ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ҡөрьән уҡыған саҡта үтәлә торған сәждә тиләүәне нисек дөрөҫ эшләргә кәрәк?

Изге Ҡөрьәндә 14 аят бар, кем уларҙы уҡый йәки ишетә, сәждә тиләүә эшләргә тейеш.

Тәһәрәтле булыу, ғәүрәтте ҡаплап, Ҡибла яғына боролоп тороу уның шарттары булып һанала.

Сәждә тиләүәне киләһе ысул менән үтәргә кәрәк: баҫып торорға (әммә ултырырға ла була), Ҡибла яғына боролорға, тәкбир һүҙҙәрен әйтеп («Аллаһу Әкбәр!»), ҡулдарҙы күтәрмәйенсә, сәждәгә китәбеҙ. Шунан һуң тағы берҙе тәкбир әйтеп сәждәнән торабыҙ. Ике урында тәкбирҙе әйтеү сөннәт булып һанала. Әттәхийәт менән сәләм уҡылмай. Сәждә ваҡытында намаҙҙағы тәсбихтәр әйтелә.

Сәждә тиләүә бер тапҡыр ғына эшләнә. Әгәр ҙә намаҙ ваҡытында имам сәждә тиләүә ҡылһа, уның артынан эйәреүселәр шулай уҡ сәждәгә китергә тейеш.

Әгәр ҙә берәй мәжлестә ике төрлө сәждә аяттары уҡылһа йәки ишетелһә, һәр береһенә айырым сәждә тиләүә ҡылына. Әгәр ҙә мәжлестә бер сәждә аятын ике тапҡыр ҡабатлап уҡыһалар йәки ишетһәләр, был осраҡта тик бер тапҡыр ғына сәждә тиләүә эшләргә кәрәк. Әммә бер сәждә аятын ике төрлө мәжлестә уҡыһалар йәки кеше уларҙы ишетһә, был саҡта сәждә тиләүәне ике тапҡыр ҡылырға кәрәк.

Бер бүлмәнән икенсе бүлмәгә күсеү, шулай уҡ һөйләшеү темаһын үҙгәртеү йәки икенсе эш менән шөғөлләнеү, бер мәжлестән икенсегә күсеү тигәнде аңлата.

Балалар, аҡылға зәғифтәр, күрем күргән йәки нифаслы булған ҡатындар сәждә тиләүәне үтәмәйҙәр. Әммә уларҙан сәждә аяттарын ишетелһә, сәждә тиләүә үтәлергә тейеш. («Мәрәҡ ил-Фәләх»)

 

 

Мин өйөмдө һаттым. Әммә һатып алыусы аҡсаһын тулыһынса биреп бөтмәгән. Ул кеше өйҙән минең ҡалған әйберҙәремде алып китеүемде һорай. Был осраҡта кем хаҡлы?

 

Әгәр һеҙ өйөгөҙҙө “кисектереп түләү” килешеүе буйынса һатһағыҙ, һеҙ уны шунда уҡ һатып алыусыға тапшырырға һәм унда ҡалған әйберҙәрегеҙҙе алырға тейешһегеҙ. Һатыу эшендә алдауға урын булмаҫҡа тейеш. Ул бер нисек тә ризыҡты арттырмай. Киреһенсә, алған килемдең бәрәкәте кәмейәсәк.

(«Фиҡһүл-Хәнәфи мүйәссәр»)

 

 

Билдәле булыуынса, кейемгә нәжес тейһә, уны ағын һыу аҫтында йыуырға кәрәк. Әгәр ҙә, туҡыманың буяуы сығыу сәбәпле, һыу үтә күренмәһә, уны нисек йыуырға?

Әйберҙе кран аҫтында һыу үтә күренгәнсе тотоу мотлаҡ түгел. Нәжесте ағын һыу менән таҙартҡан саҡта, киләһе ҡәғиҙәләргә иғтибар итергә кәрәк:

- әгәр нәжес күренә икән, мәҫәлән, ҡанды беренсе тапҡырҙан уҡ йыуып төшөрһәң дә, шул етә.

