Нисек күҙ тейеүҙән һаҡланырға?

Нисек күҙ тейеүҙән һаҡланырға?

Күҙ тейеүҙең хаҡ икәне билдәле, һәр кеше күҙ тейгеҙә ала, хатта үҙ-үҙенә һәм үҙенең мөлкәтенә лә.

 

Күп саҡта күҙ тейеү көнсөл кешенән була. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә: «Әгәр ҙә һеҙҙең арала кемдер үҙендә йәки мөлкәтендә, йәки үҙенең ҡәрҙәшендә берәй әйберҙе оҡшатһа, бәрәкәт һорап доға ҡылһын, сөнки ысынында күҙ тейеү хаҡ», – тиелгән (Ибне Мәджәһ).

Икенсе хәҙисендә: «Күҙ тейеү – ысынлап та, бар. Уның арҡаһында дөйә ҡаҙанға барып эләгә, ә кеше – ҡәбергә», – тиелгән (Әбү Нүәйм).

 

Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға?

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә (Ибне Ғәббәстән еткерелә): «Күҙ тейеү – хаҡ нәмә. Әгәр ҙә Аллаһтың тәҡдиренә нимәлер йоғонто яһай ала икән, ул да булһа, күҙ тейеү булыр. Әгәр ҙә һеҙгә ҡойонорға ҡушылһа, һеҙ шуны үтәгеҙ», – тиелгән (Мөслим).

Бынан сығып, бер әҙәмгә күҙе тейгән кешегә ғөсөл алырға тәҡдим итергә кәрәк, һәм шул һыуҙа күҙ тейгән кеше йыуынырға тейеш.

Әбү Үмәмә ибне Сәһл ибне Хәниф һөйләгән: «Әмир ибне Рабиғә Аллаһ Рәсүле ҡушыуы буйынса ғөсөлләнде, сөнки ул Әбү Сәһл ибне Хәнифәгә күҙ тейҙергән, һәм, шул һыу менән Сәһлде ҡойондорғас, ул һауыҡты» (Әхмәд, ән-Насаи).

Әгәр ҙә һеҙ күңелегеҙгә оҡшаған берәй әйбер күрһәгеҙ йәки ишетһәгеҙ, күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн, киләһе доғаларҙы уҡыу хәйерле булыр: «Мин Аллаһтың асыуынан, Уның язаһынан, Уның ҡолдарының яуызлыҡтарынан, шайтандарҙың ҡотҡоһонан һәм уларҙың миңә яҡын килеүенән Аллаһтың камил һүҙҙәренең һаҡлауына һыйынам»; «Йә, Аллаһым, уға фатихаңды бир».

Күҙ тейеү кешенән дә һәм ендәрҙән дә булырға мөмкин. Үммә Сәләмә еткергәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, уның өйөндә бер ҡатынды күргәс, йөҙөндәге ҡара таптарҙы абайлай һәм ул: «Уға күҙ тейеүҙән доғалар (руҡъя) уҡығыҙ, сөнки уға күҙ тейгән», – ти (әл-Бохари, Мөслим).

Күҙ тейеүҙән һаҡланыр өсөн «Әл-Фәтиха», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен һәм аят «Әл-Көрси»ҙе йыш уҡырға кәрәк. Әбү Сәид әл-Худриҙән еткерелгәнсә: «Аллаһ Рәсүленә «Әл-Фәләҡ» һәм «Ән-Нәс» сүрәләре төшөрөлгәнгә тиклем, ул ендәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡланыу доғалары менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итә торған ине. Ул сүрәләр барлыҡҡа килгәс, Аллаһ Рәсүле артабан гел шуларҙы уҡыны. Ҡалған доғаларҙан баш тартты» (Әт-Тирмиҙи).

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлар өсөн уҡыған доғаһын йыш ҡабатларға тәҡдим ителә: «Әғүҙү би-кәлимәти Лләһи т-тәммәти мин күлли шәйтанин үә һәммәтин үә мин күлли ғәйнин ләммәтин». Мәғәнәһе: «Аллаһу Тәғәләнән барлыҡ шайтандар, йыртҡыс хайуан, ағыулы бөжәктәр зыянынан һәм шулай уҡ кешеләрҙең күҙе тейеүенән һине һаҡлауын һорайым» (Әл-Бохари).

Ғосман ибне Ғәффәндән еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Кем көн һайын иртәле-кисле ошо доғаны уҡый, уға бер нимә лә зыян килтерә алмаҫ: «БисмиЛләһи лләҙи лә ядҙурру мәғә исмиһи шәйун фи л-арҙый үә лә фи ссәмәи, үә һүә сСәмиғ үл-Ғәлим». Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән. Уға ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә зыян килтерә алмай, сөнки Ул Ишетеүсе, Белеүсе» (Әт-Тирмиҙи).

Әнәс һөйләүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Әгәр ҙә кеше берәй оҡшаған әйберҙе күреп, шул саҡта: “Мә шәә Ллаһу, ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә би-Лләһ (Аллаһ Үҙе шулай теләгән, көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһтан )”, – тип әйтһә, уға бер ниндәй ҙә зыян булмаясаҡ» (Ибне әс-Сүнни).

 

Мөхәммәт Дибиров.

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...