Балтырған

Балтырған

Балтырған – бик файҙалы үҫемлек.

Аҙыҡ өсөн уның йәш япраҡтарын ҡулланалар.

 

Башҡорттарҙа балтырған ашына йомортҡаға баҫылған ыумас ҡушып бешереү киң таралған. «Йыл һайын май айында өс йә биш тапҡыр балтырған ашы бешереп ашаһаң, шифаһы ҙур була»; «Йылына бер балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар, имеш», «Балтырған ашын өс тапҡыр ашаусылар йыл буйы сиргә бирешмәй», тип әйткән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондан бер нисә тапҡырға күберәк, ул каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар кеше организмы өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар.

Шулай уҡ, балтырғандың ҡайнатмаһы һәм төнәтмәһенең антисептик һәм елһенеүгә ҡаршы, кешене тынысландыра торған үҙенсәлектәре лә бар. Тамырҙары менән орлоҡтары ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ирҙәр өсөн дә енси йәһәттән файҙалы, ә тамырҙарының ҡайнатмаһы шулай уҡ бронхиаль астманы дауалауҙа һәм бауыр эшмәкәрлеген тергеҙергә ярҙам итә. Шуның менән бергә уның зыяны ла бар: геморрой, тура эсәк яраһы һәм гастрит булғанда уны ашарға, препараттарын ҡулланырға кәңәш ителмәй.

Ғәҙәттәге балтырған ашы ошондай ҡушылмаларҙан тора: тауыҡ һурпаһы, балтырған, бәрәңге, һуған, ыумас (йәки өй туҡмасы), әсе ҡатыҡ йәки ҡорот, тоҙ. Бешереү: тауыҡ һурпаһы бешерелә, бәрәңге турап, бешеп етер саҡта һуған, үҙегеҙ теләгән күләмдә балтырған турап һалына, ул ҡабарып сығыу менән ыумас төшөрөлә. Әгәр киптерелгән йәки һатыу туҡмасы булһа, балтырғандан алда һалына. Табынға әсе ҡатыҡ йә ҡорот менән бирелә.

Балтырғанды ҡышҡылыҡҡа киптереп тә, тоҙлап та, туңдырып та, консервалап та әҙерләргә мөмкин.

 

Балтырған турамаһы

500 г балтырған көпшәһенең тышын таҙартырға, бер баш һуғанды турарға, кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, ҡаты бешкән ике йомортҡаны ваҡларға, һарыһын ыуырға ла, барыһын бергә ҡушып болғатырға. Шыйыҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушырға. Һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырып ҡушырға мөмкин.

 

Балтырған бөйөрөгө

Күмәстеке кеүек сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. 500 г йәш балтырған япрағы, 250 г йәшел йәки башлы һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г аҡ май алабыҙ.Балтырғанды өс-биш минут бешекләйбеҙ, турайбыҙ, ныҡ ҡурылған һуған һәм ҡаты бешереп ваҡланған йомортҡа, бешерелгән дөгө ҡушабыҙ. Ошо эслек менән бөйөрөктәр эшләп, майҙа бешерәбеҙ.

 

Балтырған билмәне

250 г иткә 100 г балтырғанды, бер баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап ҡушабыҙ, өҫтөнә бер сей йомортҡа һытып болғатабыҙ. Ошо эслектән билмән яһайбыҙ.Һурпаға йә ҡайнар һыуға һалып бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йәки башҡа тоҙлоҡ менән бирәбеҙ.

 

Маринадланған балтырған

2 кг йәш балтырған япрағы, 5-6 бүлем һарымһаҡ талап ителә. Маринад өсөн: 4 стакан һыу, 2 аш ҡалағы эре тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 стакан 6 процентлы ҡыҙыл виноград һеркәһе. Йәш балтырған япраҡтары һәм үренделәрен яҡшылап йыуырға, һыуы һарҡып бөткәс, бысаҡ менән турарға. Ярты литрлыҡ банкаларҙың төптәренә һарымһаҡ бүлемдәрен, шунан әҙер балтырған япраҡтарын һалып сығырға. Маринад өсөн һыуҙы шәкәр ҡомо һәм тоҙ менән 15 минут ҡайнатҡас, һеркә өҫтәргә һәм шунда уҡ уттан алырға. Маринадты балтырған өҫтөнә ҡо- йорға һәм 20-25 минут самаһы ҡайнап торған һыу эсенә ултыртып стерилләргә. Маринадланған балтырғанды йәшелсә йәшелсә аштары әҙерләү өсөн йәки башҡа маринадлы һәм тоҙло йәшелсәләр кеүек үк итле, балыҡлы ризыҡтарға өҫтәмә рәүешендә файҙаланалар.

 

Гүзәлиә Ильясова әҙерләне

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...