ИСЛАМ МЕДИЦИНАҺЫ

ИСЛАМ МЕДИЦИНАҺЫ

Ҡан тамырҙарын таҙартыу

 

Йылдар дауамында беҙҙең ҡан тамырҙарына органик булмаған тоҙҙар ултыра. Күп ваҡыт шул сәбәптән ҡан әйләнеше боҙола, варикоз, атеросклероз кеүек сирҙәр хасил була. Шунлыҡтан, ҡан тамырҙарын даими таҙартып тороу мотлаҡ.

 

100 гр әнис орлоғон 2 аш ҡалағы ваҡланған бесәй үләне (валерьян) тамыры менән ҡушып, 2 литр ҡайнаған эҫе һыуға һалырға, 40 градусҡа тиклем һыуынғас, 2 аш ҡалағы бал ҡушырға кәрәк. Ошо төнәтмәне бер тәүлек тотҡандан һуң ҡулланырға була. 20 көн дауамында ашар алдынан ярты сәғәт алда 1 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә. 10 көн тәнәфестән һуң курсты ҡабатларға мөмкин.

 

Тымауҙан бал

 

Тымау менән интеккәндә, бал ҡулланырға мөмкин. Ятҡан килеш танауға бер генә тамсы бал һалырға кәрәк.

 

Бер минут эсендә балдың парҙары тамаҡтың төбөнә төшә һәм эшкәртелеп ҡанға һеңдерелә. Балды таҙа һыу менән ҡушып шыйығыраҡ итеп тә ҡулланырға була. Көнөнә 4 тапҡыр һәр бер танау ҡыуышлығына икешәр тамсы һалырға мөмкин.

 

Гөлзәминә Кәримова әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...