- әгәр ҙә нәжес күренмәһә, ағын һыу аҫтында әйберҙе йыуған саҡта, һыу өс тапкыр алышынырға тейеш.

Әммә был ваҡытта ла, һыуҙың өс тапҡыр алышыныуы тураһында күңелдә уй булһа, шул етә.

(«Хәшийәтү Тәхтәүи»)

 

 

Йома намаҙы булып һаналһын өсөн, өс кеше етәме?

Йома намаҙы шарттарының береһе − имамдан тыш, өс ир булыуы мотлаҡ. Дөйөм алғанда, дүрт кеше булырға тейеш.

Әгәр имам артынан бер ҡатын һәм ике ир йәки бер ир бала һәм ике ир намаҙ үтәһә, был йома намаҙы булып һаналмай. Сөнки дүрт кешенең бөтәһе лә бәлиғ ир заты булырға тейеш.

Әгәр ҙә имам артынан өс ирҙән тыш тағы ла ҡатындар намаҙ үтәһә, был да йома намаҙы булып һанала.

(«Лүбәб фи шәрхи әл-Китаб»)

 

 

Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, әгәр ғаиләлә ир кеше намаҙ уҡымаһа, ә ҡатыны уҡыһа, барыбер икеһе лә гонаһлы булалар. Шул фекер дөрөҫмө?

Намаҙ – ул һәр кеше өсөн айырым йөкмәтелгән ғибәҙәт. Шуға һәр кеше уны үтәмәгән өсөн үҙе шәхсән яуап бирәсәк.

Әгәр ир кеше намаҙын үтәмәһә, ҡатынына барыбер уға намаҙҙың мөһимлеге тураһында нәсихәт эшләргә кәрәк. Әлбиттә, иҫкәртеү бик йомшаҡ һәм әҙәпле булырға тейеш. Шулай уҡ һәр намаҙҙан һуң уға доға ҡылыу мотлаҡ.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем бер намаҙын юрамал ҡалдыра, уны Аллаһ асыуланып ҡаршы алыр», – тигән. (әт-Табәрани).

 

 

Бер нисә кеше, уртаҡ аҡса йыйып, эш алып барғанда, дин ҡанундары буйынса ниндәй шарттарға таянырға кәрәк?

Мүшәракә − өлөшләтә барлыҡҡа килгән уртаҡ хужалыҡ. Бында һәр инвестор үҙенән өлөш индерә һәм аҙаҡ килгән килемде үҙ-ара бүлешә, шулай уҡ барлыҡҡа килгән зыянды ла (убыток) индерелгән өлөш хаҡына торошло бүлешә.

Мүшәракәнең шарттары:

1) Һәр партнерҙан инвестиция булырға тейеш;

2) Бөтөн партнерҙар бизнес менән идара итеү хоҡуғына эйә;

3) Зыянды ҡаплау һәр партнер индергән өлөшкә ҡарап билдәләнә;

4) Партнерҙарҙың яуаплылығы сикләнмәй. Шуға күрә, бизнестың бурыстары уның мөлкәте һанынан артып, бизнес ябылһа, булған бурыстың суммаһы бөтөн партнерҙар араһында тигеҙ бүленә. Әммә был хәл менән партнерҙар риза булмаһа, был осраҡта бурыстарҙы барлыҡҡа килтереүсе партнерға йөкмәтелә.

5) Һәр ҡатнашыусының индергән өлөшөнән барлыҡҡа килгән дөйөм фонд уларҙың инвестициялар өлөшөнә ярашлы хоҡуҡ бирә.

(«Хәшийәтү Ибне Ғәбидин»)

 

 

Ҡасан бала имсәк ул йәки ҡыҙ булып һанала?

Әгәр хижри календары буйынса ике йәше тулмаған баланы сит ҡатын бер тапҡыр булһа ла имеҙһә, ул уның имсәк балаһы булып һанала. Шулай уҡ күкрәк һөтөн айырым һауытҡа һауып, уны икенсе балаға имеҙһәләр йәки сит баланың танауына тамһа, ул имсәк балаға әйләнә.

(«Әл-Бахр ар-Раиҡ»)

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...