Хәтерҙе яҡшыртыр өсөн рецепт

Хәтерҙе яҡшыртыр өсөн рецепт

Хәтерҙе яҡшыртыр өсөн рецепт

Әгәр ҙә һеҙ йыш ҡына кәрәкле әйберҙәр тураһында онотаһығыҙ икән, тимәк, был рецепт тап һеҙҙең өсөн. Шулай уҡ был ҡатнашма күреү һәм ишетеү һәләтен дә яҡшырта.

Был рецептың төп ингредиенты – керән тамыры (хрен). Был үҫемлектең файҙалы үҙенсәлектәре тураһында күптәр белә. Унда С витамины, калий, В1, В2, В6 витаминдары, тимер, фосфор һәм магний тәшкил итә. Керән имбирь менән ҡушылһа, ул витаминдар һәм микроэлементар хазинаһына әйләнә.

Был ҡушылманы эшләр өсөн:

125 керән тамыры

4 лимон

2 аш ҡалағы корица

2 см имбирь тамыры

3 аш ҡалағы бал

Блендерҙа имбирь менән керәнде ваҡлайбыҙ. Лимон һутын, бал һәм корицаны ҡушып, ныҡлап болғатабыҙ. Бар массаны быяла һауытҡа бушатып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Был ҡатнашманы көнөнә ике тапҡыр аш алдынан бер аш ҡалағы ашарға кәрәк. Өс аҙна дауамында ҡулланыу мотлаҡ.

Был ҡатнашма ябығырға ла ярҙам итәсәк, арыуҙы кәметә һәм ашҡаҙанда файҙалы бакте-рияларҙың үҫешенә булыш-лыҡ итә. Әлбиттә, хәтер өсөн махсус күнекмәләр тураһында ла оноторға ярамай. Күнекмәләр менән бергә был ҡатнашманы ҡулланһағыҙ, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...