Ныҡ онотолған әйберҙәр тураһында

Ныҡ онотолған әйберҙәр тураһында

Ныҡ онотолған әйберҙәр тураһында

Хәҙерге көндә «мин әлеге мәлдәмен», «ошо мәл менән йәшәү», «мәлде тойоу» һымаҡ һүҙбәйләнештәр йыш ҡулланыла. Был хаҡта яҙалар ҙа, йырлайҙар ҙа, әммә нисек итеп кешегә күңеле (уйҙары) менән үткән йәки киләсәк заманда түгел, ә тап “ошо мәлдә” булырға икәнен берәү ҙә аңлатмай. «Мин әлеге мәлдә бында түгелмен», − тибеҙ, нисек улай килеп сыға һуң? Ҡайһы саҡ эштә йәки өйҙә туғандарың, дуҫтарың менән булғанда, улар һине күрә, һин дә уларҙы күрәһең, ләкин нишләптер улар һиңә, “һин беҙҙең янда түгел”, “ҡайҙа йөрөйһөң”, тип әйтергә мөмкин. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

Советтар Союзында патопсихология мәктәбенә нигеҙ һалыусы Блюма Зейгарник тормошонан бер ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Уҙған быуат башында булған был хәл. Йәш студент ҡыҙ бер кафеға килеп инә. Залда халыҡ туп-тулы, өҫтәлдәр был кафела ғәйәт күп булған. Ҡыҙҙың иғтибарын бер үҙе барыһына ла өлгөргән официант йәлеп иткән. Ул заказдарҙы блокнот-фәләнгә яҙып тормай, бөтәһен дә иҫендә ҡалдыра һәм күҙ менән ҡаш араһында, бер ниндәй яңылышһыҙ, барыһын өҫтәлдәргә килтереп өлгөрә.

Был сос, уңған егеттең хәтеренә хайран ҡалған ҡыҙыҡай унан, тәҙрә төбөндә ултырған ҡунаҡтар әле генә ҡайтып китте, улар нимә килтерергә ҡушҡанын иҫләйһегеҙме әле, тип һораған. Йәш кеше бер аҙ уйланып торғандан һуң, уңайһыҙланып, кешеләр түләгәс тә, барыһын онотам шул, тип яуап ҡайтарған. Студент ҡыҙ был һөйләшеүҙән һуң, шундай һығымта яһаған: тамамланмаған эште тамамланғанына ҡарағанда хәтерҙә яҡшыраҡ ҡалдырабыҙ.

Шул фекер нигеҙендә тәжрибә үткәрә. Ҡыҙ шунда ҡатнашҡан кешеләргә ниндәй ҙә булһа эш бирә һәм ҡайһы берәүҙәргә эштәрен тамамларға ирек бирмәй, ваҡыт бөттө, тигән булып, эштәрен бүлдерә. Күпмелер ваҡыт үткәс, тәжрибәлә ҡатнашҡан кешеләр араһында һорау үткәрә: заданиела бирелгән мәсьәләләрҙең ҡайһыһын нығыраҡ хәтерҙә ҡалдырғандар? Һөҙөмтәлә шул асыҡлана: үтәлгән мәсьәләләргә ҡарағанда, бүленгән, йәғни, үтәлеп бөтмәгән мәсьәләләр ике тапҡырға яҡшыраҡ иҫтә ҡалған! Был тәжрибә (хәҙер ул «Зейгарник эффекты» тип атала) шуны күрһәтә: әгәр эшебеҙ тамамланмаған икән, беҙҙең аҡыл (когнитив) системаһы әлеге эшләнеп бөтмәгән мәсьәләне бер туҡтауһыҙ оператив хәтергә һала бара һәм эште тамамларға кәрәклеген иҫкәртеп тороусы когнитив көсөргәнеш тыуҙыра.

Хәҙер мәғлүмәт шул тиклем күп, шуға ла беҙ информация ташҡынында оператив хәтеребеҙҙә урынлаштырырға тейешле тағы ла яңы бурыстарға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, ә алдараҡ ниәтләнгән эштәребеҙ онотолоп ҡала. Был иһә психологик көсөргәнешкә килтерә, үҙ сиратыбыҙҙа психикабыҙҙы ҡурсырға теләп, беҙ уны баҫырға тырышабыҙ.

