ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙ уҡығанда, бесәй яныма килеп, һырпаланып-иркәләнеп алһа, эргәмә килеп ятһа, уҡығаным һаналамы?

Эйе, бесәй йөнөндә намаҙ уҡыусыны, уның кейемен бысратырҙай нәжес кеүек нәмәләр булмаһа, ғибәҙәт үтәлгән, тип иҫәпләнә. Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, бесәй йөнө нәжес һаналмай. («Мәрәки әл-Фәләх»)

 

 

Мәрхүм мосолмандар өсөн йыназа намаҙын уҡыу нимәнән ғибәрәт?

Йыназа намаҙы – мәрхүм булып ҡалған дин ҡәрҙәшебеҙҙең рухына доға ҡылыу, Аллаһу Тәғәләнән, гонаһ-хаталарын ғәфү итеп, мәңгелектә уның өсөн бәхет һорап ялбарыу. («Ихтыяр ли тәьлили Мөхтәр»)

 

 

Изге Яҙма кешеләре (христиандар һәм йәһүдиҙәр) салған малдың итен ашарға рөхсәт ителәме?

Раддүл-Мөхтәр» китабында билдәле ғалим Ибне Әбидин былай тип яҙа: «Изге Яҙма кешеләре (христиандар һәм йәһүдиҙәр) салған малдың итен ашау рөхсәт ителә. Әммә ҡайһы бер ғалимдар, Изге Яҙма кешеләренең Пәйғәмбәрҙәр Ғайса  һәм Ғөзәйерҙе  илаһлаштырмауҙарын шарт итеп ҡуйған. Был турала «Әл-Мәбсүт» һәм «Мостасфа» китаптарында бәйән ителә. Әммә ғалим Шәмсүл-Әиммәнең «Мәбсүт» китабында яҙылғанса, үрҙә әйтелгән шартты иҫәпкә алмай тороп та, ошолай итеп салынған малдың итен ашарға ярай. Ошо мәсьәләне етди өйрәнгән дин белгесе Камал ибне Хумәм кәңәш иткәнсә, ошо рәүешле салынған ит ныҡ мохтажлыҡ булғанда ғына ярай. Рөхсәт ителһен өсөн, түбәндәге шарттарҙы үтәү мотлаҡ: 1) ит салыусы был эштең рәтен белергә тейеш. 2) Малды осло һәм үткер нәмә менән салырға кәрәк. 3) Малдың ҡыҙыл үңәсе, тамағы һәм муйындағы ҡан тамырҙары йәки, исмаһам, ошо дүрт ағзаның өсәүһе булһа ла салынырға тейеш. 4) Салғанда, Аллаһ ﷻ исеме («бисмилләһ») әйтелергә тейеш. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: үҙҙәрен христиан итеп иҫәпләгәндәрҙең күбеһе дини ҡағиҙәләр буйынса сала белмәй. Шуның өсөн дә хәҙерге заманда улар салған малды тотонмау, ашамау хәйерлерәк булыр. («Хәшийәтү ибне Әбидин»)

 

 

Күңелең менән өйлә намаҙын уҡырға теләп, телең менән икенде намаҙына ниәт ҡылғанда, шуларҙың ҡайһыһы ысын һанала?

Ниәттең урыны – йөрәк, күңел, ҡәлеб. Ә уны тел менән иҫбатлау – сөннәт ғәмәл, һәм был йөрәктең ниәтен нығыта. Шуның өсөн был осраҡта өйлә намаҙына ниәт ҡылған йөрәктеке ысын һанала. («Мәрәки әл-Фәләх»)

 

 

Бесәй һатып алырға яраймы? 

Бесәйҙе һатыу һәм һатып алыу тыйылмай. Һәм бындай килешеү ысын һанала. («Дүрарул-Мөхтәр»)

 

 

Мәрхүмде ерләгәндән һуң ҡәберенә һыу ҡоялар. Ошоға динебеҙҙә нигеҙ бармы?

