Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Аллаһу Тәғәләнең әмере менән Мөхәммәд Пәйғәмбәр кешеләрҙе хаҡ иманға әйҙәй башлай. Тәүге йылда ул исламды йәшерен өйрәтә. Пәйғәмбәргә иң беренсе булып ышанған кеше уның ҡатыны Хәҙисә була. Ул Мөхәммәдтең һәр бер һүҙенә һис бер шикләнеүһеҙ ышана. Иң ауыр саҡтарҙа ул уның рухын күтәрә, уны яҡлай, һәр саҡ уға ярҙам итә.

 

«Эй Аллаһ Рәсүле, һин ҡайғырма, ваҡыт етер − беҙҙең динебеҙ нығыныр, иманһыҙҙар тарҡалыр һәм халҡың һиңә ышаныр», − ти Хәҙисә. Бер ваҡыт Ябраил фәрештә Пәйғәмбәргә килә һәм Хәҙисәгә Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең сәләмен еткерергә ҡуша, шулай уҡ Аллаһ ихтыяры менән Ожмахта уның өсөн айырым урын әҙерләнгәне, һәм ул унда һис ниндәй ҡыйынлыҡ кисермәйәсәге хаҡында ҡыуаныслы хәбәр еткерә. Бындай хөрмәт башҡа бер ҡатынға ла күрһәтелмәй.

Аллаһ Илсеһе иманға килергә саҡырған көндө Әбүбәкер, Зәйд ибне Харис һәм Пәйғәмбәр ҡарамағында үҫкән, уның ике туған ҡустыһы Ғәли ислам ҡабул итәләр. Тайм ырыуының арҙаҡлы вәкиле Әбүбәкер ғәрәптәр ихтирам иткән, яҡшы, күркәм холоҡло кеше була. Ул сауҙа менән шөғөлләнә, фәҡирҙәргә ярҙам итә, көсһөҙ һәм мохтаждарҙы яҡлай. Әбүбәкер уның ышанысында булған кешеләрҙе йәшерен генә исламға саҡыра башлай. Уның һүҙҙәрен ҡабул итеп, Ғуҫман ибне Ғаффан, Зөбәйер ибне Ғәүүәм (Аввам), Ғабдрахман ибне Ғәүф, Саад ибне Әбүүәккәс һәм Талха ибне Ғөбәйҙулла ислам ҡабул итә. Улар иман килтереүселәрҙең тәүгеләре була.

Тәүге мосолмандар араһында шулай уҡ: эфиоп Билал ибне Раббах, Әмир ибне Джаррах (Әбүғөбәйдә), Әбүсәләм ибне Әбделәсәд, Аркам ибне Ғәбделъаркам, Мәғзүндең улдары Ғуҫман, Ҡудәмә һәм Ғабдуллаһ, шулай уҡ Ғөбәйҙә ибне Харис, Сәйет ибне Зәйед һәм уның ҡатыны Фатима Хаттаб ҡыҙы (Ғүмәр ибне Хаттабтың һеңлеһе), Хаббәб ибне Аррат, Ғабдуллаһ ибне Мәсғүд һәм башҡалар була. Исламды йәшерен ҡабул итеүселәр араһында шулай уҡ Ҡорайыш ҡәбиләһенең бөтә ырыуҙарынан да вәкилдәр була.

 

Тәүге намаҙ

Пәйғәмбәргә ебәрелгән тәүге аяттарҙа Аллаһу Тәғәләнең намаҙ ҡылырға әмере була. Быға дәлил итеп, Ислам ғалимдары түбәндәге һүҙҙәр әйтелгән аятты миҫалға килтерә: «...иртән һәм кис Раббыңды маҡта (данла)» Ябраил фәрештә Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе тәһәрәт алырға өйрәтә һәм ике рәкәғәт намаҙҙы нисек башҡарырға икәнлеген күрһәтә. Пәйғәмбәр иһә быларҙы Хәҙисәгә һәм беренсе мосолмандарға өйрәтә. Ошонан һуң тәүге мосолмандар иртән һәм кис ике рәҡәғәт намаҙ уҡый башлай. Намаҙ ваҡыты етеү менән улар Рәсүлуллаһ менән бергә, Мәккә мәжүсиҙәренән йәшеренеп, тау араларына киткән. Бер ваҡыт уларҙың намаҙ ҡылғанын ырыуҙаштары күреп ҡала һәм уларҙан көлә, мыҫҡыл итә башлай. Һуғышып китәләр. Саад ибне Әбүүәккәс, дөйә һөйәге менән һуғып, бер мәжүсиҙе яралай. Был ислам тарихында беренсе ҡан ҡойолоу була.

Һуңғараҡ тәүге мосолмандар, Изге Ҡөрьән аяттарын ятлап алып, намаҙҙарын үҙ өйҙәрендә йәшерен үтәй башлай.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...