Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Ҡаш йолҡорға яраймы?

Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Аллаһу Тәғәлә төйөмтә (татуировка) эшләүсе һәм уны эшләтеүсе, шулай уҡ ҡаш йолҡоусы һәм йолҡтороусы (икенсе риүәйәттә: «үҙенең ҡашын йолҡоусы»), тештәрен, матур булһын өсөн, тигеҙләп быстырыусы һәм шул рәүешле заттарын үҙгәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһ ҡәһәрләгән» (Мөслим, Бохари). Әт-Тәхтәүиҙең «Дүрр әл-Мохтар» китабындағы аңлатмаһында: «Нимас – ул пинцет ярҙамында биттәге сәс төктәрен йолҡоу». Икенсе аңлатмаларҙа (мәҫәлән, Әс-Сүйутыйҙың «Джәми әс-Сәғир» китабында), нимас – тигеҙләү һәм нәҙегәйтеү өсөн, ҡаш бөртөктәрен йолҡоу. Ундай ғәмәл – хәрәм.

Әммә кейәүҙә булған ҡатынға, иренән рөхсәт алып, ҡаштарын йолҡорға, буярға, рәткә килтерергә мөмкин. Был эш иренән рөхсәт алынмайынса башҡарылһа, шулай уҡ хәрәм була. Хәнәфи мәҙһәбендә бындай аңлатма бирелеүенең төп сәбәбе – шәриғәттә ҡатын-ҡыҙға ире алдында матур булырға тырышыу зарурлығынандыр. Бындай осраҡта ҡаштарҙы йолҡоу – иң күркәм биҙәнеү булып һанала.

Имам Ибне Ғәбидин фекеренсә, хәҙистә килтерелгән тыйыу ҡатын-ҡыҙҙың сит ирҙәр өсөн биҙәнеүенә ҡағылалыр. Ҡалған осраҡта, ҡатындың битендәге сәстәре (ҡаштары) хәләл ефетендә кире ҡараш тыуҙырһа, сәс (ҡаш) бөртөктәрен йолҡоуҙы тыйыу дөрөҫ булмай. Сөнки ҡатынға ире алдында гүзәл ҡиәфәттә булыр өсөн биҙәнеү зарур. Хәҙистәге тыйыу, сәбәпһеҙ ҡаштарын йолҡҡан ҡатын-ҡыҙға ҡағыла, уларҙы Аллаһ ҡәһәрләй.

«Татархания» китабында әйтелгәнсә, ирҙәргә биттәрендәге сәс бөртөктәрен йолҡоуҙа тыйыу юҡ, әммә уларҙың ниәттәре ҡатын-ҡыҙға хас мөләйем булырға тырышыу булмаһа ғына. («Радд әл-Мохтар», «Хәшиәт әл-Тәхтәүи ғәлә Дурр әл-Мохтар»)

 

 

Әгәр ҡорбан салыу ваҡыты үтһә, мин ҡорбан салып өлгөрмәһәм, нимә эшләргә мөмкин?

Ҡорбан салыр өсөн мал һатып алынһа һәм уны Ҡорбан байрамында һәм артабан өс көн эсендә салып өлгөрмәһәләр, киләһе варианттарҙы ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә ҡорбан малын ярлы кеше һатып алһа һәм билдәләнгән ваҡыт эсендә салып өлгөрмәһә, ул осраҡта ҡорбанлыҡты тере килеш саҙаҡа итеп бирергә кәрәк, сөнки ярлыларға ҡорбан салыу үәжиб ғәмәл булып һаналмай. Ни өсөн саҙаҡа итеп бирелә? Сөнки ул мал ҡорбан итеп салыу ниәте менән һатып алынған. Уны үҙ ваҡытында салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайтыусы бер ғәмәл булыр ине, шуға ла билдәләнгән ҡорбан малы саҙаҡа рәүешендә тере килеш тапшырыла.

Әгәр ҙә бай кеше ҡорбанлыҡ һатып алһа, был осраҡта уға саҙаҡа итеп ҡорбан малының хаҡын бирергә кәрәк. Сөнки уға ҡорбан салыу – үәжиб ғәмәл, ул шул ваҡытты үткәреп ебәргән өсөн компенсация урынына мохтаждарға ҡорбан малының хаҡын аҡсалата бирергә тейеш.

(«Әл-Ихтияр ли-тәғлил әл-Мохтар»)

 

Духа намаҙы тураһында аңлатығыҙ әле?

Духа намаҙының иң ҙур файҙаһы – уны йыш үтәгән кешегә ендәр яҡынлашмай. 2-нән алып 12 рәҡәғәткә тиклем үтәргә була. Иң яҡшыһы 4 рәҡәғәттән алып 12-гә тиклем.