Шуға ҡарамаҫтан, бындай баҫымдан көсөргәнешлек кәмемәй, киреһенсә көсәйгәндән-көсәйә генә, аҙаҡ бөтөн психикаға кире йоғонто яһаған ғәйәт ҙур проблемаға әйләнә: кеше уйланыуҙан туҡтай, яңы маҡсат ҡуйыуы ла уның өсөн хәл ителмәҫлек ҙур мәсьәләгә әүерелә, фекерен дә туплай алмаҫлыҡ хәлгә инә, ниндәйҙер ҡарарға килеүе лә уның өсөн ныҡ ауыр тойола башлай. Кешене бары тик борсоулы уйҙар ялмап ала, ул тиктомалдан сәбәләнә, йоҡоһоҙлоҡтан йонсой. Әгәр ҙә проблемалар шаҡтай ҡатмарлы булһа һәм оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәһә, был төшөнкөлөккә, неврозға, хәлһеҙлеккә, апатия, депрессияға килтерергә мөмкин. Быны иҫкәртер өсөн һәр бер мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙерәк хәл итеү зарурҙыр.

Әгәр беҙҙең психика эшебеҙҙе теүәлләнгән итеп, тулы сүрәттә күрмәй, уның тамамланған картинаһын, тулы образын күҙ алдына килтерә алмай икән, ул бынан дискомфорт кисерә. Ғилми тел менән әйткәндә, кешенең нимәнелер бер бөтөн образ итеп ҡабул итеүе − ул гештальт була. Башланған эште ахырына ҡәҙәр еткереп, башҡаса быға әйләнеп ҡайтмаһаҡ, − гештальтты ябабыҙ тигән һүҙ. Был көсөргәнештән ҡотолоп ҡына күңелебеҙ тынысланасаҡ.

Нимә, теманы ябабыҙмы?

Минең өсөн дә был мәҡәләне яҙып, мөхәрриргә ебәреү − ул гештальтты ябыу. Ә хәҙер был ярҙамдың практик ысулы тураһында һөйләп китмәксемен. Ҡулығыҙға ручка алып, йомғаҡланмаған бөтә эштәрегеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрөп, ҡағыҙға яҙып сығығыҙ.

Мәҫәлән, интернет-провайдерға шылтыратып, уңайлы тариф һайларға, анализдар тапшырырға, бәпес алып ҡайтҡан таныштарығыҙҙы ҡотларға, яҡындарыңа һөйөүеңде белдерергә (әйтергә), яңы эш урынына резюме ебәрергә, яратҡан шөғөлөң буйынса уҡырға, белемеңде камиллаштырырға, күптәнге дуҫың менән осрашырға, ишек алдындағы газонды ипкә килтерергә, үҙ-үҙеңде дөрөҫ тотмағаның өсөн ғәфү үтенергә.

Һәм шулай уҡ мейене ҡат-ҡат быраулаған, иғтибарҙы төп маҡсаттан ситкә йүнәлткән башҡа күп нәмәләр тураһында. Һеҙ яҙған эштәрҙең ҡайһылары бик мөһим дә булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа барыһын да теҙеп сығығыҙ.

Яҙып бөттөгөҙмө?

Хәҙер үҙ әһәмиәтен юғалтҡан пункттарҙы һыҙып ырғытығыҙ ( мәҫәлән, пәлтә төймәләрен алыштырырға теләп, был эште йәрингә ҡалдырып килә торғас, пәлтәгеҙҙән күптән ҡотолғанһығыҙ, әммә ниәтегеҙҙең тормошҡа ашмауы һаман күңелегеҙҙе өйкәй!). Ваҡ ҡына, тәү ҡарамаҡҡа, тамсы ла файҙаһы булмаған фекерҙәрҙе лә яҙып, ҡағыҙҙа һыҙылғанын күреү беҙгә ныҡ мөһим. Ул саҡта мейебеҙгә был эштәрҙең бөткәнлегенә ышаныуы еңелерәк.

Башҡа пункттар буйынса ла эшләргә кәрәк! Тамамлағас та, һәр береһен һыҙа барырға!

Ошо ябай һәм һөҙөмтәле ысулға нигеҙләнгән күнегеүҙәр бик күп. Улар ярҙамында көсөргәнештән ҡотолоу менән ағзаларыбыҙға хәл керер, шундуҡ еңеллек тоя башларбыҙ, мөһим нәмәләргә иғтибарыбыҙ артасаҡ. Эште тамамлау ҡаныбыҙҙа ҡәнәғәтлек хисе өсөн яуаплы дофаминдың күләмен арттыра. Ул саҡта күңел офоғобоҙҙа тағы ла яңы маҡсаттар ҡабыныр, уҡыуға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә ынтылыш булыр.

Хәҙисә Рамазанова, психолог

Светлана Әбсәләмова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...