Һеркә – иң яҡшы тәмләткес!

Һеркә – иң яҡшы тәмләткес!

Һеркә – иң яҡшы тәмләткес!

Алма һеркәһе ҡушылмаған төрлө соус-маринадтарҙы, тоҙламаларҙы (рассол) күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шулай уҡ был тәмләткестең һаулыҡҡа ла яҡшы тәъҫир итеүе тураһында белеү мөһим.

Ысынлап та, алма һеркәһе төрлө ауырыуҙарҙан шифалай торған аҙыҡтар араһында лайыҡлы урын алып тора. Быны хәҙерге ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре лә иҫбатлай. Һеркәнең бактерия һәм микробтарға ҡаршы тороу үҙенсәлеге ашҡаҙандың микрофлораһын нормала тоторға ярҙам итә. Һеркәнең аҡһым менән майҙы үҙләштерергә ярҙам итеүе тураһында барыһына ла билдәле. Шуға күрә лә ашҡаҙан системаһына төшкән ауырлыҡ кәмей, уға эшләүе еңелерәк була.

Америка врачы Д.С. Джарвис фекеренсә, бал менән алма һеркәһен йыш ҡулланыу ғүмерҙе оҙайта. Ул, алма һеркәһе кеше организмын тиҙ тергеҙергә ярҙам итә, тип иҫәпләй. Табип 2 балғалаҡ бал һәм 2 балғалаҡ алма һеркәһен бер стакан һыуҙа болғап, көнөнә 1-2 тапҡыр эсергә тәҡдим итә. Алма һеркәһенең 10 ҡиммәтле сифаты:

- Ҡан баҫымын нормаға килтерә. - Шәкәрҙе, холестеринды кәметә, ҡанды шыйығайта һәм ҡан тамырҙарын таҙарта.

- Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ябығырға ярҙам итә.

- Иммунитетты нығыта.

- Ҡартайыуҙы аҡрынайта.

- Үт ҡыуыу эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.

- Тирегә, тырнаҡтарға, сәстәргә яҡшы тәъҫир итә.

- Нервы системаһын тынысландыра.

- Бысылғынан (грибок) дауа, быуындар һыҙлағанда һөртөргә була.

Алма һеркәһе менән рецептар

Йәшел салат

250 г йәшел салат, 2 помидор, 100 г сыр, 2 аш ҡалағы алма һеркәһе, 5 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, борос, йәшелсә үлән (зелень). Салат менән помидорҙы турайбыҙ. Зәйтүн майы менән уксусты ағарғансы туҡырға кәрәк. Тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡты соусҡа ҡушып салат өҫтөнә ҡоябыҙ. Салат әҙер.

Майонез

375 мл үҫемлек майы, 3 йомортҡа һарыһы, 10 г гәрсис, 10 г шәкәр, 75 мл алма һеркәһе. Йомортҡа һарыһын шәкәр, тоҙ, гәрсис ҡушып, туҡырға кәрәк. Туҡып торған саҡта шунда яйлап майҙы ағыҙабыҙ. Ҡуйы масса килеп сыға башлаған саҡта, алма һеркәһен ҡушып, яҡшылап болғарға кәрәк. Шулай уҡ кәбеҫтә тоҙлағанда, сөгөлдөрҙө консервалағанда, борщ һәм яҫмыҡ (чечевица) һурпаһына ҡушыу ул аштарҙы тағы ла файҙалыраҡ итә.

Берәүҙә − өсәү (Три в одном)

Минераль һыуға ике аш ҡалағы алма һеркәһе менән балды ҡушып эсеү кәңәш ителә. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим! Ашар алдынан алма һеркәһен һыу менән ҡушмай эсһәң, ашҡаҙанға зыян килтерергә мөмкин. Шулай уҡ, алма һеркәһен эскәс, тештең эмалдәренә зыян булмаһын өсөн, ауыҙҙы сайып ҡуйырға кәрәк. Алма һеркәһен дөрөҫ ҡулланығыҙ һәм һау булығыҙ!

СУМАЯ ТЛИСОВА

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...