Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Сәсән, ҡысҡыр!

 

Һа-һа-һа!

Һа-һа-һа!

Ҡайһылай һеҙ, кешеләр, меҫкен генә ул! Сығырығыҙҙан сығарыуым була, әйткәнемде тыңлай ҙа башлайһығыҙ. Һа-һа-һа! Һеҙҙе төп башына ултыртыу бер ни тормай. Һа-һа-һа! Һеҙ үҙегеҙ ҙә шайтанға әйләнергә әҙер генә тораһығыҙ. Һа-һа-һа! Шулай булғас ни, әйҙә, уңайы сыҡҡан һайын асыуланышығыҙ ҙа ултырығыҙ. Асыулы сағығыҙ шул тиклем оҡшай миңә, ул сағында бит һеҙҙе алйотландырыу бер ни тормай! Һа-һа-һа!

Һөйләнәсәк тарихым асыу тураһында. Сәсән исемле малайҙың асыуы тураһында. Көндөҙгө сәғәт ун икелә мәктәптән ҡайтып килгән Сәсәнгә шунда уҡ ишек асыусы булманы, сөнки әсәһе аш-һыу бүлмәһендә ризыҡ әҙерләп йөрөй ине. Әсәһе оҙаҡ тотҡарланмаһа ла, Сәсәндең ғәләмәт ныҡ асыуы килде. Ҡыҙыҡ ҡына булып киткән йөҙө асыулы юлбарыҫты хәтерләтте. Әгәр шул саҡ һеҙ уны күрһәгеҙ, бик ҡурҡыр инегеҙ. Һа-һа-һа! Мин уға «Сәсән, әсәйеңә екер, икенсе юлы ишекте шунда уҡ йүгереп килеп асырлыҡ булһын. Һин бит арығанһың, ә ул һине көттөрөп ҡуйҙы», – тип шыбырланым. Тәүҙә Сәсән ҡармағыма эләкмәне, тик барыбер еңелде. Мин уны алдаттым. Һа-һа-һа! Ул ауыҙын ҙур итеп асып әсәһенә екерә башланы! Нисек ҡаты итеп ҡысҡырынды ул, ишетһәгеҙ икән. Һа-һа-һа!

Шунан мин уға: «Ә хәҙер бар, гөлдөң көршәген тибеп осор! Әсәйең һинең шул тиклем ныҡ асыулы икәнеңде күрергә тейеш», – тинем. Сәсән гөл һауытын тибеп осорҙо. Футбол уйнаған кеүек инде бына. Һа-һа-һа! Сәсән, әлбиттә, көршәкте ватырға йыйынмай ине, әммә ул селпәрәмә килде. Гөлдөң тупрағы иҙәнгә һибелде, бысраҡҡа буялған сәскәләр аяҡ аҫтында тапалды.

Мин һаман да Сәсәнде тыныслыҡта ҡалдырманым, уны ҡотортоуымды дауам иттем. Мәктәп портфелен мөйөшкә быраҡтырырға ҡуштым. Эй тыңлаусан да инде Сәсән! Һа-һа-һа! Портфелен атты ла бәрҙе. Уныһы китте осоп! Стенаға барып ҡаҡлыҡҡайны, тотҡосо һынып сыҡты. Һа-һа-һа!

Сәсәндең әсәһе улының нимәгә боларғанын һис аңғара алманы. Шулай ҙа йомшаҡ тауыш менән: «Сәсән! Балаҡайым! Нимә эшләүең был? Ни булды һинең менән? Нимәгә асыуың ҡабарҙы?» – тип улына өндәште.

Диванға менеп ҡунаҡлаған Сәсән үҙ-үҙенән ныҡ ҡәнәғәт ине. Әсәһе уға һыу алып килде. Бер аҙ һыу уртлағас, Сәсән күҙҙәрен йомдо. Бер нисә минуттан уның пульсы һалмаҡланды һәм ул бөтөнләй тынысланды.

Әсәһе улын ғәфү итте. Был мине, әлбиттә, ҡайғыға һалды, шулай ҙа артыҡ бошонманым. Ун биш минут элек кенә мин уны нисек алйотландырҙым, ә?! Шәп тә инде! Һа-һа-һа! Мин бит һеҙҙең асыуығыҙ ҡабара башлау менән «һә» тигәнсе янығыҙға килеп етә һалам. Һа-һа-һа! Инде лә асыуланған, боларған сағығыҙҙа тағы күрешербеҙ әле!

Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...