Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын иҫкәртә.

 

Бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы куркума һалабыҙ, һыуынғас, бер сәй ҡалағы лимон һуты, бер ҡалаҡ шәкәр, аҙ ғына имбир ҡушырға мөмкин.

Бер стакан йылы һөткә ярты сәй ҡалағы куркуманы һалып, биш минуттай төнәтәбеҙ, бер сәй ҡалағы бал өҫтәйбеҙ.

Лептин тигән гормон етешмәһә, организм май туплай башлай. Лептин гормонын көйләүҙә, лимон ярҙам итә. Лимонлы йылы һыу артыҡ ауырлыҡты кәметә, шлактарҙы ҡыуа, иммунитетты нығыта. Бер стакан ҡайнар һыуға ярты лимон һутын һығып, һыуынғас ас ҡарынға иртән эсергә кәрәк. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы.

Ҡатын-ҡыҙ организмының репродуктив эшмәкәрлеген көйләүҙә, ҡурай еләге япрағынан сәй файҙалы. Көнөнә өс стакан эсеү етә. Бер аш ҡалағы (киптерелгән булһа ла ярай) япраҡтарҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа ун минуттай төнәтеп, иртән йәки көн оҙонлоғонда эсергә була. Йоҡлар алдынан ҡулланырға ярамай.

 

(Ислам календары, 2020 й. )

 

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...