Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында мейеһе һелкенгән кешене аяттар менән һауыҡтырғандар.

 

Күптән түгел эш сәфәре менән Әлшәй районы Ҡармыш ауылында булырға тура килде. Ауыл мәсетендә мөғәллимә Лилиә Сәлимгәрәеваның дәресенә индек. Тәжүид нескәлектәрен өйрәткәс, ул үҙенең уҡыусыларына һөйөклө өләсәһенән һәм әсәһенән отоп алған шәбәйеү ысулдарын күрһәтте. Дәрескә килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһен Лилиә ханым янына саҡырып алды ла бөтәһенә лә күренерлек итеп апайҙың башына ҡалын еп бәйләне.

«Элек йүкә менән бәйләгәндәр, – тип аңлата башланы ул беҙгә. – Хәҙер ул юҡ бит инде, шуға ошоноң һымаҡ таҫма ҡулланам. Үлсәмдәрҙе алғанда, бер ҡулды елкә соҡорона тура килтереп, һыңарын танау тапҡырына ҡуйып, шылдырмай ғына алаһың да, ҡарайһың. Таҫмабыҙ тигеҙ түгел, тимәк, мейе бауҙың оҙонораҡ ҡалған яғына күскән тигән һүҙ. Хәҙер алға әллә артҡа төшкәнме икәнен белергә кәрәк (икенсе үлсәм ала). Ике ҡолаҡтың япрағы алдынан ғына тотоп, бауҙы ҡабаланмай ғына сығарырға кәрәк. Иғтибар менән ҡарайбыҙ, әгәр ҙә баштың артҡы яғынан бау оҙонораҡ икән – был мейенең шул яҡҡа шылғанын күрһәтә. Мейе һелкенгән булһа – бәйләнгән бау тығыҙ була, анһат ҡына сыҡмай. Һәм кешенең ризалығын алып, мейе ултыртам. Иң тәүҙә Аллаһу Тәғәләгә ялбарам: «Йә Раббым, Фәлән Фәлән ҡыҙының мейеһе урынына ултырыуына Ризалығыңды бир. Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы!»

Был ысул буйынса Лилиә абыстай иң башта «Әл-Фәтиха» сүрәһен, аҙаҡ «Әл-Хәшер» сүрәһенең халыҡ телендә «Лә йәстәүи» тип аталған ахырғы биш аятын уҡып сыҡты. «Исме әғзәм» доғаһы тип тә әйтәләр уны. Шунан һуң тағы ла бау менән үлсәп ҡараны. Һөҙөмтә барыһын да ҡыуандырҙы – үлсәмдәр тигеҙләнде.

«Мейе урынына ултырғанын епте алғандан беләм – бау бушай, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Лилиә апай. – Әлхәмдүлилләһ, Ҡөрьәндең Шифаһы тейҙе! Симметрия, бер тигеҙ булһа, тимәк, урынына ултырған. Ҡыҙҙар, Аллаһу Тәғәләгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ, сөнки Уның Һүҙҙәре менән мейе урынына ултырҙы! Хәҙер икенсе – зекер уҡып дауалау ысулын өйрәтәм (үҙ янына икенсе уҡыусыһын саҡырып ултыртты). Баяғы кеүек, Аллаһу Тәғәләнән Ризалыҡ һорайбыҙ. Мейеһен ултыртҡан кеше уң ҡулын күтәреп, истиғфар – «Әстәғфируллаһ» тип әйтергә тейеш».

Был ысул менән ярҙам итеүҙең зекере – өс тапҡыр «Әстәғфируллаһ», аҙаҡҡыһында «тәүбә» тип әйтеп, ошо рәүешле 11 тапҡыр ҡабатларға, иң ахырында «Әстәғфируллаһ үә әтүүбү иләйһи» тип тамамлап ҡуйырға кәрәк.

«Истиғфар әйткәс, бөтәбеҙ ҙә беҙҙе донъяға килтергән әсәйебеҙҙе күҙ алдына килтереп, шым ғына ғәфү үтенәбеҙ: «Әсәкәйем, мине ғәфү ит, мин дә һине ғәфү итәм», – тип ҡат-ҡат һорайбыҙ. Шунан инде атайҙан ғәфү үтенәбеҙ һәм ғәфү итәбеҙ, ирегеҙҙе, ҡәйнә-ҡайнығыҙҙы, бер туғандарҙы, күршеләрегеҙҙе, коллегаларҙы һәм башҡаларҙы», – тип йәнә алтын кәңәштәрен теҙҙе мөғәллимә абыстай.

Ғәфү ҡылып, күңел торошо үҙ урынына ултырғас, 11 тапҡыр иман кәлимәһе – «Ләә иләәһә илләллааһ»ты зекер итергә кәрәк. Был инде йөрәккә һәм тәнгә көс бирә, ҡәлепте һәм йөҙҙө нурландыра, бойоғоу-көйһөҙләнеүҙе һыпырып ала, сир-зәхмәттән һаҡлай торған бөйөк һүҙҙәр! Зекер итеп, мейе ултыртыу ҙа килеште, үлсәмдәре тигеҙләнде, уҡыусы апайға шунда уҡ хәл керҙе. Милли йолаларыбыҙға бағышланған дәресен Лилиә апай мейе ҡағыуҙың өсөнсө ысулын күрһәтеп тамамланы.

Эйе, бар Шифа – Аллаһу Тәғәләнән, халыҡ медицинаһын файҙаланып, динебеҙгә таянып йәшәүҙе, гел зекерҙә, доғала булыуҙы, тәүфиҡ, иман байлығы насип итһен Раббыбыҙ!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...