Саф йөрәктән сыҡҡан яуаптар

Саф йөрәктән сыҡҡан яуаптар

Хәлид ибне Вәлид t Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хикмәт тулы бер хәҙисен риүәйәт итә: “Көндәрҙең береһендә Пәйғәбәребеҙгә ﷺ эргәһенә бер сүл ғәрәбе килде һәм Пәйғәбәребебеҙгә ﷺ өндәшеп:

– Әй Аллаһтың илсеһе, донъяла һәм әхирәттә миңә файҙа килтерә торған һорауҙарыма яуап ишетер өсөн һинең яныңа килдем, – тип әйтә. Пәйғәмбәребеҙe уға:

– Күңелеңде борсой торған бөтөн һорауҙарыңды бир, – тип әйтә.

– Мин кешеләр араһында иң күп белеүселәрҙән булырға теләйем.

– Аллаһтан ҡурҡ, кешеләр араһында иң күп белеүселәрҙән булырһың, − тип яуап ҡайтара Пәйғәмәребеҙe.

– Мин кешеләр араһында иң байы булырға теләйем.

– Булғанына ҡәнәғәт бул, кешеләр араһында иң байҙарынан булырһың.

– Мин кешеләр араһында иң ғәҙеле булырға теләйем.

– Үҙең өсөн теләгән нәмәне башҡаларға ла телә, кешеләр араһында иң ғәҙеле булырһың.

– Мин кешеләр араһында иң яҡшыларынан булырға теләйем.

– Кешеләргә файҙалы бул – улар араһында иң яҡшыларынан булырһың.

– Аллаһҡа яҡын булырға теләйем.

– Аллаһу Тәғәләне күп иҫеңә төшөр, Аллаһҡа яҡын булырһың.

– Аллаһҡа ышаныуым кәмселекһеҙ булыуын теләйем.

– Әхлағың яҡшы булһын, Аллаһу Тәғәләгә ышаныуың кәмселекһеҙ булыр.

– Мин Аллаһу Тәғәләгә күп ғибәҙәт итеүселәрҙән булырға теләйем.

– Аллаһу Тәғәләне күреп торған һымаҡ ғибәҙәт ит, күп ғибәҙәт итеүселәрҙән булырһың, һин Уны күрә алмаһаң да, Ул һине күрә бит.

– Мин Аллаһу Тәғәләгә итәғәт итеүселәрҙән булырға теләйем.

– Аллаһтың ҡушҡандарын үтәп, Аллаһу Тәғәләгә итәғәт итеүселәрҙән булырһың.

– Мин Аллаһ ҡаршыһына гонаһтарымдан пакланып ҡайтырға теләйем.

– Ғөсөл һәм тәһәрәтеңде еренә еткереп үтә – Аллаһ ҡаршыһына гонаһтарҙан пакланып ҡайтырһың. – Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәғәләнең миңә ҡарата мәрхәмәтле булыуын теләйем.

– Үҙеңә һәм башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле бул, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәғәлә лә һиңә мәрхәмәтле булыр.

– Гонаһтарымдың аҙайыуын теләйем.

– Аллаһтан гонаһтарыңдың ғәфү ителеүен һора, улар шуның менән аҙайыр.

– Мин хөрмәтле кеше булырға теләйем.

– Кешеләргә үҙеңдең мәшәҡәттәреңде һөйләмә, хөрмәтле кеше булырһың.

– Мин иң көслө кеше булырға теләйем.

– Аллаһу Тәғәләгә таян, тәүәккәл ит, иң көслө кеше булырһың.

– Донъялағы уңышымдың артыуын теләйем.

– Һәр ваҡытта тәһәрәтле, таҙа бул, донъялағы уңышың артыр.

– Аллаһу Тәғәлә һәм Уның рәсүле мине һөйөүҙәрен теләйем.

– Аллаһу Тәғәлә һәм Уның рәсүле һөйгән нәмәләрҙе һин дә һөй. Аллаһу Тәғәлә һәм Уның рәсүле лә һине һөйөр.

– Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың асыуына дусар булмауҙы теләйем.

– Аллаһу Тәғәлә бар ҡылғандарҙың береһенә лә асыуланма, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәғәлә лә һиңә асыуланмаҫ.

– Аллаһу Тәғәләнең доғаларымды ҡабул итеүен теләйем.

– Аллаһу Тәғәлә тыйған ризыҡтарҙы ашама-эсмә – Аллаһу Тәғәлә һинең доғаларыңды ҡабул итер, мәрхәмәтле булыр.

– Аллаһу Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә мине барыһы ҡаршыһында оятҡа ҡалдырмауын теләйем.

– Зинанан һаҡлан, Аллаһу Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә бөтөнөһө алдында һине оятҡа ҡалдырмаҫ.

– Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәғәлә гонаһтарымды йәшереп ҡалыуын теләйем.

– Ҡәрҙәштәреңдең гонаһын йәшер, Аллаһу Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә һинең гонаһтарыңды йәшерер.

– Гонаһтарҙан нимә һаҡлап ҡала?

– Күҙ йәштәре, Аллаһу Тәғәләгә итәғәт итеү, һәм ауырыуҙар.

– Яҡшы эштәрҙән Аллаһу Тәғәләгә иң һөйөклөһө булғаны ҡайһыһы?

– Яҡшы холоҡ, ғәҙеллек һәм аукырлыҡтарға сабыр булыу.

– Насар эштәрҙән Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында иң насары ҡайһыһы? – Насар холоҡ һәм тәкәбберлек.

– Донъяла һәм ҡәберҙә Аллаһтың асыуын нимә кәметә?

– Йәшерен саҙаҡа биреүҙәр һәм туғандар менән яҡшы мөнәсәбәттә булыусылар. Ғәрәп һуңғы һорауын биреп:

– Ҡиәмәт көнөндә ниндәй эштәр йәһәннәм утын һүндерә ала? – тип һораны.

–Донъяла осраған бөтөн ауырлыҡтарға сабырлыҡ күрһәтеү, – тип яуап ҡайтарҙы Пәйғәмбәребеҙe.

«Бәхетлеләр календаре 2013» биттәренән

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...