«Әл-Бәһру әр-Раик» китабында былай тиелгән: «Ҡәберҙе һыу менән һуғарыуҙа гонаһ юҡ, сөнки был уны тигеҙләй». «Әд-дүррул-Мөхтәр» китабында имам әл-Хәскәфи, был ерҙе көслө елдәрҙән һаҡлай, тип яҙа. Ошо һүҙҙәрҙе имам Ибне Әбидин былай тип аңлата: «Ибне Мәджә еткереүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Сәғәдтең ҡәбере менән дә шулай эшләне, Әбү Дауыт  әйткәнсә, үҙенең улы Ибраһимдыҡы менән дә. Шуға ошоға эйәреү сөннәт. Имам Бәззәр еткергәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ Уҫман ибне Мәзғүндең ҡәбере менән дә шулай итергә ҡушҡан».

 

 

Намаҙ алдынан бер кеше аҙан әйтһә, ҡамәтте лә ул әйтергә тейешме?

Ҡамәтте аҙан әйткән кеше уҡыһын ине. Был осраҡта шуға иғтибар итергә кәрәк: әгәр ҙә мөәзингә ҡамәтте әйтеүсе кешенең уҡығаны оҡшамаһа, икенсе кешенән ҡамәт уҡытыу тыйыла. Аҙан әйтеүсегә зыян итмәгән осраҡта, ҡамәтте икенсе кешегә уҡырға рөхсәт ителә. («Бәдәи ғүҫәнәи»)

 

 

Аш-һыу бүлмәһендә ит ҡырҡҡанда, кейемемә ҡан сәсрәттем. Нәжес бер урында ғына, тимер тәңкә ҙурлығында. Миңә ошо кейемдә намаҙ уҡырға яраймы?

Бындай ҙурлыҡтағы нәжес (шарап, ҡан, хайуандар һейҙеге һәм шайығы һәм башҡалар) ғәфү ителә. Шуны ла иғтибарға алыу зарур: дини ҡағиҙәләр буйынса салынған малдың итендә һәм ҡан тамырҙарында ҡалған ҡан таҙа була. Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, шундай кейемдә уҡылған намаҙ үтәлгән, тип һанала. («Мәрәки әл-Фәләх»)

 

 

Ҡайһы бер мосолмандар таксиҙа эшләй. Улар кешеләрҙе төрлө урынға, шул иҫәптән, динебеҙ рөхсәт итмәгәндәренә лә (төнгө клубтарға, һыра кафе-барҙарына һ.б.) алып барырға тейеш. Бындай эштә эшләргә яраймы? Мәҫәлән, бер осраҡта водитель пассажирҙы тыйылған урынға алып барыуын белә, икенсеһендә, белмәй, ти. Бындай ике осраҡта айырма бармы?

Кешене эшкә алғанда, яллағанда, иң башта эшенә ҡарайҙар. Таксист пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә, кәрәкле урынға алып барып ҡуя. Бындай эш гонаһлы түгел, һәм мотлаҡ гонаһҡа килтереүсе сәбәп булып тормай, сөнки кешеләрҙе яҡшы урындарҙа ла йөрөтөргә мөмкин. Шуға күрә был рөхсәт ителгән эш. Гонаһы уны үҙ теләге менән эшләгәнгә була. Шуға ҡарамаҫтан, водитель, был кешенең ҡырын эш ҡылырға теләүен белеп ҡалһа, уға өгөт-нәсихәт әйтергә, был ғәмәлдең гонаһлы икәнен һөйләргә тейеш. Әгәр ҙә өгөт-нәсихәтенең бушҡа булып, пассажирҙың һаман да хәрәм урындарға ынтылып, ҡырын эш менән булашҡанын күрһә, эстән генә булһа ла, бының менән ризалашмаһын. Имам Әбү Хәнифәнең уҡыусылары Әбү Йософ менән Мөхәммәттең фекере буйынса, әгәр водитель кемделер тыйылған урынға алып барыуын белһә, уға бындай эште башҡарып сығырға рөхсәт юҡ. Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алһаҡ, ошондай ҡытыршылыҡтарҙан азат яңы эш урынын эҙләргә кәрәк. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, диндар таксист хәрәм урындарға йүнәлгән кешене хеҙмәтләндереүҙән мөмкин тиклем баш тартырға тейеш. («Дүрарул-Мөхтәр»)

 

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...