Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Хира тауындағы мәмерйәлә

Пәйғәмбәрлек килгәнгә тиклем йәш Мөхәммәд ﷺ яңғыҙ ҡалып уйланырға яратҡан. Уның күңеленә рухи яңғыҙлыҡҡа һөйөү Аллаһу Тәғәлә тарафынан һалынған була. Бының өсөн аулаҡ урынды ул Мәккәнән төньяҡ-көнсығышҡа табан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡтағы Хира тауындағы мәмерйәлә таба. Яңғыҙ ҡалғанда Ул һәр саҡ Бөйөк Раббы тыуҙырған донъя, ғаләм, уларҙы бар ҡылыуҙың мәғәнәһе, маҡсаты, хикмәте тураһында уйланған. Ә инде һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең йәше ҡырҡҡа яҡыная башлағас, ваҡытын аулаҡта яңғыҙы үткәреү теләге тағы ла нығыраҡ көсәйгән. Буласаҡ Пәйғәмбәр йыл һайын рамаҙан айында Хира тауы башындағы мәмерйәгә йүнәлер булған. Ваҡыт-ваҡыт ул: «Йә Мөхәммәд!» тигән тауышты ишеткән, ләкин тауыштың кемдән, ҡайҙан килгәнен аңламаған. Пәйғәмбәрлек килер алдынан өс йыл рәттән, был донъяны һәм үҙенең ундағы вазифаһын, яҙмышын аңларға тырышып, рамаҙан айын ошо мәмерйәлә үткәрә.

Мөхәммәдкә ﷺ ҡырҡ йәш тулғанда, унда пәйғәмбәрлеккә билдәләр һиҙелә башлай. Уға атып килгән яҡты таңдай асыҡ, иҫкәртеүсе төштәр инә башлай, уларҙың һәр береһе тормошҡа аша. Бындай төштәр уға алты ай буйы инә. Һуңынан Пәйғәмбәр ﷺ, раҫ килеүсе асыҡ төштәр пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алты өлөшөнөң береһе булып тора, тип әйтә.

 

Тәүге үәхи (асыш)

Рамаҙан айының егерме етенсе көнөндә (610 йылдың 10 авгусы), дүшәмбегә ҡаршы төндә Аллаһу Тәғәлә, барса мәхлүктәргә Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтеп, Мөхәммәдкә ﷺ Изге Ҡөрьән аяттары менән Ябраил фәрештәне ебәрә. Ул ваҡытта Мөхәммәдкә ҡырҡ алты йәш тә алты ай була.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормошон тикшереүселәр Ғәйшәнең һөйләгәндәрен бәйән итә:

«Пәйғәмбәребеҙгә асыштар уның төштәренән башлана. Уның бөтә төштәре лә иртәнге таң кеүек асыҡ, аңлайышлы була. Шунан Аллаһ уның йөрәгенә рухи яңғыҙлыҡҡа һөйөү һала. Шуға күрә ул, үҙе менән кәрәк әйберҙәрен алып, Хира тауы мәмерйәһенә китер була. Бында ул төндәрен Раббыға ғибәҙәт ҡылып уҙғара, шунан Хәҙисә янына ҡайта. Яңынан кәрәк-яраҡтарын ала ла, тағы шул уҡ урынға китә. Был хәл, Аллаһу Тәғәлә Үҙе яратҡан заттарҙың иң яҡшыһына Ябраил фәрештәне ебәреп, хәҡиҡәт асылғанға тиклем дауам итә».

Аллаһтың Һөйөклөһө  беренсе үәхи тураһында шулай тип һөйләгән: «Башта фәрештә мине ҡыҫып алды, шунан ебәрҙе һәм: «Уҡы!», − тине. Мин: «Уҡый белмәйем», − тинем. Фәрештә тағы мине ҡыҫты һәм тағы: «Уҡы!», − тине. Мин йәнә: «Уҡый бемәйем», − тип яуап бирҙем. Фәрештә, өсөнсөгә мине ҡыҫып, ысҡындырҙы ла әйтте: «Донъяға яратҡан Раббың исеме менән уҡы! Ул кешене ойоған ҡандан яратты. Уҡы! Һинең Раббың йомарттарҙың Йомарты. Ул ҡәләм менән яҙырға өйрәтте. Кешегә ул белмәгәнде өйрәтте!»

Ҡурҡыу солғап алған Мөхәммәд ﷺ тиҙерәк Мәккәгә Хәҙисә янына ашыға, ҡайтып инеү менән: «Мине ҡапла, өҫтөмә берәй нимә яп!» − ти. Һәм өҫтөнә сапан ябылған пәйғәмбәр ﷺ ҡурҡыуы үткәнсегә тиклем шулай ята. Шунан ул Хәҙисәгә үҙе менән нимә булғанын һөйләп бирә, үҙенең хәле өсөн хәүефләнеүен әйтә. Әммә Хәҙисә уны тынысландыра: «Ант итеп әйтәм, Аллаһ һине бер ҡасан да хурлыҡҡа төшөрмәйәсәк, һин бит туғанлыҡ ептәрен өҙмәйһең, көсһөҙҙәргә ярҙам итәһең, фәҡирҙәрҙе ҡайғыртаһың, кешеләргә ҡунаҡсылһың һәм, ауырлыҡ килгәндә, уларға ярҙамлашаһың», − ти.

Шунан улар бергәләп Хәҙисәнең ике туған ағаһы Вәраҡа ибне Нәүфәлгә баралар. Ул Ғайса пәйғәмбәрҙең  динен тотҡан була, йәһүдтәрҙең бик күп китаптарын уҡый, Инжилде (Евангелия), Тәүратты (Тора) яҡшы белә. Был ваҡытта нде ул һуҡырайған ҡарт була.

Хәҙисә унан Мөхәммәдте ﷺ тыңлауын һорай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға Хира тауы мәмерйәһендә булғандарҙы һөйләп бирә. Күпте күргән зирәк ҡарт: «Ул бит Аллаһу Тәғәләнең Мусаға  ебәргән фәрештәһе булған. Их, йәшерәк сағым булып, халҡың һине ҡыуа башлаған ваҡытҡа тиклем йәшәһәм, мин һиңә ярҙам итер инем!» − ти. Пәйғәмбәр ﷺ аптырап китә: «Халҡым мине ҡыуасаҡмы ни?» − тип һорай. «Эйе, − ти Вәраҡа. − ниндәй генә заманда булмаһын, һиңә бирелгән миссия менән килгән кешеләрҙе һәр саҡ ҡыуғандар, улар менән дошманлашҡандар. Әммә, әгәр шул көнгә тиклем йәшәй алһам, мин һиңә ҡулымдан килгән ҡәҙәр ярҙам итәсәкмен». Шунан ул ҙур хөрмәт менән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡулын үбә. Оҙаҡламай Вәраҡа был донъянан китә, ә Пәйғәмбәргә ﷺ үәхи килеү ваҡытлыса туҡтай.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...