ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мин эшләгән ерҙәге тәртип буйынса, бөтәбеҙ ҙә киске сәғәт унда йоҡларға ятабыҙ (отбой), шуға күрә йәстү намаҙын ваҡытынан алдараҡ үтәргә мәжбүрбеҙ. Был дөрөҫмө?

Һәр намаҙҙың үҙ ваҡыты бар. Әгәр ул ваҡыты етмәҫ борон үтәлһә, намаҙ булып һаналмай Ибне Ғәббәс менән Ибне Мәсғүдтең әйтеүенсә: «Һәр намаҙҙың билдәләнгән ваҡыты бар». Шуға күрә һеҙгә йәстү намаҙын уның ваҡыты еткәс кенә үтәргә кәрәк. Был хөкөм һәр намаҙға ҡағыла. Һеҙҙең осраҡта, отбойҙан һуң тороп, йәстү намаҙын үтәргә кәрәк. («Мухтасар Ҡудури»)

 

 

Әгәр ҙә намаҙҙың үәжиптәрен үтәргә онотоп, сәждә сәхүә (намаҙҙа хаталар булһа, махсус сәждә ҡылына) эшләмәйенсә тороп, һөйләшә башлаһам, артабан нимә эшләргә?

Әгәр ҙә намаҙ үтәүсе сәждә сәхүәне үтәргә онотоп, «сәләм» биргәндән һуң һөйләшә башлаған йәки мәсеттән сыҡҡан икән, был осраҡта уға намаҙын яңынан үтәргә кәрәкмәй.

«Сәләм» биргәндән һуң ул ҡибланан боролһа, әммә һөйләшә башламаһа, ул сәждә сәхүәне үтәй ала. Әммә ул сәждә ҡылырға кәрәк икәнен иҫендә тотоп, уны эшләмәһә һәм ҡибланан боролһа, уға артабан сәждә сәхүәне үтәүҙә кәрәклек юҡ. Уға намаҙын яңынан үтәү яҡшыраҡ буласаҡ. («Дурар үл-Мохтар»)

 

 

Йыназа намаҙында мәрхүмдең тәне ерҙә түгел, ә носилкала ятһа, яраймы? Бындай осраҡта йыназа намаҙы үтәлгән булып иҫәпләнәме?

Эйе, иҫәпләнә. Йыназа намаҙының шарты булып, мәрхүм, әйтәйек, мал өҫтөндә йәки кеше ҡулында булмаҫҡа тейеш. Был намаҙҙа мәрхүмдең дәрәжәһе имам дәрәжәһенә тиң. Шуға күрә, имам артынан эйәрә торған шарттар үтәлергә тейеш. Әйтәйек, ерҙә баҫып тороусылар, һыбайлы имам артынан эйәреп намаҙ уҡый алмай − был осраҡта ла шуның кеүек.

Ә мәрхүмгә килгәндә, ул носилкала ятҡан хәлдә, уның янында уҡылған намаҙ дөрөҫ һанала. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

Ҡатын-ҡыҙға күремле мәлендә мәсеткә никах уҡытырға барырға яраймы?

Ҡатын-ҡыҙға ундай хәлдә мәсеткә барыу тыйыла. «Имдад әл-Фәттәх» китабында: «Ҡатындарға күрем ваҡытында намаҙ үтәргә, Ҡөрьән уҡырға, Ҡәғбә тирәләй урарға, ире менән яҡынлыҡ ҡылырға, шулай уҡ мәсеткә инергә ярамай», – тип яҙылған. («Имдад әл-Фәттәх»)

 

 

Әгәр ҙә никах ваҡытында тик кейәү, кәләш һәм никахты уҡыусы кеше генә булһа, никах дөрөҫ буламы? Шаһиттар булманы. Кәләш никах барышында намаҙ уҡыған. Никахты кәләштең өйөндә үткәргәндәр. Кейәү кеше мәһәрҙе лә һаман бирмәгән. Былар барыһы ла мөһим шарт булып торамы?

Был осраҡта һорауҙар тыуа һәм күп шарттарҙы ентекле итеп тикшерергә кәрәк, шуға күрә кейәү менән кәләшкә, оҙаҡҡа һуҙмай, имамға барырға кәрәк. Ике шаһиттың булмауы − никахтың шарттарын боҙоу, тигәнде аңлата. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Вәлиһеҙ һәм ике хаҡлы шаһитһыҙ никах юҡ (никах килеп сыҡмай)», – тигән. (Ибне Хиббән, әл-Бәйһаҡи) («Ихтыяр»)

 

 

Ҡайһы саҡта кесе ярауҙан һуң, тоноҡ, йәбешкәк шыйыҡса сыға. Бынан һуң мотлаҡ ғөсөл ҡойонорға кәрәкме?

Бөтөн ғалимдар фекеренсә, вәдйү (кесе ярау алдынан йәки унан һуң сыҡҡан аҡ, тоноҡ төҫтәге шыйыҡса) һәм мәзйү (ҡуҙғыған саҡта сыҡҡан үтә күренмәле шыйыҡса) ғөсөлдө боҙмай. Ике осраҡта ла ғөсөл ҡойоноу мотлаҡ түгел. Әммә ике шыйыҡса ла нәжес булып һанала һәм тәһәрәтте боҙа. Шуға күрә улар тейгән урынды йыуып, таҙартырға кәрәк.

 

 

Тәйәммүм алдынан ниндәй ниәт ҡылырға кәрәк?

Тәйәммүм үтәр алдынан киләһе ниәт булырға тейеш: «Мин таҙарыныу маҡсатында йәки намаҙ үтәргә рөхсәт булһын өсөн тәйәммүм үтәргә ниәт ҡылдым».

«Мин тәйәммүм үтәргә ниәт ҡылдым», – тип кенә әйтеү етмәй.

Әммә үрҙә яҙылған дөрөҫ ниәтте мотлаҡ әйтеү кәрәкмәй, күңелдә ниәт булһа, шул етә. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Имамға эйәреп намаҙ үтәүсе имамдан алдан сәждәгә китһә һәм унан алда күтәрелһә, уға ҡарата ниндәй хөкөм була?

Әгәр ул имамдан алда рөҡүғҡә һәм сәждәгә төшөп, әммә рөҡүғ менән сәждәне имам менән бергә тамамлаһа, был мәкрүһ була. Уның намаҙы боҙолмай.

Әгәр ҙә ул рөҡүғте имамдан алда эшләп, турайһа, ә имам яңы ғына рөҡүғҡә китһә, был осраҡта мәьмүмдең намаҙы боҙола. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...