Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекер хаҡында әйтелгән тағы ҡайһы бер хәҙис шәрифтәр

 

Бер хәҙис шәрифтә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һәр бер нәмәнең таҙартыу Һәм бысрағын йыуыу сараһы бар. Йөрәкте паклаусы сара – ул Аллаһты зекер итеү, һәм йәһәннәм ғазабынан да ҡотолдороусы иң яҡшы сара – зекер».

 

* * *

Кемдер хәҙрәти Сәлмәндән һораған: «Ниндәй ғәмәл иң бөйөгө?» – тип. Хәҙрәти Сәлмән яуап биргән: «Һин Ҡөрьән Кәримде уҡыманыңмы ни? Ҡөрьәндә әйтелгән бит: «Аллаһты зекер итеү иң бөйөк нәмәлер». (“Ғәнкәбүт” сүрәһе, 5-се аят).

 

* * *

Әхмәд Сәхл ﷺ «Мүснәд» китабында яҙған: Рәсүлуллаһ ﷺ: «Аллаһты зекер итеү Аллаһ юлына сарыф итеүҙән ете йөҙ мең мәртәбә хәйерлерәк», – тип әйткән.

 

* * *

Шәйех Тирмиҙи, Аллаһу Тәғәлә, унан разый булһын, әйтте: “Аллаһты зекер итеү йөрәкте сафландыра, көс керетә һәм уны йомшарта. Әгәр ҙә кеше йөрәгендә зекер булмаһа, шул саҡта нәфсе ҡыҙыулығынан һәм ялҡынлы теләктән, ул йөрәк ҡарайыр һәм ҡатыланыр. Шуның менән бергә ул кешенең бөтә тән ағзалары ла ҡатыланыр һәм буйһонмаҫ булырҙар”.

 

* * *

Әбү Һүрайра һәм Сәғит ﷺ: «Аллаһтың зекере менән мәшғүл булған мәжлестәр, бөтөн яҡтан дә фәрештәләр менән уратып алыныр, ундай мәжлестә ҡатнашҡандарға Хоҙайҙың мәрхәмәт-шәфҡәте, сәкинә индерелер, һәм Аллаһу Сөбхәнә үә Тәғәлә фәрештәләренә был бәндәләр хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләр», – тип хәбәр бирҙеләр. «Сәкинә» – тыныслыҡ һәм хөрмәтте, мәрхәмәтте аңлата.

 

* * *

Бер хәҙис шәрифтә әйтелгән: “Аллаһу Тәғәлә Йәннәтте яратҡандан һуң, Ябраил ғәләйһис-сәләмгә Йәннәтте барып ҡарарға ҡушҡан. Ҡарап ҡайтҡас, Ябраил әйткән: “Йә Аллаһым! Һинең шөһрәтең менән ант итеп әйтәм, кем дә кем ул Йәннәт хаҡында ишетһә, ул шунда ҡалырға теләр (Йәғни, был Йәннәттә күпме рәхәтлек, ләззәт, һөйөнөстәр булғанын ишетһә һәм шуға ышанһа, кем генә шунда керер өсөн бөтөн көсөн һалмаҫ ине?). Шунан һуң Аллаһу Тәғәлә Йәннәтте төрлө ауырлыҡтар менән ҡаплай, йәғни намаҙ уҡыуҙы, ураҙа тотоуҙы, хажға барыуҙы һәм башҡаларҙы фарыз итә, йәғни ғибәҙәттәрҙе үтәргә ҡуша. Әгәр ҙә быларҙың барыһын ла үтәй торған булһаң, шул ваҡытта ғына Йәннәткә керерһең. Унан һуң Ябраил ғәләйһис-сәләмгә яңынан Йәннәткә кереп сығырға бойороҡ бирелә. Ябраил ҡарағандан һуң: «Йә Аллаһым! Йәннәткә береһе лә керә алмаҫ, тип ҡурҡам мин хәҙер», – тип әйткән. Шулай уҡ Тамуҡ барлыҡҡа килгәндән һуң да, Ябраил ғәләйһис-сәләмгә уны ҡарап сығырға бойороҡ бирелә. Йәһәннәмдәге ғазаптарҙы, ундағы хафаларҙы, бысраҡты, интегеүҙәрҙе күргәндән һуң, Ябраил : “Йә Аллаһым! Һинең шөһрәтең менән ант итеп әйтәм, берәйһе был Йәһәннәм тураһында ишетһә, уға яҡын да килмәҫ», – тип әйткән. Шул ваҡытта Аллаһу Тәғәлә ул Йәһәннәмде был доньяның ләззәттәре, рәхәтлектәре менән ышыҡлай. Ул Йәһәннәмде пәрҙә менән ҡаплай: зина ҡылыу, харам эсемлектәр эсеү, йәбер-золом ҡылыу, әмерҙәрҙе үтәмәү һәм башҡа харамдар менән. Унан һуң Ябраил ғәләйһис-сәләмгә яңынан Йәһәннәмгә ҡарарға әмер бирелә. Ябраил әйтә: “ Йә, Аллаһым! Был Йәһәннәмдән береһе лә ҡотола алмаҫ, тип ҡурҡам мин хәҙер», – ти. Шул сәбәптән, әгәр ҙә берәйһе Аллаһу Тәғәләгә буйһонһа, гонаһтарҙан һаҡланырға тырышһа, ул кеше янында булған йәмәғәткә бәйле, ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ була

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Илдар Зиннәтулла,Октябрьский ҡалаһы

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...