Сихыр төрҙәре

Сихыр төрҙәре

Сихыр әл- хумүүл

Ошондай төр менән әҙәмгә ебәрелгән ен, уға эйәләшеп, мейеһендә оялай. Ошонан һуң кеше төшөнкө уйҙарға бирелә башлай, бер кемде лә күргеһе, ишеткеһе килмәй. Бар нәмәгә лә битараф, еп өҙөрлөк тә хәле булмай, бар булмышын тәрән депрессия биләп ала. Ҡыл да ҡыбырлатмайса, бер урында хәрәкәтһеҙ генә ултырыуҙы хуп күрә башлай, үҙен һәр ваҡыт йоҡо баҫа. Гел бойоҡ сырай менән йөрөй, бер ни ҙә эшләгеһе килмәй, хатта ябай ғына йорт эштәренә, тамаҡ әҙерләүгә лә ҡул һелтәп ҡуя.

Сихыр әл-хумүүл менән зарарланыу билдәләре:

  1. Яңғыҙ ҡалыуҙы өҫтөн күреү.
  2. Өҙлөкһөҙ борсолоу һәм шомланыу.
  3. Тәрән депрессия (һағыш, күңел төшөнкөлөгө).
  4. Кем менәндер, хатта яҡын һәм ҡәҙерле кешеләре, туғандары менән дә аралашырға теләмәү .
  5. Даими баш ауыртыуы.
  6. Эшләргә теләмәү.
  7. Бөтә нәмәгә апатия, битарафлыҡ.
  8. Һөйләшергә теләмәү, өндәшмәү (оҙайлы өнһөҙлөк).
  9. Ни тиклем мөһим мәсьәлә булмаһын (уның өсөн) − уны хәл итергә теләмәү, ғөмүмән, бер проблеманы ла хәл иткеһе килмәй.
  10. Бер ҡасан да йоҡоһо туймай.

Дауалау:

Сирленең маңлайына ҡулын һалып, сихырҙы сығара торған Әшшифа аяттарын («Тәүбә» сүрәһенең 14-се аятын, «Юныс» сүрәһенең 57-се аятын, «Әл-Нәхл»дең 69-сы аятын, “Әл-Исра»ның 82-се аятын, «Әш-Шуғара» сүрәһенең 80-се аятын, «Фуссыиләт»тең 44-се аятын, артабан Ҡөрьәндең аҙаҡҡы 112- се, 113-сө, 114-се сүрәләрен) уҡып сығырға. (Дауалауҙы ир кеше үткәрһә, сирле ҡатын уға мәхрәм булмаған осраҡта, ҡулын башына һалмай).

1.Көн һайын «Әл-Фәтиха», «ӘлБәҡара», «Кәртәләр», «Һуд», «Әшшуғара», «Сәба», «Йә син», «ӘсСаффат», «Әл-Мөлк», «Әл-Жинн», «Кәфирун», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен тыңларға.

2.Беренсе пунктта һаналған аяттарҙы зәм-зәм һыуына, зәйтүн һәм әнис майына уҡырға. Һыуын эсергә, уның менән йыуынырға һәм ҡойонорға мөмкин. Майҙы иртән тороу менән һәм йоҡлар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә йә аҙнаһына ике тапҡыр һыланырға кәңәш ителә. Ин шәә Аллаһ Рахмән, шифаһы булыр!

Сихыр әл-һәүәәтиф

Был осраҡта был меҫкен албырғап, ҡотолғоһоҙ уйҙарға бирелеп йәшәһен, тигән яман маҡсат менән кешегә боҙом ебәрелә. Шундай ысул менән сихырланған әҙәм тәүлек әйләнәһенә тынғылыҡ тапмай, бөтә нәмәгә шикләнеп ҡарай. Бындай ауырыуға ен йән өшөткөс йыртҡыс йәки ерәнгес йылан булып төшөнә инә, унда уны баҫтыра, эҙәрлекләй, ҡотон ала.

