Фәтиха салауаты

Фәтиха салауаты

اللَّهُمَّ صَلِّ وَسَلِّمْ وَبَارِكْ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ الْفَاتِحِ لِمَا أُغْلِقَ

وَالْخَاتِمِ لِمَا سَبَقَ نَاصِرَ الْحَقِّ بِالْحَقِّ وَالْهَادِى إِلَى صِرَاطِكَ

 الْمُسْتَقِيمِ وَعَلَى آلِهِ حَقَّ قَدْرِهِ وَمِقْدَارِهِ الْعَظِيمِ.

 

«Аллааһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинил-фәәтихи лимәә үғлиҡа үәл-хаатими лимәә сәбәҡа нәәсыраль-хәҡҡы бил-хәҡҡы үәл-һәәдии иләә сыйраатикәль-мүстәҡыыми үә ғәләә әәлиһии хәҡҡа ҡадриһии үә миҡдаариһил-ғәҙыым».

 (Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға салауат, бәрәкәт һәм сәләм булһын. Улдыр – беҙгә Һинең йәшерен хазиналарыңды асыусы. Улдыр – Пәйғәмбәрҙәр сылбырының һуңғыһы. Улдыр – Хактың иң бөйөк ярҙамсыһы (динде халыҡтарға ирештереүҙә). Улдыр – кешеләргә тура юлды күрһәтеүсе. Уға һәм уның яҡындарына сикһеҙ күп салауат-сәләмдәр булһын).

 

 

Илшат Хафизиҙың «Салауат- шәрифтәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...