Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Йософ пәйғәмбәр кеүек, Рәсүлу-ллаһты ла ** туғандары эҙәрлекләгән һәм һуңынан улар уға бойһонған.

 

Рәсүлуллаһ ﷺ Дауыт пәйғәмбәр кеүек Мәккә ҡалаһына еңеүсе булып ингән.

Рәсүлуллаһ ﷺ Әҙәм пәйғәмбәр кеүек кешеләр араһында беренсе булды, сөнки Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ тиклем бер пәйғәмбәр ҙә кешеләргә һәм ендәргә лә пәйғәмбәр итеп ебәрелмәне.

Рәсүлуллаһ ﷺ Муса пәйғәмбәр кеүек мосолмандарҙы мөшриктәрҙең ҡыҫымы аҫтынан сығарҙы.

Хәҙрәти Рәсүлдең бынан башҡа гүзәл холоҡтары, матур сифаттары ғәйәт күп булып, бөтөн мосолмандарға раһбәр (өлгө, үрнәк) итеп алырға тейешле булған әүсафы (әхлаҡ, холоҡ сифаттары) сикһеҙҙер.

Хәҙрәти Рәсүлдең иҫ киткес гүзәл сифаттарын күреп, ИСЛАМ динен ҡабул итеүселәр күп булды.

Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәлә ҡурҡыулы мәхшәр көнөндә Расүлуллааһи МӨХӘММӘД ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен барса өммәтенә насип итһә ине, Әмин.

 

(Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әғләметдин Ғәзизов,

Әминә Ноғоманова–Ғәзизова,

Сибай ҡалаһы

 

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...