Тәбиғәтте һаҡлау – ғибәҙәттер

Тәбиғәтте һаҡлау – ғибәҙәттер

Ер – беҙҙең тыуған йортобоҙ. Был матур, гүзәл, һоҡланғыс Ерҙе, тәбиғәтте Аллаһу Тәғәлә кешеләр шунда йәшәһен, уны өйрәнһен, яратһын, һаҡлаһын һәм ерҙе Яратыусыға ғибәҙәт ҡылып, рәхмәттәрен әйтеп, сикһеҙ байлыҡтарын файҙаланһын өсөн бар иткән.

Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): “Аллаһ һеҙгә ерҙе файҙаланып тороу өсөн бар итте ...” (40:64), ә икенсе аятында: “... һеҙгә Ерҙә тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе булдырҙыҡ ...” Ә “Лоҡман” сүрәһенең 20- се аятында дауам итеп әйтә (мәғәнәһе): “Аллаһтың һеҙгә Күктәрҙәге һәм Ерҙәге нәмәләрҙе буйһондороуын һәм асыҡ рәүештә лә, йәшерен дә һеҙгә Үҙ ниғмәттәрен яуҙырыуын күрмәнеләрме ни? ...”. Аллаһтың Ҡөрьән Кәримдә тәбиғәт һәм тәбиғәт күренештәре тураһында (ямғыр, ел, йәшен, хайуан-ҡош һәм үҫемлектәр донъяһы, тау-йылғалар һ.б.) уйланырға ҡушҡан 750-нән ашыу аяты бар. Аллаһү Тәғәлә кешеләрҙән тәбиғәткә ҡаршы түгел, ә уның менән бергә килешеп (гармонияла) йәшәргә бойороп, Үҙенең Бөйөк Китабында әйтә (мәҙәнәһе): “Һәм Беҙ Ерҙе түшәнек, уның өҫтөндә (ныҡ тороусы) тауҙар ултырттыҡ һәм унда билдәле сама менән һәр төрлө нәмә үҫтерҙек”. “Унда һеҙгә һәм һеҙ ризыҡланмай торғандарға аҙыҡ булдырҙыҡ” (15:19, 20).

Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә әйткән: “Берәү, емеш ағасы ултыртып, шул емештән кешеләр йәки хайуан-ҡоштар ауыҙ итһә, һәр ашағаны һайын сауабын алыр” (Әхмәд). Икенсе бер хәҙисендә: “Иман етмеш тармаҡтан тора, иң тәүгеһе “Ләә иләәһә илләллааһ” һүҙен әйтеү булһа, һуңғыһы - кешеләр йөрөгән юлда ҡамасаулап ятҡан әйберҙе (таш, ағас, быяла һ.б.) ситкә алып ҡуйыу” (Мөслим). Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндә бигерәк тә һыу ятҡылыҡтарын һаҡларға бойорған, сөнки һыу Аллаһтың кешеләргә биргән мәрхәмәте, рәхмәте. Был турала Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндең аяттарында күп тапҡыр әйтә (мәғәнәһе): “... һәм һыуҙан һәр төрлө нәмәләр яһауыбыҙҙы?...” (21:30); “...Ул елдәр ауыр болот килтерһә, Беҙ уларҙы үлек илдәр тарафына ҡыуабыҙ, унан һыу төшөрәбеҙ һәм ул һыу менән төрлө емештәр үҫтерәбеҙ...” (7:57); “Һеҙ үҙегеҙҙең эсә торған һыуығыҙҙы күрҙегеҙме?”, “Уны болоттан һеҙ төшөрҙөгөҙмө йәки Беҙ төшөрәбеҙме?”, “Әгәр Беҙ теләһәк, уны әсе итер инек...” (56:68-70); “уның менән Үҙебеҙ үлек ерҙәрҙе терелтер өсөн, һәм Үҙебеҙ барлыҡҡа килтергән кешеләрҙе һәм хайуандарҙы туйғансы эсерер өсөн” (25:49). Медицина фәне буйынса кеше тәненең 80 % һыуҙан торғанын һәм кеше һыуһыҙ оҙаҡ йәшәй алмағанын беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ. Аят, хәҙис һәм тарих китаптарынан Аллаһ кешене тәбиғәттән, йәғни ерҙән, тупраҡтан яратҡанын уҡып беләбеҙ.

Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): “Һәм Аллаһ һеҙҙе Ерҙән гүйә үҫемлек кеүек итеп үҫтерҙе” (71:17); “Һәм Беҙ кешене шыңғырап торған балсыҡтан рәүешкә килтереп яраттыҡ” (15:26). Атабыҙ Әҙәм пәйғәмбәр әсәбеҙ Һауа менән ергә төшөрөлгәнсе йәннәттә йәшәне. Шулай уҡ һәр бер кешенең йәне әсә ҡарынына төшкәнгә тиклем йәннәттә йәшәй, ти мосолман ғалимдары. Шуға күрә, кеше үҙенең тәбиғәте менән (холҡо) матурлыҡҡа, тыныслыҡҡа, һиллеккә, тәбиғәт ҡосағына, урманға, йылға-күл буйына тартыла, был хис кешенең күңеленә йәннәттә үк һалынған була. Кемгәлер урмандағы төрлө төҫтәге сәскәләр, ҡош һайрауы, ә кемгәлер шишмә һәм йылғаларҙың сылтырап аҡҡаны, һыҙылып таң атыуы һ.б. тәбиғәт күренештәре оҡшай, сөнки кешенең йәне үҙенең әсә ҡарынына төшкәнгә тиклемге иҫ киткес гүзәл, һоҡланғыс, аҡылыбыҙ етмәҫлек матур булған йәннәтте хәтерендә тота. Кеше тәбиғәттең матур ерҙәрен күреп һоҡлана һәм “ожмах кеүек матур”, “ожмахҡа оҡшаған” һәм башҡа шуның кеүек матур һүҙҙәр әйтә. Ысынлап та, беҙ йәшәгән Ер (ер шары) йәннәттең бер бик бәләкәй генә киҫәге. Аллаһү Тәғәлә был ерҙе (ер шарын) кешеләргә аманат (залог) итеп биргән һәм ерҙе лә, кешеләрҙе лә кире Үҙенә аласаҡ. Ошо турала Аллаһ Үҙенең Китабында әйтә (мәғәнәһе): “ул ерҙе һеҙгә буйһоноусы итте, гиҙегеҙ унда, һәм Уның биргән ризыҡтарын ашағыҙ, Ҡиәмәт көнөндә Уға ҡайтаһығыҙ” (67:15).

Амантҡа хыянат итеү ҙур гөнаһ һанала һәм Ҡиәмәт көнө Уның аманатына хыянат иткәнебеҙ (күлйылға буйҙарын бысратыуыбыҙ, урмандарҙы яндырыуыбыҙ, ҡыҙыҡ өсөн генә йәнлектәрҙе юҡ итеүебеҙ һ.б.) өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?!

ӘМИНӘ НОҒОМАНОВА,

Сибай “Тәҡүә”

мәсете мөғәллимәһе

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...