Өнөндә иһә уны һәр ваҡыт кемдер саҡырған кеүек, тирә- яғын байҡаһа, берәү ҙә юҡ, сирле кеше тауыш эйәһен таба алмай ярһый, сәбәләнә. Был тауыш уға таныш та, таныш булмаған кеүек тә. Ҡай саҡта бик яҡында, ҡул һуҙымында ғына һымаҡ, башҡа ваҡытта алыҫта яңғыраған төҫлө.

Сихыр әл-һәүәәтиф менән зарарланыу билдәләре:

  1. Йыш ҡына бейектән осоп төшкәне төшөнә инә.
  2. Төшөндә йә һыуға килеп төшә һәм бата башлай.
  3. Бөтәһенән – яҡындарынан, дуҫтарынан ныҡ шикләнә.
  4. Кемдер саҡырған кеүек тауыш ишетә, артҡа, тирә-яғына әйләнеп ҡарай.
  5. Төшөндә һаташа. 6.Башында туҡтауһыҙ ниндәйҙер идеялар һағыҙаҡ кеүек уны эҙәрлекләй.
  6. Төшөндә уны төрлө йыртҡыс хайуандар, йыландар баҫтыра.

Дауалау:

  1. Сирленең башын тотоп, үрҙә һаналған аяттарҙы уҡыу яҡшы.
  2. Көн һайын иртән һәм кис йоҡлар алдынан «Әс-саффат», «Әддухан» сүрәләрен уҡырға.
  3. Үрҙә яҙылған кеүек, зәйтүн һәм әнис майына уҡып, ҡулланырға (эсергә һәм һыларға).

Сихыр әл-мәрад

Боҙомдоң был төрө сихырсы ебәргән ендең, кешенең мейеһенә инеп, тәғәйен ағзаға ауырыу ебәреүе менән айырыла. Был кешенең ишетеү һәләте кәмей, бөтөнләй һаңғырауға әйләнә йә һуҡырая, ниндәйҙер ағзаһын фалиж һуға, йә тиктомалдан көҙән йыйыра, йөҙө ҡыйшая, телһеҙ ҡала, кеше күҙ алдында шәм һымаҡ һүнә башлай, ҡот осҡос ябыға, һәм, дауаланмаһа, түшәккә йығылыуы ла ихтимал.

Сихыр әл-мәрад менән зарарланыу билдәләре:

  1. Ниндәйҙер ағзаның бер туҡтауһыҙ ауыртыуы.
  2. Йыш ҡына һушты юғалтыу.
  3. Айырым ағзаны фалиж һуғыу.
  4. Бөтә тәнде фалиж һуғыу.
  5. Һиҙеү ағзаларының береһен фалиж һуғыу (сихырҙың был төрө күберәк һиҙеү һәм баш мейеһендәге хәрәкәтләндереүсе үҙәктәргә тәьҫир итә).

Дауалау:

  1. Быға тиклем бәйән ителгән сихыр төрҙәрен дауалағанда ҡулланған Әш-шифа аятын уҡып сығыу һәйбәт.
  2. «Әл-Фәтиха», «Әл-Бәҡара», «Кәртәләр», «Һуд», «Әш-шуғара», «Сәба», «Йә син», «Әс-саффат», «ӘлМөлк», «Әл-жинн», «Кәфирун», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен тыңларға.
  3. Һылау һәм эсеү өсөн зәйтүн, әнис майҙарына беренсе пунктта һаналған аяттарҙы уҡып сыҡҡандан һуң, шулай уҡ иртән һәм кис берәр ҡалаҡ эсеп, төнгөлөккә сәс араһына башығыҙға һәм ауыртҡан ағзағыҙға һылап ятыу файҙалы булыр. Шулай итеп, ике аҙна дауаланырға кәңәш итәбеҙ. Ин шәә Аллаһ, Раббыбыҙ ярҙамы менән төҙәлерһегеҙ! Шифаны экстрасенс һәм күрәҙәсенән түгел, Аллаһтан һорағыҙ!

МӨХӘММӘДХӘБИБ БУДУНОВ

(«Сәләмәтлек баҡсалары” китабынан)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...