Был намаҙҙы ҡояш сыҡҡандан һуң, мәкрүһ ваҡыт (45 минут тирәһе) үткәндән алып, ҡояш төшлөккә (зенит) еткәнсе үтәргә була. Өйлә намаҙына тиклем 20-40 минут тирәһе ҡалғас, уҡырға ярамай.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Кем даими рәүештә ике рәҡәғәт духа намаҙын үтәй, уның диңгеҙ күбеге хәтлем гонаһтары булһа ла, ғәфү ителер», – тигән (Ибне Мәджә).

«Көн дә иртән һеҙ һәр быуынығыҙ өсөн саҙаҡа бирергә тейешһегеҙ. Һәр тәсбих («Сөбхәнәллаһ») – саҙаҡа, һәр тәхмид («Әлхәмдүлилләһ») – саҙаҡа, һәр тәһлил («Лә иләһә илләллаһ») – саҙаҡа, һәр тәкбир («Аллаһу Әкбәр») – саҙаҡа. Яҡшылыҡҡа өндәү – саҙаҡа, насарлыҡтан тыйыу – саҙаҡа. Әммә быларҙың барыһын да ике рәҡәғәт духа намаҙы алыштыра ала». (Мөслим)

Шулай уҡ Аллаһ Рәсүленән ﷺ еткерелеүенсә: «Кем 2 рәҡәғәт духа намаҙын үтәй, ул ялҡау түгел, кем 4 рәҡәғәт үтәй – ул Аллатың тоғро ҡоло булып һанала, кем 6 рәҡәғәт уҡый – ул көн буйына барлыҡ борсолоуҙан арыныр, 8 рәҡәғәт үтәүсе – Аллаһтың изге ҡоло булыр, 12 рәҡәғәтте үтәүсегә Аллаһ Ожмахта алтындан һарай төҙөр» (ибне Мәджә, әт-Тирмиҙи). («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Иртәнге намаҙҙы нисек дөрөҫ итеп ҡаза ҡылырға?

Әнәстән еткерелгән хәҙистә Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Берәү намаҙҙы йоҡлап ҡалдырһа йәки, онотолоп китеп, үткәреп ебәрһә, шунда уҡ, иҫенә төшкәс тә, уны үтәһен», – тип әйткән (әл-Бохари).

Ҡояш бер аҙ офоҡ ситенән күтәрелгәс, төшкә тиклем иртәнге намаҙҙың сөннәте менән фарызы ҡаза итеп ҡылына.

Әгәр иртәнге намаҙҙың фарызы ваҡытында үтәлһә, ә сөннәте үтәлмәһә, уны ҡаза итеп уҡырға кәрәкмәй.

Мәҫәлән, кешенең үтәлмәгән фарыз намаҙҙары күп булһа, ҡаза ҡылғанда, ҡайһы көндөң намаҙы икәнен билдәләү мөһим түгел. Сөнки бында ҡатмарлыҡ тыуырға мөмкин. Был осраҡта, һуңғы уҡылмай ҡалған иртәнге намаҙға ҡаза ҡылам, тип ниәтләү етә.

Ҡалдырылған намаҙҙарҙы, мәкрүһ булып һаналған өс ваҡыттан тыш, ҡайһы мәлдә үтәһәң дә була. Ҡояш сыҡҡанда, төшлөккө еткәндә (зенит) һәм байығанда, ҡаза ҡылыу тыйыла. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Әгәр ҙә ғаиләлә берәйһе хыянат итһә, никах юҡҡа сығамы?

Ғаиләлә ир кешеме йәки ҡатын кешеме зина ҡылһа, никах боҙолмай.

Зина – ул никахһыҙ енси мөнәсәбәттә булыу. Ул иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Мөьмин кешегә ул гонаһҡа яҡын да килергә ярамай.

Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә: «Зинаға яҡын килмәгеҙ! Ысынында, ул – боҙоҡлоҡ һәм алама юл», – ти («Әл-Исра» сүрәһе, 32-се аят).

Кем генә булмаһын, ирме йәки ҡатынмы, был боҙоҡ ғәмәлде ҡылһа, ул ҙур гонаһ ҡылыусы булып һанала. Әммә, зина ҡылыу ҡайһы осраҡта никахты боҙмай? Әгәр ҙә ул гонаһты, рөхсәт ителгән ғәмәл, тип һанамаһа. Юғиһә, ул кеше Исламдан сыға һәм был осраҡта уның никахы боҙола.

Әгәр ҙә зина ҡылыусы был ғәмәлде уның гонаһ икәненә инанған килеш эшләһә, был осраҡта никах тарҡалмай, уны яңыртырға кәрәкмәй. Әммә уға ысын күңелдән тәүбә ҡылырға һәм Аллаһтан ғәфү үтенергә кәрәк. («Лүбәб»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...