Тубыҡта йөрөүҙең файҙаһы

Тубыҡта йөрөүҙең файҙаһы

Табип тубыҡта йөрөргә кәңәш итте. Һеҙ артыҡ ауырлыҡтан ҡотола, бөйөрҙәрегеҙҙе дауа-лай, бауырығыҙҙы таҙарта алаһығыҙ, тине.

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был даосс практикаһы таралмаған. Был эффектив ҡытай медицинаһы техникаһы һәр кемгә, хатта тубыҡтары ауыртҡан кешеләргә лә тәҡдим ителә. Күп осраҡта тубыҡтар арҡа мускулдары, умыртҡа бағанаһы, аяҡ быуындарында үҙгәрештәр, атрофия булғанда ауырта. Тубыҡтарҙағы энергетик нөктәләрҙе стимуллаштырыу, әүҙемләштереү эске органдарҙың эшмәкәрлеген көйләй, хатта күреү һәләтен дә яҡшырта. Көнөнә 15-20 минут йөрөү ҙә һөҙөмтә бирәсәк.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...