Дөрөҫ туҡланыу

Дөрөҫ туҡланыу

Дөрөҫ туҡланыу

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ медицинаһында дөрөҫ тукланыу һәм һыу эсеү һаулыҡ һаҡлауҙың төп нигеҙе һанала. Ошо режимдың боҙолоуы организмдың ҡаҡшауына килтерә.

 

Бөгөн аҙым һыйын тиерлек тиҙ генә төрлө аҙыҡ әҙерләгән кафелар күбәйҙе. Хуш еҫле фасфудтар кешене ылыҡтыра, асығыу тойғоһо кисермәһә лә, алып ашай.

Күп ғаиләләрҙә матур итеп биҙәлгән өҫтәл артында төнгә ҡарай ашау ғәҙәте таралған. Бындай осраҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙең организмға төнгөлөккә ял бирмәйбеҙ, таңға тиклем аш һеңдереү эшмәкәрлегенә дусар итәбеҙ. Һуңынын йоҡо режимының боҙолоуына, иртән ауырһынып уяныу, ҡан баҫымы күтәрелеүе, артыҡ ауырлыҡ кеүек күренештәргә зарланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта организмда мелатонин бүленеп сығыу процесы боҙола, ашҡаҙан аҫты һуты аш үткәреү юлдарына эләгеп яндыра, ауыҙҙан насар еҫ сығыуға сәбәпсе була.

Нисек дөрөҫ туҡланырға һуң?

Иң мөһим өс ҡағиҙәне иҫтә тотоу мотлаҡ:

-        Ашау режимын, аҙыҡты ҡабул итеү ваҡытын һаҡлау

-        Кәрәгенән артыҡ ашамау

-        Үҙләштереү буйынса бер-береһенә тап килмәгән аҙыҡтан баш тартыу.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте буйынса кешегә көндөҙгө ваҡытта тәүлегенә ике йәки ике тәүлеккә өс тапҡыр ашау етә. Тәүлеккә ике тапҡырҙан артыҡ ашау кәрәкмәй.

«Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ», – тиелә изге Ҡөрьәндә. Күп ғалимдар был һүҙҙәрҙе, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһының нигеҙе һәм һаулыҡты һаҡлау сараһы, тип иҫәпләй. Сәләмәт кешегә медицина ярҙамы кәрәкмәй. Ысынында, медицинаның төп асылы – ауырыуҙы профилактикалау, иҫкәртеү. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ иҫкәртеүҙәрендә: «Беҙ – асыҡҡан саҡта ғына туҡланыусы һәм туйғансы ашамаусы халыҡ. Тәүлектең көндөҙгө ваҡытында ике тапҡырҙан күберәк ашау – исраф», –тиелә.

Бөгөн фән был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбат итте. Артыҡ күп ашау йөрәк-ҡан тамырҙары, диабет, гепатериоз, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоуы кеүек ауыр сирҙәрҙең төп сәбәпсеһе. Нисек кенә ауыр булмаһын, сабырлығыбыҙҙы туплап, үҙебеҙҙе артыҡ ашауҙан тыйырға тейешбеҙ. Артыҡ күп ашауҙың ниндәй һөҙөмтәгә килтерәсәген күҙаллаһаҡ, бәлки, тыйылыу еңелерәк булыр ине. Көнөнә ике тапҡыр ашап та, аҙыҡтың күләме ҙур булһа, һөҙөмтә ҡыуандырмаясаҡ.

Ә бер ашағанда күпме аҙыҡ етә һуң?

Кешеләр күп ваҡыт туйыу һәм кәрәгенән артыҡ ашауҙы бутай. Ашап туйыуҙың да сиктәре бар. Ә инде артыҡ күп ашау, тимәк, сиктән сығыу була. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо сиктәрҙе асыҡ итеп билдәләгән: «Ысынында, йәшәү өсөн кешегә бик әҙ аҙыҡ етә. Әгәр күберәк ашарға тура килһә, ашҡаҙанығыҙҙың өстән бер өлөшөн аҙыҡ, өстән берен шыйыҡса менән тултырығыҙ. Ә өстән бер өлөшө һауа өсөн ҡалһын», – тигән. Ошо норманан сығыу организмға ҙур зыян килтерәсәк. Кешенең ашҡаҙаны – 600 мл. Уны өс өлөшкә бүлеп ҡараһаң, һыу һәм аҙыҡ өсөн 400 гр. урын ҡала. Ошо нормативты бөгөн кем үтәй? Бик аҙҙар ғына. Бына шуға ла ауырыуҙар күбәйә.

Өсөнсө ҡағиҙә, ризыҡ ҡабул иткән саҡта, төрлө аҙыҡ-түлекте бер-береһе менән бутамауға ҡығыла. Был ҡағиҙәне лә беҙ үтәмәйбеҙ. Өҫтәл артында ултырғанда, беҙ барыһын да бер юлы ашайбыҙ: йәшелсәһен дә, еләк-емешен дә, тоҙлоһон да, татлыһын да, әсеһен дә, сөсөһөн дә, сәйен дә, компотын да. Ҡайһын ҡасан һәм нимә менән ашарға кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Ә бит был күренеш йылдар дауамында дауам итә һәм, яйлап хәрәкәткә килтерелгән бомба кеүек, шартлар мәлен көтә.

Бик борондан барса әүлиәләр, аҡыл эйәләре, табиптар һәм фекерләй белгән кешеләр дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәп ғүмер иткән. Был, үҙ сиратында, уларға тән сәләмәтлеге биргән, ғүмерен шаҡтай оҙонайтҡан.

Кешелек тарихында бөгөнгө кеүек муллыҡ заманы булмағандыр. Был, үҙенә күрә, ҙур һынау, һәм уны лайыҡлы итеп үтеү еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ-үҙебеҙҙе контролдә тотайыҡ, нәфсебеҙҙе үрләтмәйек, аңлы, аҡыллы булайыҡ!

 

Хәбиб Магомедовтың «Һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуҙың ете нигеҙе» китабынан

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...