Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир

 

Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит әле. Төшкә тиклем рәхәтләнеп йоҡла! Һәйбәт итеп хәл йыйһаң, әҙерләнеүе лә еңел булыр», – тип шыбырланым.

Роя юрғанын башы аша ҡапланы ла тәмле йоҡоға талды. Һа-һа-һа! Ҡайһылай еңел генә төп башына ултырттым. Бигерәк тыңлаусан ҡыҙ инде ошо Роя!

Ҡояш төшлөккә еткәс, ул саҡ тороп ултырҙы. Йыуынып, үҙен рәткә килтергәнсе, төшкө аш мәле етте. Тамағын туйҙырғас, йәнә минең ҡотҡоға бирелеп, телевизор ҡабыҙҙы, әйтерһең дә, иртәгә бер ниндәй ҙә имтихан-фәлән юҡ. Һа-һа-һа! Мин уға әйттем: «Роя! Кискә тиклем, эй, ваҡыт күп. Уҡырһың әле, ашыҡма. Ашығыу – ул шайтан эше». Һа-һа-һа! Ул тағы ла, минең һүҙҙәремә алданып, телевизор ҡршыһында кискә тиклем ултырҙы ла ҡуйҙы. Әсәһе күпме генә: «Бәләкәсем, бар уҡы инде», – тип ялынмаһын, Роя тыңлап та торманы. Һеҙ ҙә шулай дәрес уҡыу урынына, йоҡо һимертә бирегеҙ. Атай-әсәйегеҙҙе лә тыңламағыҙ! Шулай итһәң, хәтәр күңелле бит ул. Һа-һа-һа.

Кискеһен Роя тағы әүен баҙарына китте. Уҡырға ялҡауы килә ине уның. Мин йәнә: «Эйе, ҡәҙерлем, йоҡлап ал. Төнгә тиклем ваҡыт бар әле», – тип шыбырланым. Тағы уны алдап, ҡалай һәйбәт иттем әле! Һа-һа-һа!

Ул ике сәғәт йоҡланы ла ҡуйҙы. Уянғас, математика дәреслеген алдына һалып, инде уҡырға ғына йыйынғайны, ҡапыл ҡорһағы асҡанын тойҙо: «Әсәкәйем! Мин шул тиклем асыҡтым! Хәҙер ашап ҡына алайым да уҡырға ултырырмын».

Рояның әсәһе ҡаршы килмәне. Ҡыҙының алдына ризыҡ килтереп ҡуйҙы. Роя алдындағыһын бөтөргәнсе ашаны. Һеҙгә лә ҡорһаҡты мөмкин тиклем күберәк тултырырға кәрәк. Һа-һа-һа!

Киске аштан һуң ул математика менән ярты сәғәт кенә шөғөлләнеп өлгөрҙө, ҡыҙыҡайҙың күҙҙәре йомола башланы. Ул телевизор алдына бер сәғәт тирәһе ятып торғандан һуң, тештәрен дә таҙартып тормаҫтан, йоҡоға сумды Һа-һа-һа! Бына мин әйтте тиерһегеҙ, ул иртәгә имтихандарының ярты һорауына ла яуап бирә алмаясаҡ. Һа-һа-һа! Шәп иттем бит әй! Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...