Һарымһаҡ һыуы

Һарымһаҡ һыуы

Һарымһаҡ составында кеше организмы өсөн утыҙ өс төрлө файҙалы көкөрт берләшмәләре бар. Улар бауырҙа эшкәртелеп, организмда бик тиҙ үҙләштерелә һәм файҙаһы ла ҡыҫҡа ваҡытлы була.

 

Эффектлы дауаланыу маҡсатында һарымһаҡты көн дә ҡулланырға тәҡдим ителә. Тик иртән бер генә тырнаҡ һарымһаҡ ашаһаң да, көнө буйына ауыҙҙан насар еҫ киләсәк. Шунлыҡтан иң ҡулайлыһы – һарымһаҡ төнәтмәһе. Көнөнә бер стакан төнәтмә һиҙелерлек файҙа бирәсәк. Кистән химикаттарһыҙ үҫеп, өлгөрөп етешкән һарымһаҡтың ике-өс тырнаҡсаһын ваҡ ҡына итеп турайбыҙ, бер стакан йылы һыуға һалып ҡуябыҙ. Иртән ас ҡарынға төнәтмәне эсәбеҙ. Әгәр аш һеңдереү юлдарында проблемалар, нидәйҙер сир булһа, ашағандан һуң эсергә кәрәк.

Һарымһаҡ һыуы ҡанды шыйыҡлата, шуға ла уны башҡа препараттар менән бер үк ваҡытта ҡулланырға тәҡдим ителмәй. Тромбҡа ҡаршы көслө тәбиғи сара. Ҡан тамырҙарының тарайы-уына сәбәбсе булған тромбоксан молекулаларының эшмәкәрлеген, тромбоцит-тарҙың ойошоуын тотҡар-лай. Организмда булған тромбтарҙы ла иретә. Ҡыҫылған ҡан тамырҙарын киңәйтә, гипертонияны дауалай.

Даими ҡулланғанда, һарымһаҡ һыуы ашҡа-ҙанда сей яра (язва) тыуҙырыусы Хеликобактер Пилори бактерияһына ҡаршы тора ала. Булған язваны ла уңалта.

Бөгөн һарымһаҡтың үпкә, йыуан эсәк, хатта мейе яман шештәрен иҫкәртеүҙә файҙаһы, деменция, Альцгеймер кеүек осраҡтарҙы профилактикалау сараһы икәне иҫбатланған.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...