Баш ауыртыуын дауалау ысулдары

Баш ауыртыуын дауалау ысулдары

 

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ысынында, Ухуд тауындай гонаһтары булып, аҙаҡ улар гәрсис бөртөгөндәй генә ҡалһа ла, мөьминдең баш ауыртыуы һәм арыуы бөтмәҫ», – тип әйткән.

 

Хәбиб бин Ғәбдул-Малик әл-Әндәлүси «Пәйғәмбәр медицинаһы» китабында: «Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙисендә: «Баш ауыртыу – барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ауырыуы», – тип яҙа. Уға Аллаһтан вәхи еткерелгән саҡта, уның башы ауыртҡан. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ башы һыҙлаған саҡта башына ҡына (хна) ҡуйған: «Аллаһ рөхсәте менән был ауыртыуҙан ярҙам итер», – тигән (Ибне Мәджәһ).

Шулай уҡ баш ауырыуҙарынан хиджама еңеллек бирер. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ берәйһе баш ауыртыуына зарланып килһә: «Хиджама эшлә», әгәр ҙә аяҡ һыҙлауына зарланһалар: «Аяғыңа ҡына һөрт», – тигән (Әбү Дәүд). Ҡайһы саҡтарҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ башы ныҡ ауыртһа, Ул уны ҡыҫып бәйләп ҡуйған. Ундай ысул ҡан тамырҙары ныҡ типкәндә ярҙам итә.

Ғәйшә башы әйләнгән кешегә ете көн дауамында ас ҡарынға әджүә финигын ашарға тәҡдим иткән.

Билдәле ғәрәп табибы Харис бин Калада: «Кемдең башы һыҙлай һәм температураһы бар, таҙа һыуға һөрмә ҡушһын да, шуны танауы аша еҫкәһен», – тигән. Ҡайһы саҡта һөрмә урынына ладан ҡушҡан.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ баш ауырынан ҡыст әл-һиндины ҡулланырға тәҡдим иткән. Уны кунжутҡа йәки лилиә сәскәһенә ҡушып, еҫкәйҙәр. Бынан тыш ҡара тминды ла Аллаһ Рәсүле ﷺ баш һыҙлағанда еҫкәргә ҡушҡан. Ул хәҙисте Йәхйә бин Сәғид еткергән һәм дарыу рецебын һөйләп ҡалдырған: «7,9 йәки 11 ҡара тмин бөртөгө алып, ваҡлайбыҙ һәм йоҡа сепрәккә төрөп, бер аҙ ваҡытҡа һыуға һалып торабыҙ. Һығып алғас, әсә һөтөн йәки миләүшә (фиалка) майын ҡушабыҙ. Шунан танауға тамыҙабыҙ.

 

Рецептар

Ҡара тмин орлоғон ҡулланыу ысулдары күп. Мәҫәлән, башта тигеҙ миҡдарҙа ваҡланған ҡара тмин, әнис һәм ҡәнәфер орлоҡтарын алабыҙ, үҙ-ара ҡушып, һалҡын урынға ҡуябыҙ. 2-3 көн дауамында, иртән һәм төшкөһөн, ашар алдынан берәр балғалаҡ эсәбеҙ.

Шулай уҡ сәсте тарау баш ауыртыуынан ярҙам итә. Хәҙистә: «Тараҡ ҡулланығыҙ һәм уның ярҙамында дауаланығыҙ, сөнки ул баш ауыртыуынан ярҙам итә», – тиелгән. Аллаһ Рәсүле көнөнә сәсен 2-3 тапҡыр тараған. Уның шулай уҡ тәненә май һөртә торған ғәҙәте булған. Майлауҙы ул ҡаштарынан башлар булған һәм: «Был баш һыҙлауынан дауа», – тигән (Әбү Нүәйм).

Баш ауыртҡанда тәлбинә (һөттә бешерелгән, бал ҡушылған арпа бутҡаһы) ашарға кәрәк.

Ғәйшәнән еткерелә: «Мин Пәйғәмбәргә күкрәктән ауыр тын алыуыма һәм баш һыҙлауына зарланғанда, ул: «Йә Ғәйшә, тәлбинә аша, ул, ысынлап та, тынысландыра», – тиер ине» (Әбү Нүәйм).

 

Мөхәммәт Дибиров

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...