмиәте, улы һәм ҡыҙының психикаһына тәьҫир итеүенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеп үтәйек.

Малайҙың шәхес булып формалашыуында атаһының роле баһалап бөткөһөҙ. Ысын ир булып, теге йәки был осраҡта ни эшләргә кәрәклеген атай кеше улына үҙенең миҫалында аңлата ала. Шуныһы мөһим: өйрәткән нәмәне үҙе бер ҙә ҡулланмаған, эшләп ҡарамаған ир-егеттең һабағы – файҙаһыҙ. Сөнки бала әйткәнде түгел, күргәнен ҡабатлай. Шуға ла кесене түгел, тәү сиратта үҙеңде тәрбиәләү дөрөҫөрәк, тиеүҙәре хаҡтыр.

Ата менән ул араһындағы мөнәсәбәт тә ҙур әһәмиәткә эйә. Бында дуҫлыҡ һәм өлкән кешенең абруйы араһында алтын урталыҡ, тигеҙлек һаҡлау зарур. Бала атаһынан ҡурҡмаҫҡа тейеш, ләкин ул үҙеңде дуҫтарса тотоуҙа сик барлығын иҫтән сығармаһын ине. Ғәҙәттә, был өлкән кешенең, баланың тәртибе менән килешмәйсә, ҡәтғилек күрһәткәндә формалашыусан.

Һәр малай атаһы өсөн иң көслөһө, иң шәбе, иң алдынғыһы икәнлеген белеп үҫергә теләй. Шуны тойһа, бала үҙендә тауҙарға артылырҙай көс таба, шул күркәм сифаттарҙы үҙендә тәрбиәләй. Әгәр ҙә атаһы әйләнгән һайын уға иҫкәрмә яһап, һәр ваҡыт үҫмерҙән ҙур уңыштар, еңеүҙәр көтөүен белгертеп торһа, баланың ҡыйыуһыҙ һәм баҙнатһыҙ, ҡурҡаҡ малайға әүерелеүе бар. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, атаһының өмөтөн аҡлай алмаҫмын, тип ерле-юҡҡа ҡурҡып, уның хөкөмөнән ҡасыу юлдарын эҙләй башлай, тимәк, ниндәйҙер артылышҡа үрләү урынына, был язанан нисек ҡотолоп ҡалырға, тигән ниәт кенә ҡаласаҡ күңелендә.

Һәм, ниһайәт, ир баланы атаһының ышанысы һәм йылы һүҙе ҡанатландыра. Әгәр ҙә атаһы уның өсөн абруйлы дуҫы була алмаһа, уны ул ситтә эҙләй башлаясаҡ, һәм тапҡан дуҫы уны тик яҡшыға ғына өйрәтер, тип ҡыйыу рәүештә кем әйтә ала? Сабыйҙарыбыҙҙың ырыҫын арттырайыҡ, тиһәк, бала сағыбыҙға йышыраҡ ҡайтып, атайыбыҙ менән беҙҙең арала ниҙәр оҡшаны, нимәләре күңелгә ятманы, тигәнде йышыраҡ иҫкә төшөрөп торорға кәрәктер беҙгә!

Ә ҡыҙ баланы тәрбиәләүгә килгәндә, бында ла үҙенсәлектәре бар. Нескә зат эйәһе сабый сағынан атаһын яҡын күрә, һәм был осраҡлы түгел. Яҡшы атай ҡыҙы өсөн таяныс, яҡлаусы, ҡәтғи, ҡатыраҡ әсәйҙән айырмалы, төрлө һорауҙарын тормошҡа ашырыусы ла. Нәҡ атаһы менән аралашҡанда, үҫмер ҡыҙҙың үҙ баһаһы, үҙенә мөнәсәбәте формалаша башлай.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бала сағынан атаһының һөйөүенән һәм ярҙамынан мәхрүм ҡыҙ бала үҫә килә шул тойғоларҙы башҡа ирҙәрҙән эҙләй башлай, әммә был юл менән теләгенә ирешә алыуы икеле. Йыш ҡына шундайҙар, ир-аттың иғтибарын көҫәп, әҙәп сиген уҙып, бәйләнсеккә әйләнә. Ҡайһы саҡта көслө зат вәкилдәренән иғтибар һәм һөйөү көҫәүҙәре яман күренешкә әйләнеп, саманан ашып китә. Әлбиттә, ир-егет ундай ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итмәй, ҡәҙере бөткәс, ҡыҙ кеше үҙен кәрәкһеҙ, бар нәмәгә лә яраҡһыҙ итеп ҡабул итә башлай. Былар барыһы ла хәл итеүе ауыр булған психологик проблемаларға килтерә.

Тыуғандан алып атаһының хәстәрлеге һәм һөйөүенә кинәнеп үҫкән ҡыҙҙың яҙмышы иһә башҡаса. Ир-егеттең иғтибарын яулап алыуға мохтаж булмай ул. Үҙ баһаһы ла көслө затҡа бәйле түгел. Ундай ҡыҙҙар ҡыйыуыраҡ та, нәзәкәтле, нәфис тә, ғаиләһендә лә матур мөнәсәбәт ҡора. Бында иң мөһиме – мин-минлеген үҫтереп, ҡыҙҙы артыҡ шаштырып, ғаиләһе өсөн ҡыл да ҡыбырлатырға яратмаған әҙәмгә әйләндереп ташламаҫҡа.

Һығымта яһайыҡ: әгәр ҙә һеҙгә Аллаһ атайлыҡ бәхетен насип иткән икән, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә яҡшы атай булырға тырышығыҙ. Күркәм холҡоғоҙ һеҙгә ғаилә ағзаларын яҡшылыҡҡа әйҙәргә, балаларығыҙҙың һөнәр-ҙәрен арттырырға, өлгөлө атай булырға ярҙам итһен. Ошо мөһим нәмәне бер секундҡа ла онотмағыҙ!

 

Ғәли Мырҙаев, психолог

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...