Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Ҡорайыш ырыуы илселәренең Әбүталипҡа килеүе

 

Аллаһ Рәсүле ﷺ һынға табыныусыларҙың аҙашыуы нимәнән ғибәрәт икәнлеген халыҡҡа аңлатыуын дауам итә. Ә был ваҡытта ҡорайыштар Әбүталипҡа үҙҙәренең илселәрен ебәрә. Тегеләр уға: «Эй Әбүталип! Һин беҙҙең арала иң оло һәм иң хөрмәтле кеше. Һинең ҡустыңдың улы беҙҙең аллаһтарыбыҙҙы кәмһетә, динебеҙҙе хурлай, ә ата-бабаларыбыҙҙы, аҙашыусылар, тип атай. Һин йә уны үҙең туҡтат, йә булмаһа, быны эшләргә беҙгә рөхсәт бир. Әйҙә бергәләп туҡтатайыҡ».

 

Әбүталип илселәргә ипле генә яуап ҡайтара, килеп тыуған ыҙғышты йомшартырға тырыша. Һәм тегеләр, бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡайтып китәләр. Мөхәммәдте ﷺ көйәләндермәҫ өсөн, Әбүталип уға ҡорайыштарҙың килеүен әйтмәй. Һәм Аллаһтың Һөйөклөһө ﷺ, уға юғарынан нисек ҡушылған, шулай, кешеләрҙе хәҡиҡәткә саҡырыуын дауам итә.

Ләкин Ҡорайыш аҡһаҡалдары икенсегә Әбүталипҡа килә. «Эй Әбүталип, беҙ һинән ҡустыңдың улын тыйыуыңды һораныҡ, әммә һин быны эшләмәнең. Бынан һуң беҙ, беҙҙең аллаларыбыҙҙы мыҫҡыллауға һәм ата-бабаларыбыҙҙы кәмһетеүгә түҙеп тора алмайбыҙ. Йә һин уны ауыҙлыҡла, йәки беҙ һуғыш асабыҙ һәм, бер-беребеҙҙе үлтереп бөтмәйенсә, туҡтамаясаҡбыҙ», − тиҙәр.

Был һүҙҙәр Әбүталипты ныҡ борсоуға һала һәм ул Мөхәмәдте ﷺ саҡырып алып әйтә: «Эй улым, миңә беҙҙең туғандарыбыҙ һинең өҫтән ялыу менән килде. Туғандар араһында ыҙғыш ҡуптарыу яҡшы түгел. Улар һинең уларҙың динен мыҫҡыл итмәүеңде һәм уларҙың аллаларына теймәүеңде талап итә. Һин мине лә, үҙеңде лә йәллә. Минең көсөм етмәҫлекте минең өҫтөмә йөкмәтмә», − ти.

Аллаһ илсеһе ﷺ Әбүталипҡа: «Эй олатай! (атаһының ағаһы – ред.) Аллаһ менән ант итәм, әгәр минең уң ҡулыма ҡояшты, һул ҡулыма айҙы һалып: «Аллаһ ҡушҡан вазифаңдан баш тарт», − тип әйтһәләр ҙә, мин, үлгәнгә тик-лем йәки Ер йөҙөндә Аллаһтың дине таралмай тороп, вазифамды үтәүҙән туҡтамаясаҡмын», − ти. Шулай ти ҙә, атаһының ағаһы унан баш тарта, тип уйлап, урынынан тороп, сығырға йүнәлә. Уның күҙҙәре йәш менән тула. Быны күреп, Әбүталип ҡорайыштарҙың талабын һөйләгәненә үкенә һәм, Мөхәммәдте ﷺ ҡосаҡлап: «Эй улым, һин Аллаһ ҡушҡанды үтәүеңде дауам ит. Мин иҫән сағымда һине һәр саҡ яҡлаясаҡмын», − ти.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...